Бөтә яңылыҡтар
9 Август 2011, 14:48

«Газель»дәргә юл ябыласаҡ

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты октябрь айында был автобустарҙы пассажирҙарҙы ташыуҙан ситләштергән проектты ғәмәлгә индермәксеРеспублика власы муниципаль-ара пассажир­ҙар ташыусылар иҫәбенән «ГАЗель»дәрҙе сығарырға йыйына. Әле Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ҡала-ара маршруттарҙа эшләргә хоҡуғы булғандарҙы ҡайтанан билдәләүсе яңы проект әҙерләй. Уға ярашлы, тиҙҙән пассажир­ҙар ташыу баҙарынан һигеҙ йылдан ашыуыраҡ тотонолған «Газель»дәрҙе китергә мәжбүр итәсәктәр.

«Газель»дәргә юл ябыласаҡ
«Газель»дәргә юл ябыласаҡ
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты октябрь айында был автобустарҙы пассажирҙарҙы ташыуҙан ситләштергән проектты ғәмәлгә индермәксе

Республика власы муниципаль-ара пассажир­ҙар ташыусылар иҫәбенән «ГАЗель»дәрҙе сығарырға йыйына. Әле Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ҡала-ара маршруттарҙа эшләргә хоҡуғы булғандарҙы ҡайтанан билдәләүсе яңы проект әҙерләй. Уға ярашлы, тиҙҙән пассажир­ҙар ташыу баҙарынан һигеҙ йылдан ашыуыраҡ тотонолған «Газель»дәрҙе китергә мәжбүр итәсәктәр.
Һәр кемдең «үҙ туҡһаны – туҡһан». Быға тиклем «Газель» автобусы ярҙамында пассажир­ҙар ташыу менән шөғөлләнеүселәр үҙенең эшенән баш тартырға йыйынмай. Уларса, яңы проекттың маҡсаты бер генә – дәүләткә ҡараған «Башавтотранс» предприятиеһының рейстарын пассажирҙар менән тултырыу. Был ғәҙел юл тип әйтеп булмай. Ә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты проектты быйылғы йылдың октябрендә үк тормошҡа ашыра башларға йыйына.
ҡала-ара маршруттарҙа йөрөүселәрҙе асыҡ аукциондар аша билдәләргә ниәтләйҙәр. Конкурста ҡатнашыу өсөн пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнергә теләгән компанияларға ҡарата ҡаты ғына талаптар ҡуйылған. ҡала-ара маршруттарға сығыусыларҙың минимум 18 урынлыҡ транспорты булырға тейеш. Билдәле булыуынса, «ГАЗель»дәрҙә 13 кенә урын бар. Транспорттың «Евро – 3» стандартына тап килеүе мотлаҡ. Автобустарҙа навигаторҙар булыуы, уның ГЛОНАСС йәки ГЛОНАСС/GPS системалары менән эшләүе шарт. Социаль маршруттарҙа эшләүселәр автобусына «Башҡортостандың социаль картаһы»н хеҙмәтләндереү өсөн терминал ҡуйырға тейеш. Ошо талаптарға яуап биргән компаниялар һәм еңеүселәр менән артабан килешеү төҙөләсәк.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре биргән аңлатмалар­ҙан күренеүенсә, ҡала-ара маршруттарын тәртипкә килтереү проблемаһы әллә ҡасандан уҡ билдәләнә ине. Комитет вәкилдәре, яңы ҡағиҙә үҙ көсөнә ингәндән һуң ҡала-ара маршруттар баҙарында тәртип урынлашыр, бөтә эштәр ҙә асыҡ рәүештә башҡарылыр, тип ышана. Шулай уҡ «Башавтотранс» кеүек ҡеүәтле ойошмаға «альтернатива» ла барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип билдәләй.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетындағы мәғлүмәттәр буйынса, ҡала-ара маршруттарҙа, ведомствонан паспорт алып, 30-ға яҡын легаль ташыусы эшләй. «Башавтотранс» маршруттары буйынса ла, автобустарының һаны буйынса ла лидер булып тора. Ә инде икенсе урында легаль булмаған автобустар һәм маршруттар килә. Улар 120 автобус менән 60 маршрутты хеҙмәтләндерә.
Аукционға сығарылған лоттар бер генә маршруттан да, бер нисә маршруттан да торасаҡ. Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетының планы буйынса «аҡсалы» маршруттарға «аҡсаһыҙыраҡтар»ын ҡушып бирәсәктәр. Был республиканың бөтә төбәктәренә лә транспорт мотлаҡ йөрөһөн өсөн эшләнә.
Транспорт баҙарында ҡатнашыусыларҙың яңы проектҡа ҡарашы төрлөсә. Өфөнөң автоэшҡыуарҙар союзы рәйесе Олег Кулешов, мәҫәлән, ҡәтғи рәүештә уға ҡаршы төшә. Уныңса, яңы ҡағиҙәләр тик «Башавтотранс» өсөн генә килемле буласаҡ. Бөгөн дәүләт ойошмаһы өсөн ҡала-ара маршруттар килемһеҙ тармаҡ, һәм, әлбиттә, был хәл менән ул риза түгел. Быға тиклем эшләгән «ГАЗель» хужалары пассажирҙар ташыу баҙарынан китеүгә ҡарағанда, ҡағиҙәләргә төкөрөп кенә, үҙҙәренсә эшләп йөрөү юлын һайлаясаҡ, тип тә фаразлай. «Федераль закон бөтә кешегә лә эшләргә хоҡуҡ бирә» икәнлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Ә инде «Башавтотранс» хеҙмәткәрҙәре яңы ҡағиҙәләр индерелеүенә ҡыуаныуын йәшермәй. Улар, октябрь айынан легаль булмаған маршруттар баҙарҙан китер, бөтә автобустар ҙа берҙәм ҡағиҙәләр буйынса эшләй башлар, тип өмөтләнә.
«ГАЗель» менән пассажирҙар ташыусылар яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә ингән осраҡта ла мәсьәләне нисек тә булһа хәл итергә ниәтләй. ҡыҫҡаһы, беҙгә октябрҙе көтөргә генә ҡала. Яңы ҡағиҙәләрҙең нисек тормошҡа ашырылырын тик ваҡыт ҡына күрһәтәсәк.

Л. СОЛТАНОВА.
Читайте нас в