+1 °С
Болотло
"Одноклассники"
"Телеграм"
Реклама биреүселәргә
"Вконтакте"
Бөтә яңылыҡтар
2 Август 2011, 17:43
Быуаттар төпкөлөндә ул беҙҙең тарих
Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы янында археологик ҡомартҡылар табылғанИкенсе Этҡол ауылынан ике йылға – Таулы һәм Рәжәп аға. Ауыл осонда улар бергә ҡушыла һәм, Таулы исемен дауам итеп, 500 метр самаһы барғас, уға Сыбалайыр йылғаһы ҡушыла. Сыбалайырҙың Таулыға ҡойған еренән үрҙәрәк шәхси эшҡыуар Рәфит Вәлиевтың йәшелсә баҡсаһы урынлашҡан. Көҙгө уңыш йыйған ваҡытта унда көршәк ярсыҡтары табыла. Төрлө киҫәктәрҙе алып ҡарағас, уның аҡ, ҡыҙыл, ҡара балсыҡтан биҙәктәр менән һырлап эшләнгәнен күрҙек (беҙҙең төбәктә ҡара балсыҡ юҡ, ә боронғо гректарҙа барлығы тарихта билдәле). Шулай уҡ орсоҡ башына кейҙереп ҡуйыла торған түңәрәк аҡ таш, тире ҡырғыс һәм уҡ башағы яһай торған ҡалып таптык.
Быуаттар төпкөлөндә ул беҙҙең тарих
Читайте нас: