Бөтә яңылыҡтар
30 Июль 2011, 16:32

Ниндәй йәмғиәттә йәшәүеңде күрергә теләһәң, йәштәргә ҡара

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Шуға ла яңыраҡ Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы республикабыҙҙа йәштәр сәйәсәтен нисек алып барыу темаһы буйынса һөйләшеү өсөн ҡор йыйҙы. Унда һүҙ ошо тармаҡта 2012 – 2017 йылдарға пландар, йүнәлештәр хаҡында барҙы. Биш йыл эсендә республикала йәштәр сәйәсәте өлкәһендә ниндәй эштәр башҡарыласағы проект булараҡ әҙер инде. Хәҙер шул проектты бергәләп камиллаштырып, раҫлап, тормош­ҡа ашырыу проблемаһы тора. Осрашыуҙа министрлыҡ вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзалары, журналистар, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, башҡа ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Шуға ла яңыраҡ Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы республикабыҙҙа йәштәр сәйәсәтен нисек алып барыу темаһы буйынса һөйләшеү өсөн ҡор йыйҙы. Унда һүҙ ошо тармаҡта 2012 – 2017 йылдарға пландар, йүнәлештәр хаҡында барҙы. Биш йыл эсендә республикала йәштәр сәйәсәте өлкәһендә ниндәй эштәр башҡарыласағы проект булараҡ әҙер инде. Хәҙер шул проектты бергәләп камиллаштырып, раҫлап, тормош­ҡа ашырыу проблемаһы тора. Осрашыуҙа министрлыҡ вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзалары, журналистар, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, башҡа ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
Беҙҙең республикала йәшәгән кешеләр араһында йәштәр ҙур ғына өлөштө тәшкил итә. Башҡортостандағы дүрт миллион кешенең 27,5 проценты – 14 – 30 йәштәгеләр. Социаль тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йәштәр баҙар иҡтисады сәйәсәтенә, инновацияларға, тышҡы шарттар­ға тиҙ эйәләшә. Әммә йәмғиәттә барған ҡайһы бер процестарға бөтөнләй тиерлек ҡушылмай, ҡатнашмай. Мәҫәлән, йәмғиәттең рухи-әхлаҡи үҫешенә бик аҙ йоғонто яһай. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, заман йәштәрен, башлыса, матди саралар ҡыҙыҡһындыра тип билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ тап йәштәр араһында наркомания, токсикомания һаҙлығына батыусыларҙың күп булыуы күңелде ҡыра. Эскесе булараҡ иҫәптә тороусылар араһында йәштәр күпселекте тәшкил итмәһә лә, был проблема ла матур киләсәкте тәьмин итергә тейешле быуынға ят түгел. Дөйөмләштереп алғанда, алдын­ғы, талантлы йәш кешеләре күп булған республикабыҙҙа проблемалар ҙа юҡ түгел.
Башҡортостанда 2012 – 2014 йылдарҙа йәштәр сәйәсәте үҫешен билдәләүсе программа проектын тикшереүҙә ҡатнашыу­сылар билдәләүенсә, дәүләт киләсәк быуынды иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Әммә дәүләт ярҙамын да, йәмәғәт ойошмаларының йәштәр сәйәсәтенә индергән өлөшөн дә камил тип әйтеп булмай. ҡайҙалыр һәйбәт идеялар табылмай, ҡайҙалыр проблемалар хәл ителмәй ҡала, ә ҡайҙалыр аҡса етмәй.
Бөтәбеҙ ҙә күреп торабыҙ: йәштәр проблемаһын хәл итергә тырышыусылар иң тәүҙә ике нәмәгә – эшһеҙлек һәм торлаҡ мәсьәләһенә иғтибар итә. Ошо юҫыҡта әүҙем эш алып барыла. Атап әйткәндә, президент программаһы буйынса республикала йыл һайын вакансиялар йәрминкәләре ойошторола. Уның һөҙөмтәһендә бик күп йәштәр эшкә урынлаштырыла һәм ойошмалар яңы кадрҙар менән тулылана. Бөгөн республикала эшһеҙ булараҡ теркәлгән 19 – 29 йәшлек кешеләр дөйөм эшһеҙҙәрҙең 40,3 процентын тәшкил итә. Ике йыл самаһы элек кире яҡҡа тәгәрәгән күрһәткес хәҙер ыңғайға үҙгәрә башлаған. Кешеләрҙең матди яғын ҡайғыртырға тырышыуҙары аңлашыла – йәмғиәттә эшһеҙлек артыу менән енәйәттәр һаны күбәйә, башҡа ҙур проблемалар ҙа килеп сыға. Ә инде торлағы булмаған йәш кеше йорт алырлыҡ аҡса түләнмәгән эшендә үҙен тулыһынса асып, талантын эшкә егер тип әйтеп булмай. Бөтәһе лә бер-береһенә бәйле.
«Түңәрәк өҫтәл» артында ҡарал­ған программа проектының маҡсаты изге һәм аңлайышлы – йәштәргә эшләү, йәшәү, үҫеү өсөн шарттар булдырыу һәм уларҙың һәр береһен шәхес итеп тәрбиәләү. Йәштәре бай, ҡараулы, ҡурсаулы һәм алдынғы социаль төркөмгә ҡараған дәүләттең киләсәге лә яҡты, бөгөнгөһө лә мәртәбәле. Йәш быуындың һәйбәт йәшәүе тотош йәмғиәткә кәрәк, тип билдәләү бер ҙә артыҡ түгел. Ни тиһәң дә, тап йәштәр бар яҡтан да әүҙем социаль төркөмдө тәшкил итә, улар араһында эшһеҙҙәр, эскеселәр, наркомандар, ярлылар ни тиклем аҙ икән, йәмғиәт тә шул тиклем сәләмәтерәк буласаҡ.
Программаны уңышлы тормош­ҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ойоштороусылар балалар, йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында йәмәғәт ойошмалары, волонтерҙар хәрәкәте эшендә ҡатнашыусы кешеләр­ҙе тағы ла арттырырға планлаштыра. Шулай уҡ наркомания, эскелек, токсикомания менән мауығыусылар һанын да кәметеү күҙ уңында тотола. «Түңәрәк өҫтәл»- дә йәштәр сәйәсәте менән шөғөлләнгән органдар һәм учреждениеларҙың матди-техник базаһын нығытыу кәрәклеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Программаның проекты Башҡортостан Республи­каһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтында һәм http://vkontakte.ru/mmpsb селтәрендә лә ҡуйылған. Унда инеп, проекттың тәҡдимдәре менән танышырға, үҙегеҙҙең теләктәрегеҙҙе еткерергә мөмкин. Киләһе биш йылға республикала йәштәр сәйәсәте йүнәлештәрен билдәләгән документты ҡабул итеүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индереп ҡалыр­ға теләһәгеҙ, рәхим итегеҙ – урынлы, ваҡытлы тәҡдимдәр һәр ваҡыт яҡлау табасаҡ!

Лилиә СИРАЕВА.
Читайте нас: