Туҡталҡа хужалары, ирле-ҡатынлы Гөлназ Шәрәфиева менән Рәхимйән Яхин – үҙ эштәренә мөкиббән бирелгән эшҡыуарҙар. Улар ике йылға яҡын әлеге туристик туҡталҡаны булдырып, уны йыһазландырыу өҫтөндә ең һыҙғанып эшләй. «Беҙ тәбиғәтте яратабыҙ. Уның матурлығына һоҡланып туя алмайбыҙ. Бөрйәндең киләсәге – туризмда, тигән уйҙар менән, туризмды Бөрйәндең бөгөнгөһөнә әйләндерергә күп көс һалдыҡ, − ти Гөлназ апай. – Яҡын тирәлә турбазалар, туристик туҡталҡалар төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, дәғүәселек тураһында әйтеп булмай. Беҙҙең туҡталҡаның иң төп айырмаһы – ул сәләмәт тормошҡа әйҙәү. Хатта бер йыл элек БР мосолмандарының Үҙәк диниә назаратынан килеп, хәләл ризыҡ ҡулланырға фатиха биреп, сертификат тапшырып киттеләр. Шуның менән бер рәттән, туҡталҡала иҫерткес эсемлектәр эсеү тыйыла. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – туристарҙы айыҡ ял менән тәьмин итеү. Ә башҡа туҡталҡаларҙа иҫерткес эсемлектәр эсеү рөхсәт ителгән».
Ысынлап та, «Олоғужан»да иҫерткес эсемлектәр эсеүселәргә 500 һум күләмендә штраф һалына. Шул уҡ ваҡытта ял итергә килеүселәр араһында эсеүселәр осрамай икән. Туристар әйтеүенсә, эскеһеҙ ҙә яҡшы, ҡыҙыҡлы ял итергә була. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтар өсөн мауыҡтырғыс экскурсиялар ойошторола. Ял иткән саҡта ҡурсаулыҡтар, Ташөй мәмерйәһе кеүек һоҡланғыс ерҙәрҙе күреү мөмкинлеге бар. Шифалы шишмә һыуы менән йыуынып, милли эсемлек – ҡымыҙҙың ниндәй шарттарҙа, ниндәй ысул менән әҙерләнеүен күҙәтеп, уны һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ «Олоғужан»ды уратып алған мәғрур тауҙарға, ҡаяларға менеү мөмкинлегенән ситтә ҡалмай килгән ҡунаҡтар. Улар күккә олғашҡан ҡаяларға менеп, Бөрйән районының матурлығын күҙәтеп, был ерҙәргә генә хас булған тәбиғәт күренештәрен күреп, һоҡлана.
Әлеге ваҡытта туристар туҡталҡала йәйгеһен генә ял итә. Ләкин киләсәктә Гөлназ апай менән Рәхимйән ағай ҡунаҡтарҙы ҡышын да ҡабул итеү мөмкинлеген булдырмаҡсы. Яҡын арала саңғылар, ҡышҡы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн кәрәкле йыһаздар һатып алып, ҡышҡы ялдың барлыҡ рәхәтен күреп ял итеү мөмкинлеген тыуҙырырға ниәтләнәләр. Шуның менән бергә хужаларҙың иң оло теләге − «Олоғужан»да йәмле мәсет һалыу. Был яҡты хыялды тормошҡа ашырыу өсөн күп көс талап ителә. Ләкин эшлекле Рәхимйән ағай менән Гөлназ апайҙың башланған эштәре уң булыр һәм уй-хыялдары тормошҡа ашыр тип ышанғы килә.
Юлиә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Зиннур БОҪҡОНОВ фотолары.