Мөхәббәт ағастарында
Һөйөүҙең йоҙаҡтары –
Уны бикләп ҡуя ала
Тик хистәре ныҡтары!
“Мөхәббәт ағасы” – ағас формаһында эшләнгән скульптура композицияһы. Унда ғашиҡ йәштәр хистәренең ныҡлығы билдәһе булған йоҙаҡтар элә һәм асҡысын йылғаға ырғыта. Бындай тәүге “Мөхәббәт ағасы” 2007 йылда Мәскәүҙәге Лужков күпере эргәһенә ҡуйылған. Бындай ағастар бөгөн был күпер эргәһендә генә бишәү һанала. Ул “Туй ағасы”, “Ғаилә ҡороусылар ағасы”, “Бәхет ағасы” тип тә йөрөтөлә.
Баймаҡ ҡалаһының йәш, дәртле эшҡыуарҙары, С. Юлаев исемен йөрөткән мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған “Тылсымлы донъя” балалар майҙансығы хужалары Диләрә һәм Альберт Сәйетовтар тағы бер яңылыҡ уйлап сығарҙы – “Мөхәббәт ағасы” “ултыртты”. Үткән йомала уны асыу тантанаһы үтте. Сәстәрен-сәскә бәйләүсе тәүге йәштәр – Рәмзилә һәм Азат Мәмбәтовтар, таҫманы ҡырҡып, ағасҡа тәүге йоҙаҡты элде, ә асҡысын Таналыҡ йылғаһына ырғытты.
Шулай итеп, ҡалабыҙҙа туй тантанаһына тағы бер матур йола өҫтәлде. Эш ағаста ла, йоҙаҡта ла түгел – матурлыҡҡа, изгелеккә ышанған йөрәктәр һәр ваҡыт бергә типһен, бәхетле булһын, ергә яңы тормош бүләк итһен!
Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотоһы.