Башҡортостандың 20 меңдән ашыу гражданы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре менән осрашыуҙарҙа ҡатнашты. Вәкилдәр «Халыҡ программаһы»на тәҡдимдәр ҡабул итеү менән шөғөлләнә.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының 4-се координация советынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 13 граждан әлеге ойошманың ышаныслы вәкиле булып тора. Улар − РФ Дәүләт Думаһы депутаттары − Спартак Әхмәтов, Илдар Ғималетдинов, Рәмил Исҡужин, Марсель Йосопов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты директоры Рәмил Мәжитов, «Эшлекле Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рафаэль Мәрҙәншин, БР буйынса Пенсионерҙар союзы идараһы рәйесе Рафаил Минһажетдинов, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Юрий Пустовгаров, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Cәмерханов, БР ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, БР Крәҫтиән (фермерҙар) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһы етәксеһе Таһир Торомтаев, Бөрө дәүләт социаль-педагогика академияһы ректоры Салауат Усманов. Был вәкилдәр, дөйөм алғанда, республика халҡы менән 80-дән ашыу осрашыу ойошторҙо. Ошо осрашыуҙар барышында «Халыҡ программаһы»на 150-нән ашыу тәҡдим индерелгән.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ышаныслы вәкилдәре республика халҡы менән осрашыуҙарын дауам итә. Башҡортостан халҡы ҡатнашлығында үткән кәңәшләшеүҙәр, сходтар, презентациялар, «түңәрәк өҫтәл»дәр 1 авгусҡа тиклем барасаҡ.
Л. СОЛТАНОВА.