Йыл аҙағына тиклем Рәсәй ҡораллы көстәрендә хәрби полиция барлыҡҡа киләсәк. Ул хәрби частарҙа тәртип булдырыу, гарнизондарҙа һәм ҡалаларҙа патруль менән йөрөү, хәрби объекттарҙы һәм йөктәрҙе һаҡлау, гауптвахта һәм комендатура эштәре менән шөғөлләнәсәк. Хәрби полицияның структураһы сит илдәр тәжрибәһенән сығып төҙөләсәк, унда 20 меңләп кеше йәлеп ителәсәк.
Өфөгә Италияның Мәҙәниәт, туризм һәм гастрономия ассоциацияһы президенты Массимилиано Панеро килде. Уның маҡсаты − республика һәм уның инвестицион мөмкинлектәре менән яҡынданыраҡ танышыу. Осрашыу барышында башҡорт-итальян художество проектын эшләү күҙаллана.
БР Президенты хакимиәтендә БР Президенты хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеше һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы башлығы Данил Азаматов граждандарҙы ҡабул итте. ҡабул итеүгә Өфө, Салауат, Баҡалы райондарынан социаль яҡлау тапмаған кешеләр төрлө һорауҙары менән килгәйне. БР Президент хакимиәтенә мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны артыуы властың асыҡ эшләй башлауына бәйле һәм беҙ был кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға тейешбеҙ, тип белдерҙе Данил Азаматов.