Бөтә яңылыҡтар
9 Июль 2011, 16:14

Әллә ни эҫе булмаҫ

30 градуслыҡ эҫе әлегә тамамланып тора тип билдәләргә кәрәк. Синоптиктар фаразлауынса, бөгөн көн эҫе генә булһа ла, иртәгәнән башлап республиканың бөтә райондарында ла һауа температураһы бер аҙ түбәнәйәсәк. Аҙна дауамында оҙайлы ямғырҙар көтөлмәй − аяҙлы-болотло көндәр менән ҡояшлылары алмашынып торасаҡ.Киләһе аҙнала республикала һауа температураһы көндөҙ яҡынса 22 − 24 градус йылы буласаҡ тип вәғәҙә итәләр. Өфө ҡалаһы һәм уның тирәһендәге райондарҙа аҙна дауамында көндәр аяҙлы-болотло тороп, шәмбе көнөндә генә термометр 31 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

30 градуслыҡ эҫе әлегә тамамланып тора тип билдәләргә кәрәк.
Синоптиктар фаразлауынса, бөгөн көн эҫе генә булһа ла, иртәгәнән башлап республиканың бөтә райондарында ла һауа температураһы бер аҙ түбәнәйәсәк. Аҙна дауамында оҙайлы ямғырҙар көтөлмәй − аяҙлы-болотло көндәр менән ҡояшлылары алмашынып торасаҡ.
Киләһе аҙнала республикала һауа температураһы көндөҙ яҡынса 22 − 24 градус йылы буласаҡ тип вәғәҙә итәләр. Өфө ҡалаһы һәм уның тирәһендәге райондарҙа аҙна дауамында көндәр аяҙлы-болотло тороп, шәмбе көнөндә генә термометр 31 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

Л. СОЛТАНОВА.
Читайте нас: