Бөтә яңылыҡтар
2 Июль 2011, 19:00

Сәфәрҙәргә сыҡһаң...

Беҙ, Рәсәй халҡы, сәйәхәт итергә яратабыҙ. Төрлөбөҙ төрлөсә, әлбиттә. Берәүҙәр тик хыялда ғына, кемдер картаға ҡарап, тигәндәй. Ә бына ысынлап та сит илгә сығырға форсат табыусылар үҙҙәрен нисек тоя һуң? Был тәңгәлдә башҡортта бик тә әсе генә әйтем бар: бәйҙән ысҡынған эт кеүек, тигән... Үҙең аңла ла, үҙең һығымта яһа, уҡыусым.Бер булған хәл дә иҫкә төштө әле. Юҡ, шәхсән үҙем шаһит булманым, виртуаль донъяны «гиҙгәндә» барып сыҡтым яндарына.Венгрия. Балатон яры буйында бәләкәй генә милли ресторан. Залда бер пар тыныс ҡына ашай. Беҙҙекеләр иһә күмәк һәм шаулы. Шарап эсәләр, уха ашайҙар, тағы шарап эсәләр, унан гуляш, артабан шарап... Венгрҙарҙың русса белмәүен иҫәпкә алып, Рәсәйсә, «миллисә» иркенләп китеп һөйләшәләр, бәхәсләшәләр. Теге пар ашап бөтөп тора ла быларға саф рус телендә тәмле аш теләй. Шаулы компаниянан берәү, айнығандай булып, ниңә Рәсәйҙән икәндәрен шундуҡ белгертмәүҙәрен һорай.

Сәфәрҙәргә  сыҡһаң...
Сәфәрҙәргә сыҡһаң...
Әйткәндәй

Рәсәйҙәр һуңғы йылдарҙа күпләп сит илгә йәшәргә китә. Яҡшы тормош эҙләп инде. Юҡ, бында мин «аҡыллы баштар»ҙың ситкә осоуына ҡайғырып әйтмәйем, китеүселәрҙең күбеһе йә йыйыштырыусы булып эшләй, йә һатыусы, «нәнкә»ме шунда... Ундайҙар үҙебеҙҙә лә аҙым һайын. Әйҙә, китә бирһендәр. Бик-бик һирәктәренә генә эләгә һөнәре буйынса эшләү. Яҡташтарҙың иң ҙур проблемаһы − барған иленең телен белмәү һәм белергә лә теләмәү. Өйрәнгән хәлдә лә бик ауырлыҡ менән, ялҡаулана-ялҡаулана өйрәнә. Шуға ла әллә ни уңыштарға өлгәшә алмай. Федераль миграция хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, мәҫәлән, 2009 йылда киткән 40 меңгә яҡын ватандашыбыҙҙың ете меңе ял һәм хеҙмәтләндереү өлкәһенә эшкә урынлашҡан, 28 меңе иһә элек беҙҙә «һоҫа» («челнок») тип аталғандарға тиң булған ваҡ-төйәк һатыу менән шөғөлләнә. Бынан тыш, Рәсәй «дальнобойщик»тарын Европаның һәр компанияһына эшкә алалар, моряктарҙы − Скандинавия суднолары караптарына. Бында уларҙың юғары һөнәрилеге хуплана тиһегеҙме? Юҡ шул, беҙҙекеләрҙең төп «ҡаҙанышы» − арзанға төшкән эш кешеһе булыуҙарында.


Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Читайте нас: