Бөтә яңылыҡтар
28 Июнь 2011, 18:10

Күлдәргә, тауҙарға бай төйәгем

Беҙ Учалы районының Озерный ауылында йәшәйбеҙ. Башҡорт ҡурайы үҫкән, таш еләге, ер еләге, әберсәһе, сейәһе, әлмороно, энәлеге тәнгә им биргән тауҙар иле! Аратүбә, Оҙанғыр, Остобейек, Торһай... Атбил тауы. Ике тау килеп тоташҡан ер ат биленә оҡшаған. Унан борон халыҡ ҡалаға баҙарға йөрөгән. Түгелмә тауын уның башынан алып түбәнге осона тиклем ваҡ таш түгелгән кеүек ятҡан­ға шулай атағандар. Азамат утарының исеме Азамат тигән кешегә бәйле. Сөнки шунда уның бесәнлеге булған.Мәрйә үлгән үҙәге. Юлда ҡайтып барғанында ҡаҙаҡтар бер мәрйәне талап үлтереп, шунда уҡ күмеп китә. Сахрайортта элек аттарҙы ярыштарға әҙерләгәндәр.

Читайте нас: