Бөтә яңылыҡтар
25 Июнь 2011, 18:56

Йөҙәбеҙ, сумабыҙ

Һыу инеү өсөн һайланған урын һеҙгә электән таныш булһа ла, унда бейектән ырғыр алдынан һыу ятҡылығының төбөн тикшереп сығығыҙ. Бер төн эсендә лә тулҡындарҙың йылға төбөнә бүрәнә йәки башҡа нәмәне килтереп ташлауы мөмкин. Һыу ятҡылыҡтарының төбө һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Йыйылған балсыҡ, тимер, ботаҡҡа барып төшөп муйыныңды йәки башҡа урынды һындырырға, иҫтән яҙырға, һәм Алла һаҡлаһын, үлергә лә мөмкин.Бата башлаһағыҙ иң тәүҙә ҡысҡырығыҙ. Артыҡ кейемегеҙҙе һалығыҙ, арҡағыҙға ятып, тәрән итеп тын алығыҙ. Тулҡынға артығыҙ менән боролоп ятығыҙ, ауыҙға һыу тулмаһын. Батып барған кеше үҙен ҡотҡарыр­ға килгән кешене һыу төбөнә һөйрәйәсәк. Был 100 процент шулай буласаҡ. Шуның өсөн һыуға кешене ҡотҡарыу өсөн үҙең генә сумыу ҡурҡыныс. Кәмәгә ултырып, һауа тултырылған матрас, йә булмаһа, буш пластик шешә булһа ла тотоп йөҙөргә кәрәк. Полиэтилен тоҡтар ҙа ярҙам итә ала. Батып барған кеше паникаға биреләсәк. Шуға ла уны тыныс­ландырыу өсөн ҡаты ғына итеп ҡысҡырырға тура килә. Юҡһа, ул кешеләргә сат йәбешеп, үҙен дә, башҡалар­ҙы ла ҡурҡыныс аҫтына ҡуясаҡ. ҡай саҡ батыусыны бәргесләп тә алалар, ҡурҡмағыҙ, аҙаҡ ул һеҙгә рәхмәт кенә әйтәсәк.

Һыу инеү өсөн һайланған урын һеҙгә электән таныш булһа ла, унда бейектән ырғыр алдынан һыу ятҡылығының төбөн тикшереп сығығыҙ. Бер төн эсендә лә тулҡындарҙың йылға төбөнә бүрәнә йәки башҡа нәмәне килтереп ташлауы мөмкин. Һыу ятҡылыҡтарының төбө һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Йыйылған балсыҡ, тимер, ботаҡҡа барып төшөп муйыныңды йәки башҡа урынды һындырырға, иҫтән яҙырға, һәм Алла һаҡлаһын, үлергә лә мөмкин.
Һыуға инер алдынан бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тотоғоҙ:
Эскән килеш һыуға инмәйҙәр. Һыуға батыусыларҙың күпселеге эскән кешеләр булыуын онотмайыҡ.
Артыҡ эҫелә, тирләгән килеш һыу инмәйҙәр.
Арыған саҡта һыуҙың һай урынында ғына йөҙөгөҙ.
Һыу инеү костюмына булавка ҡаҙай­ҙар, ярҙан алыҫҡараҡ киткән саҡта көҙән йыйыра башлаһа, тәнгә булавка ҡаҙап, мускулдарҙы «тәртипкә» килтерергә мөмкин.
Һыу инеү өсөн иң уңайлы ваҡыт – иртәнге сәғәт һигеҙ менән ун араһы һәм киске биш менән ете араһы.
Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Уларҙың һыуҙа үҙен төрлөсә тота башлауы ихтимал, һай ғына урында ла йығылып китеп сәсәүҙәре, һыу йотоу­ҙары, батыуҙары бар.
Һыуҙа ярты сәғәттән дә артыҡ булмағыҙ, өшөү ҡурҡынысы янай.
Һыуҙа бер-береңде ҡыуып тотоу менән бәйле булған уйындар ойоштормайҙар. Уйынға бирелеп китеп, һауа урынына һыу йоторға һәм иҫтән яҙырға мөмкин.
Әгәр аяғығыҙҙы көҙән йыйырҙы һәм янығыҙҙа булавка юҡ икән, бер нисә тапҡыр балтырығыҙҙы семетергә тырышығыҙ. Был да ярҙам итмәһә, аяҡтың ҙур бармағына тотоноп, ҡапыл уны турайтырға кәрәк. Бынан һуң ярға табан йөҙөргә була.
Йөҙөп барғанда арыһағыҙ, ҡурҡыу­ға бирелмәгеҙ. Арҡаға ятып ял итеп алырға мөмкин. Был, ысынлап та, хәл индерә.
Өйрөлтмәгә эләккән осраҡта юғалып ҡалмағыҙ! Үпкәгә һауаны мөмкин тиклем күберәк алып сумырға һәм һыуҙың ағымы ыңғайына ситкә ырғырға кәрәк. Бынан һуң өҫкә ҡалҡып сығыуы ҡыйын түгел.
Бата башлаһағыҙ иң тәүҙә ҡысҡырығыҙ. Артыҡ кейемегеҙҙе һалығыҙ, арҡағыҙға ятып, тәрән итеп тын алығыҙ. Тулҡынға артығыҙ менән боролоп ятығыҙ, ауыҙға һыу тулмаһын.
Батып барған кеше үҙен ҡотҡарыр­ға килгән кешене һыу төбөнә һөйрәйәсәк. Был 100 процент шулай буласаҡ. Шуның өсөн һыуға кешене ҡотҡарыу өсөн үҙең генә сумыу ҡурҡыныс. Кәмәгә ултырып, һауа тултырылған матрас, йә булмаһа, буш пластик шешә булһа ла тотоп йөҙөргә кәрәк. Полиэтилен тоҡтар ҙа ярҙам итә ала. Батып барған кеше паникаға биреләсәк. Шуға ла уны тыныс­ландырыу өсөн ҡаты ғына итеп ҡысҡырырға тура килә. Юҡһа, ул кешеләргә сат йәбешеп, үҙен дә, башҡалар­ҙы ла ҡурҡыныс аҫтына ҡуясаҡ. ҡай саҡ батыусыны бәргесләп тә алалар, ҡурҡмағыҙ, аҙаҡ ул һеҙгә рәхмәт кенә әйтәсәк.
Әгәр кеше һыу төбөнә киткән икән, уны эҙләүҙән туҡтамағыҙ. Кешене йылы һыуҙа биш минут тирәһе ятҡан хәлдә лә ҡотҡарырға була. Әгәр һыу һалҡын булһа, ярты сәғәт тере булыуы ихтимал.

Денис МАНСУРОВ:

– Һыуға батыусыны ҡотҡарыу, серәкәйҙәрҙән һаҡланыу ысулдарын һәр кеше төндә уятып һораһалар ҙа, белергә тейеш. Автоматик рәүештә. Рюкзағығыҙға палатка, кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡтарҙан башҡа, аптечка ла һалырға онотмағыҙ. Унда мотлаҡ рәүештә спирт, йод, активлаштырылған күмер булһын.
Һыуҙан сығарғас, кешене тубығығыҙға йөҙтүбән һалығыҙ. Бынан һуң ауыҙ эсен таҙартып, ҡапыл ғына теленең төбөнә баҫырға кәрәк. Ул ҡоҫа башларға тейеш.
Әгәр батыусының пульсы юҡ һәм ҡоҫмай икән, арҡаһына ятҡырып, үпкәһенә һауа индереү, йөрәгенә тура булмаған массаж эшләү талап ителә. Әгәр тере икәнлеге һиҙелә башлаһа – ашҡаҙаны һәм үпкәһендәге һыуҙы сығарырға.
Читайте нас: