Баш ҡалабыҙ тиҙҙән яңы Устав буйынса йәшәй башлаясаҡ. Әлегеһенә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте.
Устав федераль ҡануниәттәге бихисап үҙгәрештәргә бәйле яңыртыла. Унда ниндәйҙер ҡәтғи үҙгәрештәр юҡ, шулай ҙа ҡыҙыҡлы яңылыҡтары ла етерлек. Мәҫәлән, ҡала советы депутаттарын хәҙер ҡатнаш система буйынса һайлаясаҡбыҙ – партия исемлеге һәм бер мандатлы округтар буйынса. Үҙгәртелгән Уставта төбәктәрҙәге Контроль-иҫәп палатаһының аналогы – ҡала округының Иҫәп комиссияһы тураһында бүлек барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ ҡала вәкәләттәрен федераль ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтерә һәм урындағы үҙидара органдарының ҡаҙна учреждениеларына әйләнеүен күҙ уңында тота.