Бөтә яңылыҡтар
20 Июнь 2011, 21:46

Батыр ере йыйын йыйҙы

Йүрүҙән буйҙары бер мәлгә тарих төпкөлөнә сумды. Халыҡ тын ҡалып, үҙен ошо бөйөк көндәрҙең шаһиты итеп тойҙо. Ялт-йолт килеп ялтлаған ҡылыстар сыңы, аттар сабышы беҙҙе Бүгәсәү һәм Салауат осорона алып инеп китте. Бүгәсәүҙең үҙен батша тип иғлан итеп, башҡорт халҡын да азатлыҡ өсөн көрәшкә әйҙәүе, халыҡ менән аралашыуы, Салауаттың башҡорттарҙы яуға күтәреүе шул саҡтағылай күҙ алдына килеп баҫты. Быуаттар үтеү менән күп нәмә үҙгәргән, кешеләр икенсе, тормош бүтән, заман башҡа, әммә күҙҙәрҙә саялыҡ осҡондары һүнмәгән, башҡортлоҡ рухы һүрелмәгән. Тап шундай итеп күрҙе тамашасы Салауаттың азатлыҡ көҫәп яуға күтәрелгән берҙәм яусылары – һыбайлы замана ир-егеттәрен.

Батыр ере йыйын йыйҙы
Батыр ере йыйын йыйҙы
Республика байрамына батырҙың данлыҡлы яҡташтары, бик күп ҡунаҡтар йыйылғайны. Бөтәһен дә ошондай ҙур байрам менән ихлас ҡотлап, Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина ла сығыш яһаны. Ул Премьер-министр Азамат Илем­бәтовтың да ҡотлау сәләмен еткерҙе.
Район халҡы өсөн ҡыуаныслы минуттар етте. Бик күп йәш ғаиләгә ошо көндә социаль программа буйынса торлаҡ алыуға сертификат тапшырылды. Йәштәргә «ҡыйыҡлы» булыуҙан да ҡыуаныслыраҡ хәбәр булыуы мөмкинме икән − сәхнәнән ҡояштай балҡып таралышты улар. Ауыл хужалығы уңғандарын да тәбрикләне район хакимиәте башлығы.
Көндөң йыйынға йыйылыусыларҙы йылы ҡояшы менән ҡыуандырмауы ла байрам кәйефен боҙа алманы. ҡойоп торған ямғыр аҫтында йөрөһәләр ҙә, таралышырға ашығыусы булманы. Конкурстар барған ергә юлланды улар. Көрәш майҙанында көрәшселәр һимеҙ тәкәне алыу өсөн бил һынашты. Аттар сабышы ла һәр ваҡыттағыса иң тамашасы йыйған, янып-көйөргә мәжбүр иткән бәйге булды. Юртаҡтарҙың иң шәп, етеҙҙәре Янғантауҙыҡы булып сыҡты.
Ниндәй һабантуй төрлө спорт ярыштарһыҙ үтһен: гер күтәреү, бағанаға үрмәләү, футбол, волейбол уйындары ла үҙ еңеүселәрен тапты. Балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Улар өсөн айырым балалар һабантуйы ойошторолдо. Балаларҙың тауышынан, сәмләнеп ярышыуынан һабантуй майҙаны гөрләп торҙо.
Тирмәләр конкурсы ла үҙенсәлекле булды. Салауат районының һәр ауыл советы үҙенең тирмәләрен ҡорған. Улар зауыҡ менән биҙәлгән, милли үҙенсәлектәрҙе асып бирергә тырышҡан. Башҡорттарҙың аш-һыуы табын түрендә урын алған. Борондан ҡалған йола күренештәрен дә күрһәтте тирмә хужалары.
Йыр-бейеү буйынса таланттарҙы асыу майҙаны ла булып торҙо һабантуй. Үҙешмәкәр коллективтар һәм айырым башҡарыусылар бер сәхнәлә үҙ-ара көс һынашһа, йәш артистар икенсе сәхнәлә сығыш яһаны.
Байрам шаулап-гөрләп аҙағына ла яҡынлашты. Еңеүселәрҙе билдәләп, бүләктәр тапшырылды, ҡотлау һүҙҙәре әйтелде. Һабантуйҙа ҡатнашыусылар бәрәкәтле Салауат еренә, ҡунаҡсыл Салауат халҡына рәхмәттәр әйтеп, әллә күпме тәьҫорат алып таралышты.
Читайте нас: