Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2011, 22:09

Был аҙнала беҙҙе... Хәүефләндерҙе...

Доминикан Республикаһында холеранан үлеүселәрҙең һаны 46 кешегә етте. 2010 йылдан алып был илдә ошо сирҙе йоҡтороусы 1,5 мең кеше теркәлгән. Урындағы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡҡа шәхси гигиена ҡағиҙәләрен ҡат-ҡат аңлатып ҡарай. Әммә был тырышлыҡтың яҡшы һөҙөмтәләре күренмәй.Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Гаити халҡы ла холеранан ыҙа сигә. Унда үткән йылдың уртаһынан алып бөгөнгә тиклем 5,2 мең кеше тап ошо сир арҡаһында яҡты донъя менән хушлашҡан. Афғанстандың Кандагар провинцияһында ла холера эпидемияһы тарала.

Был аҙнала беҙҙе... Хәүефләндерҙе...
Был аҙнала беҙҙе... Хәүефләндерҙе...
Доминикан Республикаһында холеранан үлеүселәрҙең һаны 46 кешегә етте. 2010 йылдан алып был илдә ошо сирҙе йоҡтороусы 1,5 мең кеше теркәлгән.
Урындағы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡҡа шәхси гигиена ҡағиҙәләрен ҡат-ҡат аңлатып ҡарай. Әммә был тырышлыҡтың яҡшы һөҙөмтәләре күренмәй.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Гаити халҡы ла холеранан ыҙа сигә. Унда үткән йылдың уртаһынан алып бөгөнгә тиклем 5,2 мең кеше тап ошо сир арҡаһында яҡты донъя менән хушлашҡан.
Афғанстандың Кандагар провинцияһында ла холера эпидемияһы тарала. Хәрби ығы-зығыларҙан йонсоған был илдә, башлыса, балалар сирҙе еңә алмай. Медицина хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, холера менән ауырыусыларҙың 80 процентын 5 йәш тирәһендәге балалар тәшкил итә.
Читайте нас в