Бөтә яңылыҡтар
14 Июнь 2011, 19:58

Яңылыҡтар

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Литваның билдәле сәйәсмәне һәм иҡтисадсыһы Казимира Прунскене менән осрашты. Унда «Раевка шәкәр заводы» предприятиеһы тураһында ла һүҙ барҙы. Литваның «ARVI» компаниялары төркөмө заводты һатып алыу менән ҡыҙыҡһынған һәм уны реконструкциялау һәм үҫтереү өсөн 100 миллион евро инвестиция индерергә әҙерлеген белдергән.Салауат районы прокуратураһы Боксит махсус (коррекцион) мәктәп-интернаты тәрбиәсеһенә ҡағылышлы эште судҡа тапшырҙы. Ул балаларҙы кисен спортзалға йыйып, ике сәғәт буйы физик күнекмәләр эшләтеп яфалаған. Баҡтиһәң, ир кеше икенсе тәрбиәсенең 500 һум аҡсаһы юғалыуында ғәйепле баланы ошондай ысул менән табырға тырышҡан.

Читайте нас: