Күҙ йоморлоҡ түгел
Японияның атом электр станцияһындағы авариянан һуң әллә ни насар эҙемтәләр булманы, тип ышандырырға тырыштылар.
Әммә һуңғы көндәрҙә «Фукуси-ма − 1»ҙән алыҫ урындарҙа ла радиоактив матдәләр табылған. Әле диңгеҙ һәм ер аҫты һыуҙарында стронций барлығын асыҡлағандар. Был матдә һыуҙа мөмкин булған параметрҙарҙан 240 тапҡырға артығыраҡ.
Әлбиттә япондар радиоактив матдәләрҙең асыҡ һыуға сығыуын контролдә тоторға тырыша. Әле белгестәр диңгеҙҙә тотолған балыҡты ҡулланыуҙың хәүеф менән янауын билдәләй.
Стронций юҡҡа сыҡһын өсөн 29 йыл ваҡыт талап ителә. Был матдә кеше организмына эләкһә, онкологик ауырыуҙарға килтерә.
Обамаға һөжүм?
Америка ҡушма Штаттары Президенты Барак Обамаға асыҡтан-асыҡ һөжүм итергә маташҡандар, тип уйларға нигеҙ бар.
Президенттың резиденцияһы территорияһына бәләкәй генә билдәле булмаған самолет үтмәксе булған. Пилот менән һөйләшеүҙе ойоштора алмаған һаҡсылар һауаға истребителдәрҙе күтәреп, сит самолетты тотҡан.
Был самолет Барак Обама ғаиләһе менән ял иткән ваҡытта резиденцияға яҡынлашҡан. Әлегә саҡырылмаған ҡунаҡтың Америка Президентына һөжүм итергә йыйыныу-йыйынмауы хаҡында аныҡ ҡына әйтмәйҙәр.
Самолеттарҙың осошо тотҡарланасаҡ
Францияла авиамеханиктарҙың баш күтәреүе арҡаһында самолеттарҙың осошо тотҡарланыу ҡурҡынысы тыуҙы.
Эшселәр үҙҙәренең эш хаҡын 200 − 300 евроға күтәреүҙәрен талап итә. Етмәһә, забастовканың ҡасан тамамланасағы билдәһеҙ. Авиамеханиктар яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәнгә тиклем эште тотҡарларға йыйына.
Аэропортта эшләүселәр быға тиклем дә эш хаҡының аҙ булыуына зарлана ине. Улар проблемалары хаҡында етәкселәргә лә еткергән, әммә эшселәрҙе аңлаусылар ғына табылмаған. Хәҙер механиктарҙың сыҙамлығы һуңғы сиккә етеп, баш күтәрә башлағандар.
Еңелергә йыйынмай
Халыҡ-ара шахмат федерацияһы башлығы Кирсан Илюжминов Муамар Каддафи менән осрашҡан.
Был осрашыу бункерҙа түгел, ябай ғына административ бинала үткән.
Илюжминовҡа Каддафиҙың туғандары үлтерелгән, НАТО бомбалары эләккән бинаны ла күрһәткәндәр.
Шахмат уйыны ваҡытында Каддафи Ливияны ташлап китергә йыйынмауын хәбәр иткән. Билдәле булыуынса, ил башлығын инде бына нисәмә айҙар буйы юҡ итергә, йә булмаһа вәкәләттәренән бушатырға тырышалар. Тик ул һаман бирешергә һәм тыуған илен ташлап китергә уйламай.
Әлегә кәрәкмәҫ
ҡурҡыныс ауырыу арҡаһында Рәсәй Европа илдәренән йәшелсә һатып алыуҙы ваҡытлыса туҡтатҡайны.
Хәҙер немецтар эпидемияның нимәгә бәйле булыуын аныҡ асыҡлаған һәм беҙҙең ил тиҙ арала йәшелсәләрҙе ҡабат һатып ала башлар, тип өмөтләнә.
Шул уҡ ваҡытта, Германияла йәшелсәләр аша йоҡторған эсәк ауырыуы менән үлеүселәр һаны 35 кешегә етте. Сирҙе йоҡтороусылар кәмеһә лә, әле дауаханаларҙа ятҡандар араһынан яҡты донъя менән хушлашыусылар һаны арта бара. Был инфекцияны 3200 кешенең эләктереүе билдәле. Ул Европаның 14 илендә, Канада һәм Америкала теркәлгән.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.