Белорет районының Өфөлә йәшәүсе Иҙел башы яҡташтар ойошмаһы көсө менән «Таулы төйәгебеҙ – Белорет (Иҙел башы хаҡында бәйән)» исемле китап донъя күрҙе.
Уны сығарыу өсөн аҡсаны Хәмзә хажи Ғәлләмов бирҙе. Китапта Иҙел башы башҡорттарының тарихы, райондың ауылдары тарихы, арҙаҡлы кешеләре, тәбиғәт ҡомартҡылары, ерлек менән бәйле йырҙар, легендалар, риүәйәттәр урын алған. 208 биттән торған китап тулы төҫлө, бик күп фотоһүрәттәр менән биҙәлгән. Уны йыйыу һәм әҙерләү эшен Белорет районы яҙыусылары Сабир Шәрипов менән Дамир Шәрәфетдинов башҡарҙы. 2,5 мең тираж менән сығарылған китап райондың тулы энциклопедияһына дәғүә итмәй, әлбиттә, әммә үҙ исемен аҡлай – Иҙел башы башҡорттары тураһында иң тулы мәғлүмәт биреүсе баҫма булып тора.