Бөтә яңылыҡтар
28 Май 2011, 16:34

Был аҙнала беҙҙе...

һөйөндөрҙө...РФ Президенты Дмитрий Мед­ведев башлаған автомобилдәргә техосмотр үткәреү реформаһын Премьер-министр Владимир Путин дауам итмәксе. Ул үҙенең ҡарары менән 2011 йылға тиклем ғәмәлдә булған техосмотр талондарын бер йылға тиклем оҙайтты. Бынан тыш, бер йыл йөрөгән автомобилдәр ҙә техосмотрҙан азат ителгән. Документҡа ярашлы, быйыл автомобилдәренә инструменталь контроль үткәрергә тейешле кешеләр 2012 йылда ғына техосмотрға бара ала. Бер йыл да йөрөмәгән еңел автомобилдәр хужаларына техник тикшереү талоны машинаны иҫәпкә ҡуйғанда биреләсәк.

Был аҙнала беҙҙе...
Был аҙнала беҙҙе...
һөйөндөрҙө...
РФ Президенты Дмитрий Мед­ведев башлаған автомобилдәргә техосмотр үткәреү реформаһын Премьер-министр Владимир Путин дауам итмәксе.
Ул үҙенең ҡарары менән 2011 йылға тиклем ғәмәлдә булған техосмотр талондарын бер йылға тиклем оҙайтты. Бынан тыш, бер йыл йөрөгән автомобилдәр ҙә техосмотрҙан азат ителгән. Документҡа ярашлы, быйыл автомобилдәренә инструменталь контроль үткәрергә тейешле кешеләр 2012 йылда ғына техосмотрға бара ала. Бер йыл да йөрөмәгән еңел автомобилдәр хужаларына техник тикшереү талоны машинаны иҫәпкә ҡуйғанда биреләсәк.

Уйға һалды...
Мәскәү өлкәһе прокуроры Александр Аникин өлкәнең район, ҡала прокурорҙарына аттестация үткәрергә ҡушҡан.
Тикшереү ваҡытында прокурор антына тоғролоҡ һәм прокуратура хеҙмәткәре этикаһы кодексын үтәмәү мәсьәләләренә төп иғтибар бүленәсәк. Мәскәү прокурорҙарын тикшереү уларҙың ҡайһы берҙәренең баш ҡалалағы казиноларҙы «ҡурсалауы» һәм легаль булмаған бизнестан килем алыуҙары менән бәйле. Закон һағында тороусылар үҙҙәре тәртип боҙғас, ябай халыҡҡа ҡайҙан яҡлау эҙләргә?

Өмөт уяты...
РФ Президенты Дмитрий Медведев Оборона министрлығына хәрби хеҙмәт йәшендә мәктәпте тамамлаған егеттәргә повестка тотторорҙан алда вузға инеү мөмкинлеге биреү мәсьәләһе тура­һында уйларға ҡушҡан.
«Кеше ҡасан ғына мәктәпте тамамламаһын (был ғаилә хәлдәре, һаулыҡ торошо менән бәйле булыуы мөмкин), уға вузға инергә бер мәртәбә булһа ла мөмкинлек гарантияланырға тейеш», – тигән ул.

Борсолдорҙо...
Төньяҡ Африка һәм Көнсығыш Ев­ропа илдәренән килгән закон­һыҙ мигранттар тулҡыны Евро­союзды өсөнсө илдәр менән ви­заһыҙ режимды ғәмәлдән сы­ға­рырға мәжбүр иткән.
Еврокомиссия тарафынан эшләнгән сикләү саралары Европарламентҡа тикшереүгә биреләсәк. Тиҙҙән виза режимын либералләштереү тураһында килешеүҙәр төҙөләсәк Рәсәй, Молдова, Украина, Грузияға Евросоюз илдәренә инеүгә бәйле талаптар үҙгәрәсәк. Яңы сикләү документы Европа илдәренә визаһыҙ йөрөгән 41 ил граждандарына ҡағыла.
Читайте нас в