"Белорет урманы" дәүләт унитар предприятиеһы директоры Илнур Искәнйәр улы Биктимеров белдереүенсә, быйыл предприятие тарафынан 210 гектар ергә ағас үҫентеләре ултыртылған. Алдағы йылдарҙа ҡороған урындарға – 50 гектар ергә өҫтәп йәш үҫентеләр ултыртыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта бөтә көстәр ошо мөһим ағас ултыртыу эшенә йүнәлтелгән.
Урман көнөндә предприятие башҡа учреждениеларға бушлай шыршы үҫентеләре таратты. Шулай уҡ Учалы, Әбйәлил райондарынан, Магнитогорск ҡалаһынан да килеп алдылар.
"Белорет урманы"ның Уҡшыҡ эргәһендәге питомнигында ла йәш үҫентеләр әҙерләү буйынса эш туҡтамай. Беҙ барғанда мастер Айгиз Әпсәләмов, мастер ярҙамсыһы Арсен Вәлиуллин, тракторсы Олег Лежнев ағас орлоҡтарын сәсә ине. Был үҫентеләр ике йылдан ултыртыуға яраҡлы буласаҡ. Уларҙың эшен ҡарап, йәштәрҙе ағас сәсергә өйрәтеп йөрөгән "Белорет урмансылығы" дәүләт учреждениеһының участка мастеры С. Гусев менән әңгәмәләшәбеҙ:
– Элек беҙ ҙә ағас ултырта инек, хәҙер, үҙгәрештәр булғас, беҙҙең төп эшебеҙ күҙәтеүгә ҡайтып ҡалды. Шулай булһа ла, "Белорет урманы" предприятиеһының йәш эшселәрен орлоҡ сәсеү серҙәренә өйрәтеп йөрөйбөҙ, – ти Сергей Федорович.
Урман эшсәндәре орлоҡтарҙы үҙҙәре әҙерләгән. Быйыл 180 килограмм орлоҡ (ҡарағайҙыҡы – 170, шыршыныҡы – 10 килограмм) сәселде. Йәш үҫентеләр, яҡшы үҫеп сыҡһа, 2013 йылда урманға оҙатыласаҡ.
Рәмилә МУСИНА.