Бөтә яңылыҡтар
17 Май 2011, 14:49

Ҡаҙҙары әрәм булған

ҡыйғы районының Туғыҙлы ауылында ҡаҙ фермаһы янған. Был көндө шәхси эшҡыуар 200-ләп бер айлыҡ ҡаҙ бәпкәләре һатып алып ҡайт­ҡан булған. Һарайҙа һалҡын булғас, хужа тимер мейес ҡуйып йылытырға уйлаған. Күрәһең, мейес ҡыҙып китеп, янғын сыҡҡан. Янғында 100 ҡаҙ һәләк булған, тағы ла йөҙөн ферма хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарып алып ҡалған.Үткән аҙнала республикала 41 янғын сыҡҡан, шуның 18-е – Өфөлә. Уларҙа ике кеше йәрәхәтләнгән. Ут сығыу сәбәбе – электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау, тәмәке тартыу, балалар­ҙың ут менән шаярыуы.

ҡыйғы районының Туғыҙлы ауылында ҡаҙ фермаһы янған. Был көндө шәхси эшҡыуар 200-ләп бер айлыҡ ҡаҙ бәпкәләре һатып алып ҡайт­ҡан булған. Һарайҙа һалҡын булғас, хужа тимер мейес ҡуйып йылытырға уйлаған. Күрәһең, мейес ҡыҙып китеп, янғын сыҡҡан.
Янғында 100 ҡаҙ һәләк булған, тағы ла йөҙөн ферма хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарып алып ҡалған.
Үткән аҙнала республикала 41 янғын сыҡҡан, шуның 18-е – Өфөлә. Уларҙа ике кеше йәрәхәтләнгән. Ут сығыу сәбәбе – электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланмау, тәмәке тартыу, балалар­ҙың ут менән шаярыуы.
Читайте нас: