Бөтә яңылыҡтар
14 Май 2011, 16:42

Был аҙнала беҙҙе...

Көйөндөрҙө...Рәсәй вуздары быйыл февралдә раҫланған ҡабул итеү имтихандарына йәнә әйләнеп ҡайтасаҡ. «РФ Мәғариф һәм фән министрлығы бөтөн вуздарға ла 1 февралгә тиклем билдәләнгән имтихандар исемлегенә әйләнеп ҡайтыуҙы талап итә», – тип белдергән ведомство министры А. Фурсенко. Тейешле иҫкәрмәләр министрлыҡҡа буйһонмаған вуздарға ла ебәреләсәк. Билдәле булыуынса, ғинуарҙа берҙәм дәүләт имтихандары исемлегенә үҙгәрештәр индерелгәйне. Уларҙың 1 майҙа ғына үҙ көсөнә инеүе буласаҡ абитуриенттар­ҙы аптырашта ҡалдырҙы. Йыл буйына билдәләнгән предметтар буйынса имтиханға әҙерләнеп, БДИ бирергә бер ай ҡалғас, яңы ҡағиҙәләр барыһын да шаҡ ҡатырҙы.

Көйөндөрҙө...
Рәсәй вуздары быйыл февралдә раҫланған ҡабул итеү имтихандарына йәнә әйләнеп ҡайтасаҡ. «РФ Мәғариф һәм фән министрлығы бөтөн вуздарға ла 1 февралгә тиклем билдәләнгән имтихандар исемлегенә әйләнеп ҡайтыуҙы талап итә», – тип белдергән ведомство министры А. Фурсенко. Тейешле иҫкәрмәләр министрлыҡҡа буйһонмаған вуздарға ла ебәреләсәк. Билдәле булыуынса, ғинуарҙа берҙәм дәүләт имтихандары исемлегенә үҙгәрештәр индерелгәйне. Уларҙың 1 майҙа ғына үҙ көсөнә инеүе буласаҡ абитуриенттар­ҙы аптырашта ҡалдырҙы. Йыл буйына билдәләнгән предметтар буйынса имтиханға әҙерләнеп, БДИ бирергә бер ай ҡалғас, яңы ҡағиҙәләр барыһын да шаҡ ҡатырҙы.

Борсоуға һалды...
Быйыл йәй рәсәйҙәр өсөн популяр булған сит ил курорттарына хаҡтарҙың артыуы ихтимал. Бының сәбәбе тәбиғәт ҡазалары һәм сәйәси болғаныштарҙа түгел, ә Рәсәй авиацияһына бәйле. Сөнки «Росавиация», бөтә йүнәлештәргә лә чартер рейстар етмәйәсәк, тип белдергән. Туристар иң күп йөрөгән илдәргә тик эре авиакомпанияларҙың самолеттарын йөрөтөүгә генә рөхсәт биреләсәк. Төбәк авиакомпаниялары был мөмкинлектән мәхрүм ителгән. Хаҡтар 30 процентҡа артыр, тип фаразлай эксперттар.

һөйөндөрҙө...
Билдәле булыуынса, 2015 йылға тиклем Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә телевидениеның цифрлы форматына күсергә тейеш. Ябай антенналарҙы ТВ-приставкалар – ресиверҙар алмаштырасаҡ. Һәр йортта һигеҙ бушлай канал булырға тейеш. РФ Президенты Д. Медведев туғыҙынсы итеп балалар телеканалын да өҫтәгән.

Уйланырға мәжбүр итте...
Һаҡлыҡ банкы һаҡлыҡ кенәгәләренән арынырға теләй. Яңы алымдарға күсеү яйлап барасаҡ, әммә ҡағыҙ кенәгәләр биреү дауам итәсәк әле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һаҡлыҡ кенәгәләре биреү Советтар Союзы ваҡытында барлыҡҡа килгәйне, хәҙер уны пластик карталар алмаштырҙы.
Читайте нас: