Бөтә яңылыҡтар
14 Май 2011, 17:48

Аҙна аптыратҡыстары

Гүзәлһеҙ БСТГүзәл Ибраһимова туғыҙ ай самаһы эшләгәндән һуң “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының генераль директоры вазифаһынан китте. Байтаҡ эш “башҡарып” өлгөрҙө ул: халыҡ йотлоғоп ҡараған тапшырыуҙарҙың күбеһе ябылды, башҡорт телендәгеләре һирәк ҡунаҡҡа әүерелде. Белгестәр фекеренсә, БСТ элекке аудиторияһын юғалтты, яңыларын йәлеп итмәне. Булғанды бөтөрөү бик еңел икән. Телекомпания коллективы, йәмәғәтселек күтәрелеп ҡаршы сыҡҡас ҡына элекке директорҙың эшмәкәрлегенә сик ҡуйылды. Гүзәл киткәс-китһен, тик те­леканалға гүзәл тапшырыуҙар тиҙерәк ҡайтһын!

Гүзәлһеҙ БСТ
Гүзәл Ибраһимова туғыҙ ай самаһы эшләгәндән һуң “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының генераль директоры вазифаһынан китте.
Байтаҡ эш “башҡарып” өлгөрҙө ул: халыҡ йотлоғоп ҡараған тапшырыуҙарҙың күбеһе ябылды, башҡорт телендәгеләре һирәк ҡунаҡҡа әүерелде. Белгестәр фекеренсә, БСТ элекке аудиторияһын юғалтты, яңыларын йәлеп итмәне. Булғанды бөтөрөү бик еңел икән. Телекомпания коллективы, йәмәғәтселек күтәрелеп ҡаршы сыҡҡас ҡына элекке директорҙың эшмәкәрлегенә сик ҡуйылды. Гүзәл киткәс-китһен, тик те­леканалға гүзәл тапшырыуҙар тиҙерәк ҡайтһын!

Ял итә, итә, итә...
Донъяла ниндәй генә байрам көндәре юҡ.
Испанияла помидор менән бәрешеү, Япония­ла һуңғы тапҡыр сәйнүк ҡайнатыу көнө (31 дека­бр­ҙә) билдәләнә. Бөгөн, йәғни 14 майҙа, Голлан­дияла бер юлы ике байрам – велосипедта йө­рөүселәр һәм тирмәнселәр көнө. Шулай уҡ Ха­лыҡ-ара ҡоштар һәм Ғәҙел сауҙа итеү көнө лә тап бөгөн.
Шулай ҙа тыуған көндө ял көнө итеп иғлан итеү идеяһы донъяла бер кемдең дә башына килгәне юҡ ине әле. ЛДПР депутаттары тап ошондай тәҡдим индерә лә инде. Йылына бер килгән тыуған көндә лә эшләү – бөтөнләй килешмәгән эш, тиҙәр. Бер нәмәлә генә хаталана депутаттар – ял көнө тыуған көндөң иртәгәһенә кәрәк. Беҙҙә тыуған көндә эшкә сығалар ул, ә бына иртәгәһенә күптәре тора алмай. Ялһыҙ бер нисек тә булмай. ҡайһы берәүҙәр иһә аҙна, ай буйы айнымай бит әле, улар менән ни ҡылырға икән, депутат әфәнделәр?

Эт тормошо
Бельгияла эттәр өсөн махсус бар асылған.
Хужалары өсөн айырым, дүрт аяҡлы мәхлүктәр өсөн айырым меню ҡаралған. Эт­тәргә тулы хөрриәт бында. Улар өҫтәл өҫтөнә менеп ашай, таныша, тауышлана. Әҙәми зат кеүек ҡыланыр өсөн эсеп иҫереү генә етмәй, тиһегеҙме? Уныһы ла бар! Ит еҫе аңҡыған махсус һыра килтерәләр. Тик шуныһы – эттәр һыраны бик үҙ итмәй икән. Баштары эшләп етмәй шул мәхлүктәрҙең. Сусҡа кеүек һемереп, аяҡтан йығылғансы эсеү өсөн кеше аҡылы кәрәк шул.
Читайте нас: