Бөтә яңылыҡтар
16 Апрель 2011, 15:44

МАЛЫҒЫҘҘЫ НИСЕК ҠЫШЛАТТЫҒЫҘ?

Үткән йыл ауыл хужалығы өсөн еңел булманы. ҡоролоҡ арҡа­һын­да үлән яҡ­шы­лап үҫмәне, иген баҫыуҙары ла, ямғырҙар яумау сәбәпле, ҙур зыян күрҙе. Малына етерлек ҡыш сығырлыҡ аҙыҡ туплай алмаған хужалыҡтар өсөн бы­йыл­ғы ҡыш ысын мәғәнәһендә һынау булды тиһәк тә, һис хата булмаҫ. Аҙыҡ наҡыҫлығына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы эшсәндәре малын нисек ҡышлатты икән? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

МАЛЫҒЫҘҘЫ НИСЕК ҠЫШЛАТТЫҒЫҘ?
МАЛЫҒЫҘҘЫ НИСЕК ҠЫШЛАТТЫҒЫҘ?
Үткән йыл ауыл хужалығы өсөн еңел булманы. ҡоролоҡ арҡа­һын­да үлән яҡ­шы­лап үҫмәне, иген баҫыуҙары ла, ямғырҙар яумау сәбәпле, ҙур зыян күрҙе. Малына етерлек ҡыш сығырлыҡ аҙыҡ туплай алмаған хужалыҡтар өсөн бы­йыл­ғы ҡыш ысын мәғәнәһендә һынау булды тиһәк тә, һис хата булмаҫ.
Аҙыҡ наҡыҫлығына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы эшсәндәре малын нисек ҡышлатты икән? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Илдар НИҒӘМӘТЙӘНОВ, фермер, Мәсетле районы:
– Хужалығыбыҙҙа етерлек кимәлдә аҙыҡ туплағас, малдарҙы еңел ҡышлаттыҡ. Элек бесән һата торғайныҡ, быйыл үҙебеҙҙән артманы. Фуражды ғына ситтән һатып алдыҡ.

Владик ӘМИНЕВ, Бөрйән районы ауыл хужалығы идаралығының элекке етәксеһе:
– Үлән яҡшылап үҫмәгәс, хужалыҡтарҙың үҙҙәренең көсө менән әҙерләгән бесән тик ике айға ғына етте. Шуға, башлыса, мал аҙығын ситтән һатып алырға тура килде. Хөкүмәтебеҙ был маҡсаттан 18 млн һум субсидия бүлде. Һаламды Силәбе өлкәһенән, ҡырмыҫҡалы районынан, бесәнде Архангел, Әбйәлил райондарынан, Ырымбурҙан ташыныҡ. Фуражды Башҡортостан МТС-ы, Сибай элеваторы бирҙе. ҡайҙан мал аҙығы табабыҙ, шунан ташыныҡ инде. Урман зонаһында йәшәгәс, малдарға уҫаҡ, йыла турап ашатыу ҙа ойошторола. Рациондың 30 процентын ошо аҙыҡ тәшкил итә. Хужалыҡтарҙа мал аҙығы етмәһә лә, малдарҙың үлеүенә юл ҡуйманыҡ.

Л. ЗӨБӘЙЕРОВА, ҡариҙел районы:
– Ике һыйыр, башмаҡтар, 35-ләп һарыҡ аҫрайбыҙ. Мал ишле булғас, әлбиттә, йәй буйына бесән эшләп сығырға тура килә. Яланда ла, баҡсабыҙ янында ла кәртәләнгән бесәнлегебеҙ бар, мал сөгөлдөрө лә үҫтерәбеҙ. Үҙебеҙҙең «Беларусь» тракторы булғас, бесәнде еңел эшләйбеҙ. Әммә былтыр сабынлыҡта үлән үҫмәне. Үҫкәнен дә оятһыҙ әҙәмдәр сабып, трактор арбаһына тейәп алып китте. Элек үҫтергән сөгөлдөрөбөҙ декабргә тиклем малдарға ашатырға етә торғайны, былтыр аҙ булды. Бесәнгә өҫтәп, колхоздан һалам да һатып ала торғайныҡ. ҡоролоҡ сәбәпле бесән эшләп булмағас, малдар һанын ныҡ ҡыҫҡартырға тура килде. Бесәнде малдарға самалап ҡына һалдыҡ, быйыл йонсоу ҡышланылар. Элек айҙар буйына сатнама һыуыҡтар торғанда мул ғына бирә инек. ҡар иреп, тау баштары асыла башланы. Күгүлән сығыу менән малдарҙы сығарып ебәрербеҙ, тип торабыҙ.

Әлфир МЫРҘАБАЕВ, ҡырмыҫҡалы районы:
– Ишле генә мал тотам. Былтыр йәй төҫөн күрмәһәм күрмәнем, әммә үҙемдең техникам ярҙамында үлән үҫкән йылға буйҙарын сабып, малдарға етерлек бесән эшләй алдым. ҡышты малдар иркен сыҡты.

Сәбилә ҒИЛМАНОВА, пенсионер, Әбйәлил ра­йоны:
– Былтыр бер кәбән һала торған сабынлыҡтан бер нисә генә күбә сыҡты. Шуға бесәнде һатып алдыҡ. Малдарҙы ҡышлатыу өсөн генә 15 мең һумлап аҡсабыҙ китте. Колхоз-совхоздар булмаған ауыл ерендә бөгөн ололарға мал тотоу ауыр. Элек бит, исмаһам, һаламды бушҡа бирәләр ине. ҡура йәмен ебәрмәйбеҙ, тип кенә һыйыр тотҡан көнөбөҙ инде.
Читайте нас: