Бөтә яңылыҡтар
12 Апрель 2011, 17:05

Эшһеҙ ҡалмаясаҡтар

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин менән осрашты. Рәжәп Байғондо улы буласаҡ урмансыларҙы тармаҡтың бөгөнгө эше менән таныштырҙы, ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Һуңғы ваҡытта дәүләт тә урман тармағының проблемаларына етди иғтибар бүлә башлаған. Былтыр янғын хәүефе булған алты районда урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге булдырылған.

Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин менән осрашты.
Рәжәп Байғондо улы буласаҡ урмансыларҙы тармаҡтың бөгөнгө эше менән таныштырҙы, ҡаҙаныштары тураһында һөйләне. Һуңғы ваҡытта дәүләт тә урман тармағының проблемаларына етди иғтибар бүлә башлаған. Былтыр янғын хәүефе булған алты районда урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге булдырылған.
Бөгөн беҙ иҡтисадтың төрлө тармаҡтарының әүҙем үҫешкәнлеген күрәбеҙ. Урман хужалығына ҡараған ойошмаларға ла йәш белгестәр бик кәрәк. Тормош бер урында ғына тормай. Урман эше тармағында ла көндән -көн яңы технологиялар индерелә. Р. Нәбиуллиндың һүҙҙәренсә, Урман хужалығы министрлығы урман хужалығы тармағында эшләгән йәштәргә бөтә уңайлыҡтар булдырырға тырыша. Студенттар уҡып бөтөү менән үҙҙәренә эш булыу-булмауы, торлаҡ, эш хаҡына өҫтәмәләр тураһында белеште. Министр урман мастеры, участка лесничийы, трактор һәм автомобиль техникаһын ремонтлау буйынса белгестәр кәрәклеген әйтте. Дәүләт урман контроле бүлектәренә лә 40-лаған белгес талап ителә. Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә, йәш ғаиләләргә шәхси йорт төҙөү өсөн ағас бирелә. Йәштәргә тәүге өс йыл дауамында эш хаҡына 20 процент күләмендә өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.
Тимәк, урман эше тармағын һайлаусыларға, эш юҡ, тип ҡайғыраһы түгел.
«Башинформ».
Читайте нас: