-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Апрель 2011, 15:38

Туристар Башҡортостанды һайлаясаҡ

Республикабыҙҙа туризмды үҫтереү кәрәклеген бөгөн һәр кем аңлай. Ни тиһәң дә, Хоҙай Тәғәлә биргән матур тәбиғәтте донъяның башҡа урындарында йәшәүсе кешеләр ҙә күрергә хоҡуҡлы, һәм урындағы халыҡ был байлыҡтан килем алырға тейеш. Әлбиттә, туристарҙы йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу талап ителә һәм беҙҙә һуңғы осорҙа ошо йүнәлештәге эштәр әүҙемләшә бара. Хәҙер Башҡортостандың туристик ресурстары Рәсәй туроператорҙар ассоциацияһының интернет порталы менән ҡулланыусылар­ға билдәле буласаҡ. Был инде Башҡортостанға килергә теләгән һәр бер турист рәсми портал аша ғына үҙенә кәрәкле урынды, күрһәтелгән хеҙмәттәр­ҙе һайлап алыу хоҡуғына эйә тигәнде аңлата. Ошо хаҡта килешеүгә ҡул ҡуйылыуы беҙгә ҙур перспективалар аса.

Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡор­тостандың туриндустрия союзы араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуы, тәү сиратта, беҙҙең төбәккә килеп ял итеүселәр һанын арттырыу маҡсатын ҡуя. Килешеү ошо аҙнала Нефтселәр мәҙәниәт һарайында эшләгән «Туризм. Спорт. Ял. Рәсәйҙең ял йорттары» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе барышында ҡул ҡуйылған иң мөһим килешеүҙәрҙең береһе булып тора. Әйткәндәй, Башҡортостан – ошондай килешеүгә юғары кимәлдә ҡул ҡуйылған иң тәүге төбәктәрҙең береһе. Был да республикабыҙҙың туризмды үҫтерерлек мөмкинлектәре лә, тәбиғәт байлыҡтары ла барлығын иҫбатлаусы факт. Ассоциация менән килешеү төҙөү республика өсөн бик уңайлы. Сөнки был ойошма хоҡуҡи һәм мәғлүмәти хеҙмәттәр күрһәтә, маркетинг тикшереүҙәре үткәрә.
«Туризм. Спорт. Ял. Рәсәйҙең ял йорттары» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе быйыл 11-се тапҡыр уҙҙы. Эшләүсе кешеләрҙең күпселеге отпускыларын йәй көнө ала, шуға ла ҡайҙалыр барып ял итеү, ил буйынса туристик маршруттарҙы һайлау мөмкинлеге күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Күргәҙмәлә, ял итеү урынын һайлауҙан тыш, кәрәкле кейем-һалым, спорт инвентарҙары, путевкалар һатып алырға ла була ине. Балаларҙы йәйге лагерҙарға ебәреү, йә булмаһа, илебеҙҙең диңгеҙ янындағы курорттарына барып ял итеү, һаулыҡты нығытыу өсөн бихисап путевка тәҡдим ителде.
Күргәҙмәнең фәнни өлөшө лә бик бай ойошторолғайны. Сара барышында кәңәшмәләр, фәнни-ғәмәли конференциялар ҙа үткәрелде.
Заман турисын иң ҡыҙыҡһындырғаны барған урындың тәбиғәте, тарихи ерҙәре, йолалары булһа ла, килгән кешеләр өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылыуы ла мөһим. Әлбиттә, туристар тәбиғәте матур һәм ҡыҙыҡлы булған, ял итеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған маршруттарҙы ғына һайлаясаҡ. Шуға ла урындағы халыҡтың туризм йүнәлешен дөрөҫ аңлауы зарур. Был йүнәлештең республика иҡтисадына ыңғай йоғонто яһауы ла кәрәк бит әле. Башҡортостандың туризмды үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәре лә булыуын хәҙер һәр кем аңлай. Тик ошо потенциалды юғалтмаҫҡа, лайыҡлы кимәлдә тормош­ҡа ашырырға өйрәнергә генә ҡала. Был да еңелдән түгел. Урындағы халыҡтың көнкүрешен, йолаларын, мөмкинлектәрен дә күҙ уңында тоторға тура килә.
Өфөлә ойошторолған күргәҙмә, унда ҡул ҡуйылған мөһим килешеүҙәр тармаҡты лайыҡлы кимәлгә күтәрергә нигеҙ булыр, тип ышанғы килә.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.