Бөтә яңылыҡтар
5 Апрель 2011, 14:31

Машинаны номеры менән һатырға мөмкин

Рәсәйҙә тағы бер яңы ҡағиҙә үҙ көсөнә инде. Был юлы ул автомобилдәрҙе теркәүгә ҡағыла. ЮХХДИ етәкселеге өмөтләнеүенсә, яңылыҡ машиналы рәсәйҙәрҙе сиратта оҙаҡ тороуҙан, артыҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарасаҡ. 3 апрелдән автомобиль хужаһы бер төбәктән икенсеһенә күскән саҡта машинаһын иҫәптән төшөрөп тормайынса яңы урында теркәй ала, элеккеһенән ул автоматик рәүештә төшә. Тотонолған автомобиль һатып алғанда ла дәүләт номерын һаҡлап ҡалырға мөмкин. Тик элекке һәм яңы хужалар үҙ-ара килешергә тейеш һәм бындай алыш-бирештең бер төбәк эсендә булыуы мөһим.

Рәсәйҙә тағы бер яңы ҡағиҙә үҙ көсөнә инде. Был юлы ул автомобилдәрҙе теркәүгә ҡағыла. ЮХХДИ етәкселеге өмөтләнеүенсә, яңылыҡ машиналы рәсәйҙәрҙе сиратта оҙаҡ тороуҙан, артыҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарасаҡ.
3 апрелдән автомобиль хужаһы бер төбәктән икенсеһенә күскән саҡта машинаһын иҫәптән төшөрөп тормайынса яңы урында теркәй ала, элеккеһенән ул автоматик рәүештә төшә. Тотонолған автомобиль һатып алғанда ла дәүләт номерын һаҡлап ҡалырға мөмкин. Тик элекке һәм яңы хужалар үҙ-ара килешергә тейеш һәм бындай алыш-бирештең бер төбәк эсендә булыуы мөһим.
Машинаның двигателен тикшереүгә ҡағылышлы тема бәхәстәр тыуҙырҙы. Хәҙер техник тикшереү үткәндә йәки иҫәпкә ҡуйғанда инспектор техпаспортта һәм моторҙа күрһәтелгән номерҙар­ҙың тап килеү-килмәүенә иғтибар итмәйәсәк. Бынан һандарҙың коррозияға бирешеүе арҡаһында юйылыуы мөмкин булғандан баш тартҡандар. Водителдәр иһә шуға хәүефләнә: хәҙер автомобиль бурҙарына ла анһатыраҡ буласаҡ түгелме? Машинаны урлай ҙа, һүтеп, запас частар итеп һата ала, номерын да аҡтарып алырға түгел.
Әйткәндәй, ЮХХДИ сираттар менән дә көрәшмәксе. Бынан ары теркәүгә бәйле теләһә ниндәй ғариза Gosuslugi.ru берҙәм порталы аша башҡарыласаҡ, ҡабул итеүгә яҙылыу ҙа электрон хат менән буласаҡ. Элеккесә, инспекторға алдан шылтыратып ҡына эләгә алмаясаҡтар, тимәк. Ярай, йәмәғәт, үҙгәрештәр хәйерле булһын.

А. ЗИННУРОВА.
Читайте нас в