-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
5 Апрель 2011, 14:53

Ер ҡуйынын, тау-таш аҡтарып...

Мәсетле егете, геолог Иҙелбай Таһировтың исеме Башҡортостандың нефть сәнәғәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған«Губкин исемендәге Мәскәү дәүләт нефть институтын тамамлағандан һуң Иҙелбай Абдулла улы Таһиров 1952 йылда «Ишембайнефть» разведка-быраулау контораһына өлкән геолог итеп эшкә алына, – тип әйтелә 1997 йылда «Башнефть» компанияһы тарафынан сығарылған һәм Башҡортостан нефть сәнәғәтен аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙға арналған «Башҡортостан нефтселәренең данлы исемдәре» тигән китапта.

Ер ҡуйынын, тау-таш аҡтарып...
Мәсетле егете, геолог Иҙелбай Таһировтың исеме Башҡортостандың нефть сәнәғәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған
«Губкин исемендәге Мәскәү дәүләт нефть институтын тамамлағандан һуң Иҙелбай Абдулла улы Таһиров 1952 йылда «Ишембайнефть» разведка-быраулау контораһына өлкән геолог итеп эшкә алына, – тип әйтелә 1997 йылда «Башнефть» компанияһы тарафынан сығарылған һәм Башҡортостан нефть сәнәғәтен аяҡҡа баҫтырыу һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙға арналған «Башҡортостан нефтселәренең данлы исемдәре» тигән китапта. – 1957 – 1987 йылдарҙа Ишембай быраулау эштәре идаралығының баш геологы, Урал һәм Урал алды бөгөмөндә нефть һәм газ ҡатламдарының геологик төҙөлөшөн өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Уның етәкселегендә 30-ға яҡын нефть һәм газ ятҡылығы асылды. Эҙләп табыусы геологтарҙың тулы бер быуынын әҙерләне. «БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе» тигән маҡтаулы исемен йөрөтә, «Почет билдәһе» ордены, СССР миҙалдары, «ҡаҙылма ятҡылыҡтарҙы тәүләп асыусы» билдәһе менән наградланған».
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ишембай нефть промыслаларында сетерекле хәл килеп тыуа. 1932 йылдың 16 майында Ишембай ауылы эргәһендәге 702-се скважинанан тәүге башҡорт нефте атыл­ғандан һуң 20 йыл да үтмәй, илдә «Икенсе Баку» исемен алған промыслаларҙың көс-ҡеүәте кәмей башлай. Хатта СССР-ҙың Нефть сәнәғәте министрлығында «Ишембайҙа нефть бөттө» тигән һүҙ тарала, ә был, үҙ сиратында, капитал һалыуҙарҙы ҡырҡыуға, ҡорамалдарҙы һәм белгестәрҙе перспективалы нефть ятҡылыҡтарына ебәреүгә юл аса.
Бына ошондай ауыр көндәрҙә әле генә Мәскәүҙең Губкин исемендәге нефть институтын тамамлаған йәш геолог Иҙелбай Таһиров Ишембайға аяҡ баҫа. Ул саҡта разведка-быраулау контораһы ҡала ситендәге оҙон ғына бер ҡатлы баракты төйәк иткәйне. Инженерҙы йәш кенә сибәр ҡатын ҡаршы ала.
– Мин өлкән геолог Екатерина Скворцова булам, – тине ул, мөләйем йылмайып. – Әйҙә, ултырығыҙ. Баш геолог Савва Ананьевич Рубанов Столяровка ятҡылығына киткәйне. Тиҙҙән ҡайтыр инде. Скважиналарҙан алынған кернды (тау тоҡомо) тикшереүҙе башҡаларға бик ышанып тапшырмай. Нефтле ҡатламдарҙың барлығын-юҡлығын үҙе билдәләмәй түҙмәй. Геологтарға, быраулаусыларға ла бик талапсан, үтә ҡәтғи. Өтөп алып бара.
– Бәлки, шулай кәрәктер ҙә, – тип һүҙ ҡатты Иҙелбай, телсәр ҡатындың тел төбөнөң ҡайҙа барғанлығын асыҡларға теләп. – Разведка өсөн ул яуап бирә бит.
– Кем белә, кем белә, – тип кенә әйтә алды Скворцова һәм ҡапыл урынынан һикереп торҙо. – Ана, Савва Ананьевич үҙе лә ҡайтты. Бар, йүгер кабинетына, юғиһә ҡарт урынында оҙаҡ ултырмай. Тағы ла сығып китеүе ихтимал.
«ҡарт» тигәндәре урта буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, сәсенә сал ҡунған, оҙон кәкре танаулы, етди ҡарашлы ир-уҙаман булып сыҡты. Ул өҫтөндәге еүеш плащын да һалмай алдындағы ниндәйҙер һыҙмаларҙы тикшереп ултыра ине.
– Әйҙүк, рәхим ит! – тине ул, Иҙелбай үҙенең кем, ҡайҙан икәнлеген әйткәс, урынынан тороп ике ҡуллап килеп күреште. – Ишеткәйнем, ишеткәйнем һинең турала. Кисә «Башнефть»тән шылтыратып әйттеләр. Бик ваҡытлы килеп сыҡтың, сөнки бында эш муйындан. Конторала оҙаҡ тотмабыҙ. Эштең әрәсәһенә төшөнөү менән Столяровка ятҡылығына китерһең.
Унда эштәр хөртөрәк.
Былтыр ғына нефть фонтаны атылған был ятҡылыҡ территорияһы йәһәтенән Мәләүез районына ҡарай. Ләкин нефтсе-геологтар өсөн административ биләмәләр юҡ. Бөгөн Стәрлетамаҡ райо­нында нефть эҙләйҙәр икән, иртәгә Ейәнсура яҡтарына сығып китеүҙәре мөмкин. Иҙелбай барасаҡ Столяровка ятҡылығы нефткә ярлыраҡ булып сыҡты. Уның биләмәләрен киңәйтергә, разведка-быраулау алымдарын үҙгәртергә, яңыларын уйлап табырға кәрәк. Кисә генә институт аудиторияларын, шаулы Мәскәү урамдарын Ишембайҙан Ырымбур далаларына тиклем һуҙылған Көньяҡ Уралдың тау һырттарына һәм итәктәренә, ҡала транспортын эйәрле атҡа һәм саңғыға алмаштырған йәш геолог был яҡтарҙың һәр яланын, эреле-ваҡлы йылға ярҙарын, һәр тау итәгенең тишек-тошоғон энәһенән ебенә тиклем ентекләп тикшереп сыға, сейсморазведка үткәрә, ер ҡатламдарының структив картаһын төҙөй. Егеттең тырышлығын, әүҙемлеген һәм бөтмөрлөгөн күреп, Дәүләкәндәге нефть разведкалау майҙансығына өлкән геолог итеп ебәрәләр. Дим йылғаһы ярҙарында бишәр саҡрымлы ҙур өсмөйөштө хәтерләтеп ятҡан өс буровой Столяровканан ныҡ айырылып тора. Ерҙең төҙөлөшө лә икенсерәк, нефтте лә төптәнерәк эҙләргә кәрәк.
Шуға ла керн һәм шламды (бырау менән онталып алынған ҡомташ) элеккесә дүрт ҡатламдан түгел, ә егерме ҡатламдан алып тикшерергә кәрәк.

Ә был операция өсөн күпме көс, ваҡыт, аҡса китеүен Хоҙай үҙе генә белә. Әммә, хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, ул йылда бындағы девон ҡатламдарынан нефть сыҡманы: скважиналар нефть күләүектәренең ситенәнерәк быраулаған икән. Иҙелбай Таһиров тау тоҡомо өлгөләрен һәм яҙма анализын тапшырғанда баш геологҡа үҙ шиктәрен белдерә һәм 3-сө скважинаны урта тәңгәлгәрәк күсереп бырауларға тәҡдим итә.
– Унан да таш тоҙ сыҡһа, кем яуап бирер? – тип, тәүҙә аяғын терәп ҡарыша Савва Рубанов. – Былай ҙа бригадалар­ҙы Шкаповоға күсереп бөттөләр. Тиҙҙән беҙгә лә сират етәсәк. Юҡ, мин риза түгел, күрәләтә башымды элмәккә тығайыммы?
– Һуңғы анализдар, Савва Ананьевич, тәрәндәнерәк алынған ҡом-таштарҙың нефтле икәнен иҫбатланы. – Иҙелбай артыҡ ҡыҙмай ғына һаман үҙ яғын ҡайыр­ҙы. – Тик ул үтә шыйыҡ, тимәк, һыуға бай тигән уйҙамын. Әгәр өсмөйөш яһап ултырған буровойҙарҙың береһен уртаға күсереп, девон ҡатламына тиклем быраулаһаҡ, иманым камил, нефть фонтаны атыласаҡ. Үҙегеҙ бит йәштәрҙе, тәүәккәллек – күркәм эш, тип өйрәтәһегеҙ. – Иҙелбай ҡарт геологтың һалпы яғына һалам ҡыҫтырырға ла онотманы.
– Ярай, күндерҙең, – тип йылмайҙы Рубанов, анализдарҙы тағы ла бер ҡат тикшереп сыҡҡас. – Тик ҡара: әгәр ҙә мәгәр тағы ла төп башына ултырһаҡ, «Башнефть» алдында яуапты үҙең тотасаҡһың.
«Башнефть» тигәс, Иҙелбай иркен тын алып ҡуйҙы. Сөнки уның начальнигы Степан Кувыкинды яҡшы белә. Институтты тамамлап ҡайтҡас, иң тәүҙә уға ингәйне һәм Ишембай нефть промыслаларына барырға унан фатиха алғайны. Һуңынан да осрашҡаны, һөйләшкәне булды. Асыҡ йөҙлө, тура һүҙле, аныҡ һәм тәүәккәл кеше ине ул.
Әммә «Башнефть» алдында яуап бирергә тура килмәй Таһировҡа. Шул уҡ йылда үҙе эшләгән анализдарға ышан­ғанлығы һәм, иң мөһиме, Таһировтарға ғына хас еңмешлеге, саялығы һөҙөмтәһендә Дим буйындағы девон ҡатламдарынан нефть фонтаны атыла. Иҙелбай Таһировтың тәүге фонтаны!
Геолог һуҡмаҡтары иһә уны тағы ла күрелмәгән, тикшерелмәгән ятҡылыҡтарға саҡыра. Ә ул һуҡмаҡтар еңел генә бирелеп бармай. Бында нефть һәм газ разведкалауҙың төрлө ысулдарын, алымдарын ҡулланыу, яңыларын уйлап табыу мөһим. Еңел быраулау станоктары ауырыраҡтары менән алмаштырыла, вертикаль скважиналар менән бер үк ваҡытта ауыштары ла ҡорола: сейсморазведка, электроразведка, йәғни элемтә тулҡындары ярҙамында ер ҡатламын тикшереү киң яҡлау таба. Быларҙың бөтәһе лә Иҙелбай Таһиров һәм уның йәйге ҡояш аҫтында ҡара янып, яҙлы-көҙлө ҡойма ямғырҙар аҫтында, ҡышҡы селләләрҙә сыныҡҡан геолог юлдаштарына Ишембайҙан Ырымбурғаса арауыҡта рифлы һәм йыйырсыҡлы тоҙ ҡатыш ташлы ер ҡатламын тишеп «ҡара алтын» һәм «зәңгәр яғыулыҡ»ты эҙләп табыу, ҡайһы бер наҙан чиновниктарҙың ҡаршылыҡтарын, техник һәм геологик ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу бурысын ҡуя. Ете ҡат ер аҫтында йәшеренгән нефть һәм газ күлдәрен маңлай күҙҙәре менән күрмәһәләр ҙә, улар күңел күҙе – белем һәм тойомлау күҙҙәре менән күрергә, һиҙергә һәм, аҙаҡ килеп, бырауҙарҙы һәр саҡ тип әйтерлек снайпер мәргәнлеге менән ошо ятҡылыҡтарға тап килтерергә өйрәнеп ала. Ул ғына ла түгел, теге йәки был нефть һәм газ «күле»нең дебитын (билдәле бер ваҡыт эсендә күҙәүҙән сыҡҡан нефттең, газдың миҡдары) да ҙур аныҡлыҡ менән билдәләй геологтар. Нефть «тәмен» тойор­ға өйрәнгән һиҙгер геологтың эшмәкәрлеге уны Ишембай нефть промыслалары идаралығы (хәҙер нефть һәм газ сығарыу) баш геологы Харлампий Сыровтың урынбаҫары итеп тәғәйенләгәс тағы ла йәнләнеп, киңәйеп китә. Тәүге осрашыуҙа уҡ Харлампий Павлович Иҙелбайға аныҡ бурыс ҡуя.
– ҡайһы бер «аҡыллы баштар», – ти ул, Таһировты кабинетына саҡырып, – Көньяҡ Введеновка менән Иҫке Казанковка ятҡылыҡтарында нефть һурҙырылып бөттө, тип иҫәпләһә лә, мин быға ышанмайым. Һин ана шул ике ятҡылыҡ араһындағы риф массивтарын ентекләп тикшер. Структура картаһын һыҙ. Аҙаҡ сағыштырып ҡарарбыҙ.
Иҙелбай тағы ла юлда. Көндө – көн, төндө төн тип тормай, аяғын ҡулына тотоп тигәндәй, геолог сүкешен, гравиметр (ер өҫтөндәге ауырлыҡ көстәренең таралыуын билдәләүсе прибор), сейсморазведка приборын, карта, диаграммаларын рюкзагына тултырып, яңы ятҡылыҡтарҙы эҙләргә юлға сыға. Үҙенең яҡын ярҙамсылары – геологтар һәм коллекторҙар менән эҙләнеүҙәре бушҡа китмәй: баш геолог төҫмөрләгән бай нефть ятҡылығы табыла һәм быраулау скважиналары ултыртыла. Тиҙҙән Көньяҡ Введеновка менән Иҫке Казанковка араһында ғына түгел, Грачевка һәм Тирәкле ятҡылыҡтарында ла нефть фонтаны атыла. Салауат ҡалаһының көнсығыш осондағы Алаҡай, Мәләүездән көньяҡ-көнбайыштараҡ Озерки, артабан Муса ятҡылыҡтары эшкә егелә, ә ҡансура ауылы янында (Көйөргәҙе районы) республикала тәүгеләрҙән ҡеүәтле газ конденсаты алына. Ана шул ятҡылыҡты тапҡан өсөн Иҙелбай Абдулла улы «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
Тәбиғи газ һәм уның үҙенсәлектәрен дә бер аҙ асыҡлап китеү яҙыҡ булмаҫтыр. Газ газ барлыҡҡа килтереүсе углеводородтар – метан, этан, пропан, бутан, пентандан тора. Янар газдар, башлыса, метандан хасил була. Газ ятҡылыҡтарында газ барлыҡҡа килтереүсе һәм еңел ҡайнаусы углеводородтарҙың тәбиғи ҡатнашмаһы – конденсаттары ла осрай. Юғары баҫым һәм юғары температураларҙа газ конденсаты парға әйләнә. Түбән температурала һәм ғәҙәти һауа баҫымында иһә унан төҫһөҙ, йә асыҡ һоро төҫтәге шыйыҡ матдә – конденсат айырылып сыға.
Тәбиғи газды яғыулыҡ сифатында файҙаланыу менән бер үк ваҡытта синтетик каучук һәм полиэтилен етештереүҙә лә ҡулланалар. Бына ошо ҡиммәтле «зәңгәр яғыулыҡ» һәм химия сәнәғәте сеймалы тәүләп ҡансура ятҡылығында табыла һәм уның башында Харлампий Сыров хаҡлы ялға киткәндән һуң Ишембай разведка-быраулау контораһының баш геологы итеп тәғәйенләнгән башҡорт егете Иҙелбай Таһиров тора. Тәүге газ фонтаны... Ул ер ҡуйынынан, теге әкиәттәге ен һымаҡ, атылып сыҡҡас, уны тәүҙә нисек туҡтатырға, ҡайһылай итеп «ауыҙлыҡларға» белмәй ҡаңғырҙылар. Әлегә тиклем нефть ятҡылыҡтары менән генә эш итеп килгән геологтарҙа ла, быраулаусыларҙа ла күнекмә лә, тәжрибә лә юҡ. Скважина ауыҙын нимә менән ҡапларға, томалар­ға ла белмәйҙәр. Юғары баҫым менән атылған газ насос-компрессорҙарҙың торбаларына тула һәм унан сығыу юлдарын эҙләй башлай. Торбаларҙың үрле-ҡырлы һикереүен, тулауын күреп, газ фонтанын ҡарарға килгән Күмертау, Мәләүез, Ишембай ҡала етәкселәре ситкә һыпыртҡанын белмәй ҙә ҡала.
Скважина төбөндә Иҙелбай Таһиров менән Ишембай нефть сығарыу идаралығының баш инженеры Рифҡәт Билалов ҡына тороп ҡала һәм улар көс-хәл менән скважинаның ауыҙын ҡаплай. Үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, стихияны туҡтатыу һәм торбалар буйлап кәрәк урынға йүнәлтеү үҙе үк оло батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, тәүәккәллек түгелме ни?
Алтмышынсы йылдарҙа Ишембайҙа «Башюгнефтеразведка» тресы ойошторола. Уның яңы етәкселәре – управляющийы Игорь Перлов, баш инженеры Василий Купереев һәм баш геологы Иҙелбай Таһиров алдында Башҡортостандың көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ райондарында углеводород ятҡылыҡтарын эҙләп табыу бурысы ҡуйыла. Ә ҡайҙа углеводород – унда нефть, унда газ тигән һүҙ. Йылдар үтеү менән бер-бер артлы Күгәрсен районында ғына Һарытау, Исем, Подгорный, Бөркөт газ конденсатлы фонтандар атыла. Ғафури райо­нында Баҡраҡ, Табын, Ырымбур өлкәһенә терәлеп ятҡан Морапталда мул күлле нефть сығанаҡтары файҙаланыуға тапшырыла. Алдағы йылдарҙа иһә Архангел, Тәйрүк, Ромадан, Төньяҡ һәм Көньяҡ Арыҫлан, Тәүәкән нефтенә юл асыла.
Үҙенең бар ғүмерен геология һөнәренә арнаған Иҙелбай Таһиров Башҡорт­остандың ер аҫты төҙөлөшөн биш бармағы кеүек белә һәм уның нефть-газ байлыҡтарының киләсәктә тағы ла артасағына һис тә шик тотмай. Тик ул байлыҡтарҙы ер өҫтөнә сығарыу өсөн икенсе ысул, икенсе камил техника һәм технология, яңыса фекерләгән һәм ҡыйыу ҡарашлы, тәүәккәл кешеләр кәрәк. Уның күҙаллауы буйынса, килер быуындарға түбәндәге ҡайһы бер проб­лемаларҙы асыҡлау ҙа зыян итмәҫ:
1. Ни өсөн Ишембай тибындағы ҙур риф массивтары көньяҡтан да, төньяҡтан да вағыраҡ рифей ҡалдыҡтары менән уратылған?
Бында «риф» менән «рифей»ҙы бутар­ға ярамай. «Рифей» – тау тоҡомон, ә «риф» төрлө типтағы тау тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән массивты аңлата.
2. Риф массивтарындағы ятҡылыҡ­тар­ҙың аҫҡы яғында удрон һәм ауыр нефть зонаһы бар. Уларҙы нисек тишеп үтергә һәм байлыҡты өҫкә сығарырға мөмкин?
3. Ни өсөн Кинйәбулат тибындағы нефть ятҡылыҡтары йә Һаҡмар – Әртә, йә өҫкө һәм урта карбон ҡатламдарында урынлашҡан?
Һорауҙар, һорауҙар... Улар күп һәм төрлө-төрлө. Сөнки һуңғы йылдарҙа республикала геология-разведка эштәре, табышһыҙ тармаҡ, тип һүнеп-һүлпәнәйеп ҡалды. Булған ятҡылыҡтарҙан ғына бер аҙ «ҡара алтын» һурҙыра нефтселәр, ә был, үҙ сиратында, нефть һәм газ шишмәләренең һайығыуына килтерә. Шуға күрә, тип иҫәпләй ҡарт геолог Иҙелбай Таһиров, нефть эҙләүҙе Һайылмыш уйпаты, Урал алды уйылына, Инйәр йылғаһының төньяҡ ярҙарына, Иглин яҡтарына, шулай уҡ боронғо девон аҫты ҡатламдарына йүнәлтеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Тик шул саҡта ғына Башҡортостан нефте икенсе һулышын аласаҡ.
Әле беҙ һүҙ алып барған Иҙелбай Таһиров үҙе кем һуң? Ишембай яҡтарына ҡайҙан килеп сыҡҡан? Түбәндә һүҙ шул хаҡта.
Таһировтар – Мәсетле районының Һөләймән ауылында иң боронғо һәм затлы нәҫелдәрҙең береһе. Ун һигеҙенсе быуат башында донъяға килгән Исхаҡ мулланан алып уларҙың бөтә быуындары ла – Сурағол, Зәйнетдин, Мөхәмәттаһир, Абдулла – йә указлы имам, йә указлы мулла була. Уларҙың дүртенсе быуыны Абдулла Таһиров, мәҫәлән, полк муллаһы сифатында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Октябрь революцияһынан һуң ауылына ҡайта һәм яңы типтағы совет мәктәбен асып, шунда балалар уҡыта, муллалығын ташлай, большевиктар партияһына инә. 1921 йылда, элекке муллалығын иҫкә төшөрөп, партиянан сығаралар, һәм ул 1930 йылға тиклем күрше Ләмәҙтамаҡ, Әбдрәхим мәктәптәрендә уҡыта ла, йәнә тыуған ауылына ҡайта. 1937 йылдың декабренә тиклем ауыл балаларын ғына түгел, бәлки, «ликбез» ойоштороп, кистәрен ололарға ла белем шишмәһенә юл аса, халыҡ араһында оло абруй, ихтирам яулай. Аҡһаҡалдар ҙа, бала-саға ла уны, хөрмәтләп, «мөғәллим абзый» тип кенә йөрөтә.
Мулла малайының һәм элекке мулланың абруйы үҫеүе власть әһелдәренә оҡшамай, күрәһең. Ни әйтһәң дә, кешеләр ярҙам, кәңәш һорап ауыл советы, йә партия ойошмаһына түгел, ә «мөғәллим абзый»ға килә, наҙаныраҡтары хат, ғариза ла яҙҙырып ала. 1937 йылдың декабрь баштарында Абдулланы «Искра» колхозы парторгы саҡыртып ала ла дәүләт заемына яҙылырға ҡуша.
– Мин кисә генә РОНО-ла ай ярымлыҡ эш хаҡыма яҙылып ҡайттым, хәҙер икенсе тапҡыр колхоз аша яҙылайыммы? – тип, уҡытыусы ҡаршы төшә.
– Партия ҡушһа, яҙылмай ҡайҙа барырһың? – Парторг, йәшкелт күҙҙәрен аҡайтып, уҡытыусыға ҡарай. – ҡарышһаң, тегендә яуап тотасаҡһың.
– ҡурҡытма, ҡустым. – Абдулла ҡара мыйыҡтары аша йылмайып ҡуйҙы. – Колхоз парторгы менән партия араһында ҙур айырма ята. Үҙеңде Алланың ҡашҡа тәкәһе итеп тоя башланыңмы әллә? Был – бер. Икенсенән, минең партияла тормағанды һинән дә яҡшы белгән кеше юҡ. Йә, хуш. Һинең менән ләстит һатырға ваҡытым юҡ, – ти ҙә сығып китә.
Үҙенең ауылдаштары араһында абруйы булмауына, хатта «мөғәллим абзый»ҙы ла еңә алмауына асыуы ҡабар­ған һәм аҫтыртын ғына урыҫ «знакумдары» менән кәрт һуғып, хәмер эсеп көн күргән парторг, ике колхозсыны саҡыртып, көслөк менән Абдулла Таһиров өҫтөнән ялыу яҙҙырып, район­ға ебәртә. Бер нисә көндән НКВД кешеләре килеп, ауылдың тәүге уҡытыу­сыһын дәрес ваҡытында ҡулға ала, мәктәптә һәм өйөндә тентеү үткәрә. «Халыҡ дошмандары» исеме тағылған башҡорт яҙыусылары Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Булат Ишемғолов, Имай Насыриҙарҙың китаптарын бәйләм-бәйләм итеп кашауай сана төбөнә ырғыталар ҙа өҫтөнә Абдулланы ултыртып алып та китәләр. Шул китеүҙән ҡайтмай мөғәллим Әй буйҙарына, ун йылға нахаҡ яла менән «тройка» тарафынан хөкөм ителеп, Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла һәм Амурҙағы Комсомольск ҡалаһы төҙөлөшөндә башын һала.
Итәк тулы бала менән ҡала Абдулланың ҡатыны Мәфрүзә. Олоһо Нәғимгә – 14 йәш, төпсөк улдары Булатҡа туғыҙ ай ҙа тулмаған, ә араларында Гөлбикә, Иҙелбай, Клара, Марат – йәмғеһе алтау. Кем уларҙы ҡарап үҫтерер ҙә, кем кеше итер? Юҡ, шул дауыллы һәм теге саҡтағы декабрь һалҡындарындай тормош һуҡмаҡтарында саң-туҙанға әйләнеп юғалып ҡалманы Таһировтар ғаиләһе. Юҡҡа ғына уларҙы ауылда «ҡупшылар» тип йөрөтмәгәндәр. Йылдар үткәс, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Нәғим менән Гөлбикә, аталары һымаҡ, уҡытыусы, Иҙелбай менән Марат инженер-геолог һөнәрен һайлай. Абдулла Таһиров үҙе лә тулыһынса аҡлана, нахаҡ яла алып ташлана һәм 1998 йылда үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында Һөләймән урамдарының береһенә ауылдың тәүге уҡытыусыһы Абдулла Таһировтың исеме бирелә.
...Шкапово нефть промыслаһында өлкән геолог булып эшләгәндә Иҙелбай ауыр һуғыш йылдарында үҙе менән бер мәктәптә уҡыған ауылдаш ҡыҙы, хәҙерге уҡытыусы Тәмимәгә өйләнә. Тәүҙә уларҙың Әкрәм исемле улдары тыуа. Артабан Зөлфиә менән Афзал да донъяға килә. Әкрәм менән Афзал – Өфө, Зөлфиә Томск нефть институттарын тамамлап, аталары кеүек, тормоштарын Башҡортостан нефть сәнәғәтен үҫтереүгә бағышлай. Бөгөн Әкрәм – Ырымбурҙа, Зөлфиә Күмертауҙа донъя көтә. Төпсөк улдары Афзал иһә ҡатыны Әлфиә һәм атаһы Иҙелбай менән Ишембайҙа көн күрә һәм «Витязь» ауыр машиналар эшләү заводында инженер булып эшләй.
Тимәк, Таһировтар династияһы дауам итә.
Ризван ХАЖИЕВ.