йәки Башҡорт эшҡыуарлығы үҫергә тейеш!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһының Күмертау ҡалаһында уҙғарылған күсмә ултырышында Мәләүез, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка райондарынан йыйылған эшҡыуарҙар ҡатнашты. Сара бөгөн көнүҙәк мәсьәлә – башҡорттар араһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, уға йәштәрҙе ылыҡтырыу, психологик һәм башҡа төрлө кәртәне йырып сығыуҙа мәғлүмәти-методик ярҙам күрһәтеү, ҡайҙалыр ситтә эшләү түгел, ә үҙ төйәгеңдә, ата-бабалар ерендә эш асып, ауылдаштарыңды эш урыны менән тәьмин итеү, онотолған шөғөл-кәсептәрҙе тергеҙеү мөһимлегенә арналды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһы рәйесе, Бизнес-үҙәк етәксеһе Иршат Аҫылғужин үҙ сығышында был өлкәлә йылдамыраҡ, әүҙемерәк булырға өндәне.
– Бөгөн ауылды һаҡлап ҡалыуҙа, үҫтереүҙә эшҡыуарлыҡ ҙур роль уйнай, баҙар иҡтисады ауылда ла яҡлау табырға тейеш, шунлыҡтан һәр ауылдың бизнес-паспорты булыуы шарт, – тине ул.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә ҡаршылыҡтар етерлек: эш асырға теләүсенең норматив-хоҡуҡ базаһы буйынса белеме юҡлығы, йыш ҡына бер-береһен ҡабатлауы, яңы йүнәлештә эшләргә теләмәүе, һалымдарҙың юғарылығы, берҙәм юридик белешмә телефоны булмауы һәм башҡалар.
БР Инновация агентлығы директоры Зөфәр Камалов йәштәр өсөн проекттар тураһында һөйләне. Агентлыҡ яңы эш башлаған йәштәргә ярҙам күрһәтеүҙе һәм төрлө уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Күсмә ултырышта ҡатнашыусылар һәр сығыштан һуң фекер алышты. Бында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт аҡсаһын бүлеү системаһын үҙгәртеү мөһимлеге, уның күп ҡаршылыҡҡа осрауы, һәр районда ит һәм һөт продукцияһын эшкәртеү өсөн шәхси мини-завод булдырыуҙың артабанғы үҫешкә ыңғай һөҙөмтә яһаясағы билдәләнде.
Халҡыбыҙҙың үҙен-үҙе һаҡлап ҡалыуында, рухи-мәҙәни, социаль-иҡтисади үҫешен артабан яҡшыртыуҙа ла бөгөн эшҡыуарлыҡ мөһим роль уйнай. Көньяҡ-көнбайыш райондарҙан килгән вәкилдәр үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты, тәҡдимдәр индерҙе. Күптәр үҙен ҡыҙыҡһындырған мөһим һорауҙарға яуап алды, бәйләнеш булдырҙы.
Сарала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, яңы эш башлаусыларға һалымды кәметеү, ер пайҙарын рәсмиләштереүҙе тиҙләтеү, һалым, хоҡуҡи ярҙам буйынса консультация ойоштороу буйынса йүнәлешле эшләүҙең мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды һәм республикабыҙҙың көньяҡ райондарында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың торошо һәм артабанғы үҫеш юлдары буйынса ҡарар ҡабул ителде.
Иршат Аҫылғужин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссияһы рәйесе:
– Үҙ эшен асырға йөрьәт итә алмағандарға ярҙам итеү маҡсатында ҡоролтайҙың Бизнес-үҙәге төҙөлдө. Беҙҙең Күмертауҙа уҙған ултырыштың маҡсаты – райондарға сығып, урында эшҡыуарлыҡ үҫешен өйрәнеү, уны артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү…
Зөфәр Камалов, БР Инновация агентлығы директоры:
– Инновация йәштәр студент йылдарынан уҡ үҙеңдә аҡса эшләү һәләтен үҫтерергә, әүҙем позиция биләргә тейеш тигән маҡсатты күҙ уңында тота. Идея-маҡсаттар күп, шуларҙың береһе генә булһа ла йәштәр тарафынан яҡлау табыр, тигән өмөттәмен.
Сәғит ИсмӘғилев, «Исмәғил» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры:
– Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә әллә ни ҙур сығым кәрәкмәй, бары тик үҙеңдәге эске теләкте эшкә ҡушыу мөһим. Эш башлайым тигәндәрҙең беренсе сиратта хуплау, яҡлауға түгел, ниндәйҙер ҡаршылыҡтарға осрауы ҡыҙғаныс, һәм улар ошо сәбәпле үҙ идеяһынан баш тартырға мәжбүр.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.