-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
26 Март 2011, 19:59

«Аҡбуҙат», «Афарин» һәм башҡалар...

Балаларын башҡорт ру­хын­да үҫтерергә теләүсе ата-әсәләр «Аҡбуҙат» жур­на­лын алдырмай ҡалмаҫ. Ысынлап та, бәләкәйҙән мауыҡтырғыс әкиәттәр, йо­маҡтар, шиғырҙар уҡып ки­нәнгән бала туған телен, туған моңон күңеленә һеңдереп үҫә.

Балаларын башҡорт ру­хын­да үҫтерергә теләүсе ата-әсәләр «Аҡбуҙат» жур­на­лын алдырмай ҡалмаҫ. Ысынлап та, бәләкәйҙән мауыҡтырғыс әкиәттәр, йо­маҡтар, шиғырҙар уҡып ки­нәнгән бала туған телен, туған моңон күңеленә һеңдереп үҫә.
«Аҡбуҙат» журналының егерме йәшенә лә, әлбиттә, иң ҙур ҡунаҡтар – балалар йыйылды. Журналды яра­тыу­сылар төрлө мәктәптәр­ҙән, хатта райондарҙан уҡ килеп еткәйне.
...ҡунаҡтарҙы Афарин исемле клоун ҡаршы алды. Ул Аҡбуҙаттың дуҫы икән. Тантана барышында Афа­рин балаларҙы уйнатты, көлдөр­ҙө. Эскерһеҙ сабый­ҙар шаян клоун менән серҙәре, хыялдары хаҡында бүлешергә лә тартынманы. Баҡһаң, кескәйҙәрҙең кү­беһе Па­рижға барырға хыял­лана икән! Балаларҙың фантазияһы иҫ киткес бай. Хыял­дарҙың осона сығырлыҡ түгел. Сарала Бело­реттан һәм тағы бер нисә райондан килгән йырсы балалар, «Тамыр» йыр студияһының бәләкәс артистары ла сығыш яһаны. Ә фойела тоҡ менән һикереү, викториналар, төрлө уйындар үтте. ҡыҙыҡлы уйын­дар­ҙы «Афарин» башҡорт ижади студияһы ойоштор­ғайны. Ә Өфө дәүләт ҡурсаҡ театры «Урал батыр» эпосынан өҙөк күрһәтте.
Шулай итеп, «Аҡбуҙат» дуҫтарға бай булып сыҡты. Балалар өсөн башҡорт те­лен­дә сыҡҡан берҙән-бер журналға артабан да уңыштар теләйек, уға яҙылайыҡ, уҡыйыҡ!

Р. КҮСЕМХАНОВА.