Бөтә яңылыҡтар
22 Март 2011, 15:19

Умартағыҙ күршегеҙҙе борсомаймы?

Райондар, ауылдар буйлап йөрөгәндә бик йыш күңелһеҙ хәлдәргә осрай торғайным. Айырым умартасылар үҙҙәренең йорт алдында бал ҡорто ғаиләләрен аҫрап (бер нисә умарта ғына түгел, ә бер нисә тиҫтә) күршеләренән хаҡлы дәғүә һүҙҙәре ишетә. Кемгәлер бал ҡортоноң сағыуы килешә, ә кемдер аллергик реакция кисерә. Бәләкәй балалар, оло йәштәгеләр, ауырыуҙар, ҡорт ағыуын кисерә алмағандар бар. Әлбиттә, бал ҡортон үрсеткәнде күрә алмаған, көнләшкән күршеләр ҙә була.

Кемдер күрше-күләндең һүҙен тыңламай, башбаштаҡлыҡ итә, кемдер йорто янында умарта тота, ә кемдер ауыл хакимиәте башлығы йәки район етәкселәренең рөхсәтенә һылтана. Әлбиттә, өй яны баҡсаһында бал ҡорто аҫрау тыйылмай. Минеңсә, аңлашылмаусанлыҡ булмаһын өсөн, күршеләр менән килешеү төҙөү мотлаҡ.
Күптәр: «Умарталарҙы нисек урынлаштырырға?» – тигән һорау менән мөрәжәғәт итә. Умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлаусы­лар­ға бал ҡорто ғаиләләрен урынлаштырыу өсөн «Умартасылыҡ тураһында» БР Законы нигеҙендә эш алып барырға кәрәк. Уның II бүлегенең 9-сы статьяһында умарта күстәре менән умарталарҙы урынлаштырыуға ҡағылышлы ентекле аңлатма бирелгән. Статьяла: «Умарта күстәре менән умарталар ер участкаһында уның сиктәренән кәмендә ун метр алыҫлыҡта урынлаштырылырға, йә умарта күстәре менән умарталар кәмендә ике метр бейеклеккә ҡуйылырға йәки күрше ер участкаһынан бина, ҡоролма, ҡаралты, йә ике метр­ҙан да кәм булмаған ҡуйы ҡыуаҡлыҡ менән айыры­лырға тейеш.
Күсмә умарталыҡтар бал йыйыу сығанаҡтары эргәһендә бер-береһенән кәмендә бер ярым, стационар умарталыҡтарҙан өс саҡрым алыҫлыҡта урынлаштырылырға тейеш.
Күсмә умарталыҡтарҙы бал йыйыу сығанаҡтары янына элегерәк урынлаштырылған башҡа умарталыҡтан бал ҡорттары осоп үткән урында урынлаштырыу рөхсәт ителмәй.
Физик шәхес һәм ойошма күсмә умарталыҡты урынлаштырғандан һуң вәкәләтле дәүләт органына уның тураһында мәғлүмәттәрҙе хәбәр итергә һәм умарталыҡтың ветеринар-санитар паспортын күрһәтергә бурыслы», – тиелгән.

Рафиҡ НОҒОМАНОВ,
ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.
Читайте нас: