Тормошта күп нәмә көн торошона бәйле: сәләмәтлегебеҙ, кәйефебеҙ, уй-ниәттәребеҙ һәм уларҙың тормошҡа ашыу-ашмауы, илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫеше һ.б. Шуға һәр кем көн торошо менән ҡыҙыҡһынып бара. Ә көн торошо нисек фаразлана һәм кемдәр уны күҙәтеп бара – ошолар менән ҡыҙыҡһынып, Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхиттең мониторингы буйынса БР территориаль идаралығының Гидрометеорология үҙәгенә мөрәжәғәт иттек. Көн торошон күҙаллау буйынса бында айырым бүлек бар. Унда 12 синоптик эшләй. Улар йыйған мәғлүмәт буйынса республикала алдағы тәүлектәргә, бер аҙнаға һәм бер айҙан өс айға тиклем көн торошо күҙаллана. Шулай уҡ бер йылға ла яҡынса көн торошо билдәләнә һәм Башҡортостан территорияһында хәүефле күренештәр, ғәрәсәттәр тураһында алдан иҫкәртелә.
Синоптиктар нимәгә таянып көн торошон күҙаллай һуң?
Донъяла һәр өс сәғәт һайын көн торошо буйынса күҙәтеүҙәр үткәрелеп тора. Башҡортостанда 32 метеостанция һәм 5 метеопост бар. Уларҙа даими рәүештә температура, атмосфера баҫымы үлсәнә, көндөң аяҙлы-болотло булыуы тикшерелә, атмосфера күренештәре буйынса күҙәтеүҙәр алып барыла. Был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла Мәскәүгә ебәрелә һәм унда, эшкәртелеп, синоптик картаға индерелә. Ә Гидрометеорология үҙәгенең көн торошон күҙаллау бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ошо синоптик карта буйынса артабан анализ үткәреп, шулай уҡ башҡа сығанаҡтарҙан алынған фараздарҙы файҙаланып, республика буйынса алдағы тәүлектәргә көн торошон билдәләй. Синоптик карта ҡайҙа циклондар, ҡайҙа көслө ел көтөлөүен, болоттарҙың ҡайһы яҡҡа күсерен алдан күҙалларға ярҙам итә. Бынан тыш, Өфөнөң Дим биҫтәһендә аэрологик станция бар. Унда радиотапшырғыс ҡуйылған зонт һауаға осорола ла, температураны, атмосфера баҫымын, һауаның дымлылығын үлсәй. Шулай уҡ улар циклон менән антициклондарҙы ла асыҡлай ала. Синоптиктар көн торошон фаразлағанда тағы ла йыһандан төшөрөлгән фотоларҙы ла файҙалана. Улар аша болоттарҙың ҡайһы яҡҡа хәрәкәт итеүен күҙалларға мөмкин. Әлбиттә, фараздар тулыһынса тура килгән осраҡтар ҙа, яңылышҡан саҡтар ҙа була. Бында эшләүсе синоптиктар әйтеүенсә, уларҙың фараздары республика буйынса уртаса алғанда 93 – 94 процентҡа аҡлана, ә бер айлыҡ һөҙөмтәләрҙе алғанда, яҡынса 70 проценты дөрөҫлөккә тура килә.
Халыҡта йыш ҡына, декабрь айы – июнгә, ғинуар – июлгә, февраль авгусҡа тура килә, тигән ышаныу бар һәм ниндәй айҙа ҡарҙың күп яуыуына ҡарап, йәйгеһен шул айҙарҙың ямғырлы булыуын фаразлайҙар. Синоптиктар был хаҡта ниндәй фекерҙә һуң?
– Беҙ физика закондарына нигеҙләнеп күҙәтеүҙәр үткәрәбеҙ һәм көн торошон фаразлайбыҙ һәм беҙҙең күҙәтеүҙәр буйынса ҡышҡы айҙарҙағы яуым-төшөмдәр йәйге айҙарға тура килә тип әйтеп булмай, – ти бүлек етәксеһе Гөлназ Зәкиева.
Гидрометеорология үҙәгенең көн торошон фаразлау бүлегендә эшләүсе синоптиктарҙың барыһы ла тиерлек Санкт-Петербургтағы Рәсәй дәүләт гидрометеорология университетын тамамлаған. Әлеге ваҡытта ул – Рәсәйҙә синоптиктар әҙерләүсе берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Унда уҡырға инеү өсөн физиканы яҡшы белеү мөһим, сөнки көн торошон физика закондарына таянып ҡына күҙалларға мөмкин.
– Беҙҙең һөнәр – бик көсөргәнешле һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки көн торошо саҡ ҡына тура килмәһә лә, халыҡ беҙҙе әрләй башлай. Нигеҙҙә, эшебеҙ ҡыҙыҡлы, бигерәк тә оператив булыуы менән күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт ҡалдырмай. Һәр өс сәғәт һайын алынған мәғлүмәттәрҙе эшкәртеп өлгөрөргә тейешбеҙ, – ти көн торошон күҙаллау бүлеге хеҙмәткәрҙәре.
Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
АВТОР фотоһы.