-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
19 Март 2011, 18:50

Йондоҙнамә 21-27 март

Ылаҡ (22.12 – 20.01)Эштәрегеҙҙе тәртипкә килтереү өсөн уңайлы мәл. Үткән ваҡиғаларҙың шауҡымы һа­ман да беленеп торор, моғайын. Кесе йомала һеҙҙе һиҙелерлек сығымдар көтә.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Эштәрегеҙҙе тәртипкә килтереү өсөн уңайлы мәл. Үткән ваҡиғаларҙың шауҡымы һа­ман да беленеп торор, моғайын. Кесе йомала һеҙҙе һиҙелерлек сығымдар көтә.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала башҡарған эштәрегеҙгә йомғаҡ яһарһығыҙ. Һөҙөмтәләр тулыһынса ҡә­нәғәтләндермәҫ кеүек. Кесе йомала кейем һатып алыу уңышлы буласаҡ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышындағы ҡайһы бер ваҡиғалар бер аҙ борсолорға ла мәжбүр итер, моғайын. Күсенеү йәки мөһим ҡағыҙҙар менән бәйле мәсьәләләрҙең ҡатмарлашып китеүе ихтимал.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала йыш ҡына икенсе дәғүәселәр менән ярышырға тура килер. Әйт­кәндәй, эргәгеҙҙә кәңәш биреүсе булмаһа, һемәйеп ҡалыуығыҙ ҙа бар. Кемдер элекке бурысығыҙҙы талап итер.
Буға (21.04 – 21.05)
Осор барышында һаулығығыҙға етди иғтибар бүлегеҙ. Бар тырышлығығыҙ ваҡытлыса ғына еңеллек килтерер. Йәмәғәт эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт ҡалыр­һығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Бер аҙ мәшәҡәтле аҙна. Ваҡиғалар ағышы тиҙләнгән кеүек булыр. Күпселек эштәрҙе ашыҡ-бошоҡ хәл итер­һегеҙ кеүек. Хаталар ҙа һағалар, моғайын. Барыбер осорҙан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Иң өмөтлө көндәрегеҙ – дүшәмбе һәм кесе йома. Шаршамбыны ла яҡшы кәйеф менән үткәрерһегеҙ. Был көндө мохтаждарға хәйер бирергә онотмағыҙ. Сауабын бик тиҙ тойорһоғоҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аралашыуҙа бер юлы ҡатылыҡ һәм йомшаҡлыҡ күрһәтергә тура килер. Мөмкин тиклем кеше эшенә ҡыҫылмаҫҡа тырышығыҙ. Юғиһә ҡаты ҡаршылыҡҡа осрауығыҙ бар. Әүҙемлегегеҙҙе кәметергә ҡушыла.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Тормошоғоҙ йәнләнеп киткәндәй тойолор. Ҙур эштәргә тотонорһоғоҙ, буғай. Шулай ҙа йыш ҡына кеше йомоштары менән шөғөлләнергә ла тура килер. Кесе йомала ярҙам алырһығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бөтә көндәр ҙә һәйбәт үтер һымаҡ. Шишәмбелә генә өмөт иткән ярҙамды ала алмаҫһығыҙ, ахыры. Йүнсел­дәрҙең ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар кисереүе ихтимал. Йомала бүләк көтөгөҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Бик мөһим аҙна. ҡайһы бер ваҡиғалар бәғзеләргә ҡарашығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр итер. Дошманлыҡта ғәйепләнгән кешеләрҙең һеҙгә ҡарата мөнәсәбәте яҡшырыр кеүек.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор яҡшы яңылыҡтар килтерергә тейеш. Тик дүшәмбелә бер аҙ сыҙамлыҡ талап ителә. Һеҙҙе мәшәҡәттәр тулы көн көтә. Кесе йомала элек ҡылған изгелектең сауабын тулыһынса алыр­һығыҙ.