Бөтә яңылыҡтар
19 Март 2011, 21:14

Бутҡа урынына банан

Баш ҡаланың бер магазинында эшләүсе танышым бар. Ул: «Сменамды ҡабул иткән һайын ҡарабойҙайға хаҡ арта, әбейҙәр беҙҙе әрләй ҙә әрләй», – тип зарлана. Ысынлап та, ҡарабойҙай эпопеяһы дауам итә, уның хаҡы алтынға бәрәбәр була башланы. Ә бына, иттең килограмы 500 һумға тиклем етәсәк, тип ҡурҡытһалар ҙа, шөкөр, был хәбәр дөрөҫкә сыҡманы. Түбәндәге таблицала хаҡтар 11 мартҡа ҡарата бер килограмм аҙыҡҡа Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында бирелгән.

Бутҡа урынына банан
Бутҡа урынына банан
Баш ҡаланың бер магазинында эшләүсе танышым бар. Ул: «Сменамды ҡабул иткән һайын ҡарабойҙайға хаҡ арта, әбейҙәр беҙҙе әрләй ҙә әрләй», – тип зарлана. Ысынлап та, ҡарабойҙай эпопеяһы дауам итә, уның хаҡы алтынға бәрәбәр була башланы. Ә бына, иттең килограмы 500 һумға тиклем етәсәк, тип ҡурҡытһалар ҙа, шөкөр, был хәбәр дөрөҫкә сыҡманы.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 11 мартҡа ҡарата бер килограмм аҙыҡҡа Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында бирелгән.
Хаҡтар – һумда
ҡарабойҙай ярмаһы 112 – 114
Дөгө ярмаһы 37 – 41
Тары ярмаһы 53 – 55
Макарон изделиелары 25 – 51
Шәкәр 48 – 50
«Макфа» оно 26 – 27
Минтай балығы 77 – 79
Сайда балығы 93 – 99
Ыҫланған скумбрия 208 – 260
Голланд сыры 250 – 263
Аҡ май 100 – 145
Шишмә үҫемлек майы 69 – 75
Һыйыр ите 210 – 280
Тауыҡ түшкәһе 71 – 110
Индоөйрәк 172 – 200
10 дана йомортҡа 27 – 43
Һуған 40 – 42
ҡыҙыл сөгөлдөр 38 – 41
Кишер 36 – 41
Кәбеҫтә 40 – 45
Рәсәйҙә үҫтерелгән картуф 45 – 46
Мысырҙан, Израилдән
килтерелгән картуф 50 – 60
Помидор 145 – 160
ҡыяр 145 – 160
Виноград 250
Банан 45 – 70

Лилиә СИРАЕВА.
Читайте нас: