-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
15 Март 2011, 17:10

ШУНДАЙ КҮРШЕМ БАР МИНЕҢ

Байтаҡ ҡына дөйөм ятаҡта йәшәгәс, 1987 йылдың аҙағында, ниһайәт, беҙҙең ғаиләгә лә өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Яңы бирелһә лә, унда ремонт яһамай тороп күсерлек түгел, әлбиттә. Шулай ҙа, үҙ торлағың була тороп, нисек ятаҡта йәшәп ятмаҡ кәрәк? Яңы йыл байрамы үтер-үтмәҫтән, беҙ законлы фатирыбыҙға күсергә булдыҡ. Унда йылы индерелгән, ләкин газ урынына электр плитаһы ҡулланабыҙ, эҫе һыу ҙа, һыуығы ла юҡ. Ярай әле Тәйрүк йортобоҙға терәлеп аға, аш-һыу әҙерләү, йыуыныу-сайыныу өсөн һыуҙы шунан алабыҙ, ҡыш бит, йылға таҙа.

ШУНДАЙ КҮРШЕМ БАР МИНЕҢ
Байтаҡ ҡына дөйөм ятаҡта йәшәгәс, 1987 йылдың аҙағында, ниһайәт, беҙҙең ғаиләгә лә өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Яңы бирелһә лә, унда ремонт яһамай тороп күсерлек түгел, әлбиттә. Шулай ҙа, үҙ торлағың була тороп, нисек ятаҡта йәшәп ятмаҡ кәрәк? Яңы йыл байрамы үтер-үтмәҫтән, беҙ законлы фатирыбыҙға күсергә булдыҡ. Унда йылы индерелгән, ләкин газ урынына электр плитаһы ҡулланабыҙ, эҫе һыу ҙа, һыуығы ла юҡ. Ярай әле Тәйрүк йортобоҙға терәлеп аға, аш-һыу әҙерләү, йыуыныу-сайыныу өсөн һыуҙы шунан алабыҙ, ҡыш бит, йылға таҙа.
Беҙҙең йорттоң өсөнсө подъезына ла күсәләр. Кеше менән баҫалҡы ғына иҫәнләшеүҙән башҡа бер һүҙ ҙә ҡушмаған иргә иғтибар итәм. ҡарап тороуға бигерәк тырыш инде, атлап түгел, йүгереп йөрөй. Әле генә төргәк-фәлән тотоп подъезына инеп барғанын күреп өлгөрмәйһең, тағы әллә күпме төйөнсөк күтәреп килә лә етә был. Атлағанда ла һәлмәк кенә йөрөй белмәй, күрәһең, һикертә баҫыбыраҡ юрғалай. Бер ҙә бер аяғын бет ашап, икенсеһен эт тешләп йөрөгән кешегә оҡшамаған, биллаһи. Күренеп тора, төплө әҙәм.
Бер көн ҡатынымдан һорап ҡуйҙым: «Кем ул, һин белмәйһеңме?». Баҡтиһәң, беҙҙең менән 2-се башҡорт интернат-мәктәбендә уҡыған Тайфаның хәләле икән был мыҡты кәүҙәле, тумалаҡ битле, ҡалын ҡашлы, теремек күҙле Хәмзә исемле ир. Икеһе лә Ғүмәр ауылыныҡы. Дөрөҫ, мәктәпте Тайфа беҙҙән өс йылға алда тамамланы. Шулай ҙа “интернатский”ҙар бер туған һымаҡ бит улар, был ғаилә менән тиҙ аралашып киттек. Хәйер, Хәмзә менән беҙҙең йәрҙәр электән үк дуҫтар булып сыҡты. Хатта трикотаж фабрикаһында бергә эшләүҙәре генә етмәгән, балаларҙы ла, Тайфа – икенсе бәпесен, минең хәләл ефет – беренсе ҡыҙыбыҙ Айгөлдө, бер көндө тип әйтерлек тапҡан, имеш. Шунан бирле, бына хәҙер егерме ике йыл, аралашып, дуҫ булып йәшәйбеҙ. Беҙҙең халыҡта, яҡшы күрше туғандан ҡәҙерле, тигән әйтем дә бар. ҡыҫҡаһы, яҡшы күршеләр инде.
Хәмзә – Әнүәр ағай менән Хәнә апай Ғәлимовтарҙың баш балаһы. Үке­нескә күрә, хәҙер улар икеһе лә гүр эйәһе. Тыуым бар икән, мотлаҡ үлем дә бар. Ошо ике араны матур итеп үтеп ҡалыу кәрәк. Ә Әнүәр ағай менән Хәнә апай, тормоштоң ағышынан шатлыҡ, мәғәнә табып, бары менән ҡәнәғәтләнеп, дүрт малайҙарына ла матур тәрбиә биреп, ауылдаштарын һөйөндөрөп, кинәнеп йәшәне. Уларҙың барлыҡ матур сифаттары ла тулыһынса Хәмзәлә тупланған да ҡуйған.
Маҡар мәктәбендә унынсы синыфты бөткәс, быраулау ҡорамалдары дизелсыһы һөнәрен үҙләштереү өсөн Ишембайҙағы 28-се училищеға уҡыр­ға инә йәш егет. Уны тамамлауға, Хәмзәне армия сафына саҡыралар. Ике йыл буйы көнбайыш Украинала стратегик ракета ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итә ул. Совет иленең тыныслығын һаҡлап, һәр егет иңенә ятҡан изге бурысты намыҫ менән атҡарып ҡайтҡас, Хәмзә Әнүәр улы Ишембай быраулау эштәре идаралығына эшкә урынлаша.
– Шунан бирле эшләнем дә эшләнем инде, – ти һүҙгә һараныраҡ күршем. – Әллә ни маҡтанырлыҡ нәмәләр башҡарылманы.
Һөйләшеп бармағанлығы артына тыйнаҡлыҡ тигән сифат та йәшеренгән уның. Юғиһә ҡайһы берәүҙәр энә осондай ғына уңышын да күрһәтергә тырыша, дөйәләй ҡабарта, шапырына. Ә бынан ҡыпһыуыр менән тартып алырмын тимә. Бер сумаҙандай йыйылған Маҡтау ҡағыҙҙарын, Почет грамоталарын башыңа кейгән кәпәсеңдең матурлығына ҡарап ҡына тоттормайҙар ул. Хәмзә, “ҡара алтын” ятҡылыҡтары эҙләп, Башҡортостан­дың арҡырыһын-буйын иңләгән кеше. Был, ысынлап та, шулай. 1982 йылда махсус курс тамамлап, өҫтәмә һөнәр үҙләштергәне бирле, ул быраулаусы булып эшләй. Республикабыҙҙа нефть запастары кәмегәнлектән, хәҙер беҙҙең белгестәр Ырымбур, ҡаҙағстан, Көнбайыш Себер тарафтарына ла юллана. Әйткәндәй, Ишембай нефтселәре, ҡайҙа ғына эшләһә лә, ҙур хөрмәт ҡаҙана. Хәмзә лә ана шундайҙарҙан. Ә ундай абруйҙы яулау өсөн, уңғанлыҡҡа өҫтәп, һәләт, оҫталыҡ, тәжрибә кәрәктер, моғайын. Ир сәме булыу ҙа мотлаҡтыр.
Күршем фиҙакәр хеҙмәте өсөн 2007 йылда Башҡор­тостан Республи­каһының Маҡ­тау грамотаһы менән дә бүләкләнгән икән. Был абруйлы награданы уға республикабыҙ етәксеһе Мортаза Рәхимов үҙе тапшырған. Был хаҡта ла яңыраҡ ҡына белдем.
– Бәй, нишләп ваҡытында өндәшмәнең, “йыуыр” инек, исмаһам, – шаяртып, ҡарашымды Хәмзәгә йүнәлтәм.
– Әлләсе, үҙебеҙ генә ғаилә менән билдәләнек тә, бөттө. – Күршем, уңай­һыҙланып, ил ағаһы ҡәҙерле бүләкте тапшырған иҫтәлекле мәлде тарихҡа ҡалдырған фотоһүрәтте күрһәтә. – Эшләгәнмендер инде, шуға биргәндәрҙер.
Ирмен тигән ир бала үҫтерергә, ағас ултыртырға, йорт һалырға тейеш, тигәндәр. Был яҡтан да Хәмзәгә етеп булмай. Улар Тайфа менән бер ҡыҙ, бер малай тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Гүзәлдәре, Илгиз исемле типһә – тимер өҙөрҙәй егеткә тормошҡа сығып, баш ҡалала йәшәй. Эмир исемле улдары үҫеп килә. Марсель атаһының юлынан китте – Себерҙә яңы нефть ятҡылыҡтары эҙләй. Ул – геолог. Башлы-күҙле. Класташы Ләйсән менән өйләнешеп, Дамир атлы баһадир ул үҫтерәләр.
Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында хан һарайындай йорт та төҙөп ултыртты Хәмзә. Йорто булғас, тирә-яғындағы баҡсаһында ағасы ла барҙыр. Уныһына ғына ҡалғас, күршем йыбанып тормаҫ.
– Тайфа менән нисек танышыуыңды һөйлә, – тип ныҡышам.
– Нимәһен һөйләйһең инде уның, танышҡанбыҙҙыр инде. – Шуның менән һүҙ бөттө. Ярай әле Тайфа өйҙә, ул ярҙамға килде.
– 1977 йылдың илерткес гүзәл август төнө ине. Күктәге йондоҙҙар ҙа шундай сағыу, йым-йым килеп, күңелдәрҙе иркәләй. Ай нурына һарылып, ергә паклыҡ, сафлыҡ бөркөлә. Беҙ, ауыл йәштәре, Сауҡалыҡҡа уйынға сыҡҡанбыҙ. Майҙан уртаһына усаҡ яғып ебәрҙеләр. Дамир исемле егет гармун күректәрен һуҙып та өлгөрмәне, ҡыҙҙар эркелешеп бейергә төшөп китте. Байтаҡ ҡына бейешкәс, Дамир вальс көйө уйнай башланы. Шул ваҡыт яныма Хәмзә килеп баҫты. «Һине бейергә саҡырырға мөмкинме?» – тине ул оялсан ғына. Мин ҡаршы килмәнем инде, билдәрҙән тотошоп ҡына вальста әйләнгән булдыҡ. Уйын бөткәс, был мине оҙатырға сыҡты. Әле булһа аптырайым, нисек йөрьәт иткәндер ул бындай аҙымға?
Шулай башланып китә уларҙың утыҙ өс йылға һуҙылған мөхәббәте. Был йылдар эсендә улар әсеһен дә, сөсөһөн дә татығандарҙыр. Табаҡ та шалтырамай тормағандыр, тормош бит. Ләкин, барлыҡ һынауҙарҙы ла еңергә, кәртәләрҙе үтергә ана шул мөхәббәт тигән тойғо ярҙам иткәндер. Сөнки ир менән ҡатын араһында тоғро мөхәббәт бар икән, тимәк, ғаилә лә татыу, балалар ҙа шат, уңыштар ҙа күҙгә салынып тора, йәшәү ҙә күңелле, ғүмер ҙә оҙон.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.


Ишембай ҡалаһы.

Автор фотоһы.