-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
12 Март 2011, 15:40

Был аҙнала беҙҙе...

Хәүефләндерҙе...Мексика наркобароны Хоакин Гусман Лоэра тағы ла донъяның иң бай кешеләре исемлегенә эләккән. Насар даны бар донъяға таралған, нисәмә йыл полициянан ҡасып йөрөгән был әҙәмдең байлығы бер миллиард доллар иҫәпләнә. Уны тотоп, тейешле органдар ҡулына тапшырыусыға биш миллион доллар вәғәҙә ителгән.

Хәүефләндерҙе...
Мексика наркобароны Хоакин Гусман Лоэра тағы ла донъяның иң бай кешеләре исемлегенә эләккән. Насар даны бар донъяға таралған, нисәмә йыл полициянан ҡасып йөрөгән был әҙәмдең байлығы бер миллиард доллар иҫәпләнә. Уны тотоп, тейешле органдар ҡулына тапшырыусыға биш миллион доллар вәғәҙә ителгән.

ҡыуандырҙы...
Билдәле булыуынса, илдә социаль пенсияны ике тапҡыр – апрель һәм июлдә индексациялау күҙаллана ине. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин ошо ике индекса­циялау­ҙы берләштереп, был эште яҙ айында уҡ башҡарып ҡуйырға тәҡдим итте.
Индексациялауҙы берләштереү пенсионерҙарға файҙаға ғына – улар аҡсаны апрелдән үк күберәк ала башлаясаҡ.

ҡурҡытты...
Мәскәүҙә шаршамбыла шартлау булды. Баш ҡалалағы Федераль именлек хеҙмәте академияһы бинаһы янында барса халыҡты ҡурҡытҡан шартлатҡысты кеҫә телефоны аша шартлатҡандар. Шөкөр, һәләк булыусылар юҡ.

Уйландырҙы...
Мысырҙа революциянан һуңғы тормош ғәрәптәрҙе бер ҙә ҡыуандырмай. Әлбиттә, үҙенең һүҙен һүҙ иткән халыҡ иртәгәһе көнгә оптимизм менән йәшәй. Тик шулай ҙа кешеләр бер ҙә тынмай, көн һайын забастовкалар ойоштороу менән мәшғүл.
Донъя белгестәренең фекеренсә, Мысырҙа тормош элеккесә һәүетемсә, тыныс дауам итһен өсөн ярты йыл самаһы ваҡыт талап ителә. Был инде ил иҡтисадына артабан да ҙур зыян киләсәген аңлата.