-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
12 Март 2011, 15:58

Берҙән-бер юл ошомо?

Башҡорт йәштәре иттифағы (БЙИ) ағзаларының аслыҡ иғлан итеүенә көн артынан көн үтә тора. Аслыҡҡа ҡушылыусылар­ҙың һаны ла артҡандан-арта. 25 февралдә Артур Иҙелбаев аслыҡ иғлан иткән булһа, 2 мартта БЙИ рәйесе вазифаһын башҡарыусы Флорид Багаев һәм уның урынбаҫары Илгиз Таҡаловты университеттан ҡыуыу тураһындағы бойороҡтан һуң Флорид менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Фәнзил Әхмәтшин да ҡушылды. 11 мартҡа иһә аслыҡ иғлан итеүселәрҙең һаны 152 кешегә тиклем барып етте. Өфөлә генә түгел, республиканың бүтән ҡала һәм райондарында ла, теләктәшлек белдереп, акцияға ҡушыла барғандар­ҙың һаны артыуын күреүҙән сәстәр үрә торорлоҡ. Һыу ғына эсеп торған, хәлһеҙләнеп бөткән студенттарҙы күреү ҙә йәнгә йылылыҡ өҫтәмәй. Ярай ҙа ата-әсәләре был хәлде белмәй. Йәштәрҙең, үҙ һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, был хәрәкәткә ҡушылыуы тиктән түгел. Әленән-әле республикала барған хәлдәргә үҙҙәренең мөнәсәбәтен белдерә килде БЙИ ағзалары. Әммә аслыҡҡа тиклем барып еткәндәре юҡ ине әле. Бындай һуңғы сиктә торған сараны һайлауға нимә сәбәпсе булған һуң? Үҙҙәренең http://sbmrb.com сайтында, «Вконтакте» сайтындағы төркөмдәрендә улар был турала асыҡ яҙған.

Башҡорт йәштәре иттифағы (БЙИ) ағзаларының аслыҡ иғлан итеүенә көн артынан көн үтә тора. Аслыҡҡа ҡушылыусылар­ҙың һаны ла артҡандан-арта.
25 февралдә Артур Иҙелбаев аслыҡ иғлан иткән булһа, 2 мартта БЙИ рәйесе вазифаһын башҡарыусы Флорид Багаев һәм уның урынбаҫары Илгиз Таҡаловты университеттан ҡыуыу тураһындағы бойороҡтан һуң Флорид менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Фәнзил Әхмәтшин да ҡушылды. 11 мартҡа иһә аслыҡ иғлан итеүселәрҙең һаны 152 кешегә тиклем барып етте. Өфөлә генә түгел, республиканың бүтән ҡала һәм райондарында ла, теләктәшлек белдереп, акцияға ҡушыла барғандар­ҙың һаны артыуын күреүҙән сәстәр үрә торорлоҡ. Һыу ғына эсеп торған, хәлһеҙләнеп бөткән студенттарҙы күреү ҙә йәнгә йылылыҡ өҫтәмәй. Ярай ҙа ата-әсәләре был хәлде белмәй. Йәштәрҙең, үҙ һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, был хәрәкәткә ҡушылыуы тиктән түгел. Әленән-әле республикала барған хәлдәргә үҙҙәренең мөнәсәбәтен белдерә килде БЙИ ағзалары. Әммә аслыҡҡа тиклем барып еткәндәре юҡ ине әле. Бындай һуңғы сиктә торған сараны һайлауға нимә сәбәпсе булған һуң? Үҙҙәренең http://sbmrb.com сайтында, «Вконтакте» сайтындағы төркөмдәрендә улар был турала асыҡ яҙған.
Талаптарына күҙ һалайыҡ:
1. А. Иҙелбаев һәм А. Дил­мөхәмәтовтың хөкөм сараһын яңынан ҡарарға һәм арес­тан азат итергә.
2. Тикшереү үткәрергә һәм уның һөҙөмтәһендә республикала тотороҡһоҙлоҡ булдырыу­сы, милләт-ара дошманлыҡ тыуҙырыусыларҙы табып, улар­ға тейешле яза бирергә.
3. Тикшереү үткәрергә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының йорттарына килеп, тикшереп йөрөүселәрҙе язаға тарттырырға.
4. Милли хәрәкәт лидерҙарын уларҙың гражданлыҡ позициялары, ижтимағи-сәйәси ҡараштары өсөн эҙәрлекләүҙе туҡтатырға.
5. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы буйынса саралар күрергә һәм ундағы проблемаларҙы сисеү юлын табырға.
Халыҡ яҙмышына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында башланған сараның көндән-көн киңерәк ҡолас ала барыуы хәүефкә һала. Бәғзеләр был талаптарҙы аңлап та етмәйҙер. Әммә патриот йәштәр, дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләп, акцияға теләктәшлек белдерә. «Ил яҙмышы өсөн һаулығым да, ғүмерем дә йәл түгел», – тигән йәш егет һүҙҙәренең мәғәнәһен тулы­һынса аңлап бөтәме икән? Шул тиклем ҡорбан талап итәме заман? Акцияға буласаҡ әсәләр – ҡыҙҙар ҡушыла, мәктәп уҡыу­сылары ла күпләп теләк белдерә. Бәлки, был һуңғы сик кәрәк тә булғандыр. Вайымһыҙлыҡты еңер өсөн булһа ла. Тик илгә сәләмәт, киләсәктә уны етәкләр йәштәр кәрәклеген дә оноторға ярамай.
10 мартта Нефтсе­ләр мәҙәниәт һарайында ошо борсоулы мәсьәлә буйынса матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Унда килеп тыуған хәлдең сәбәптәрен асыҡларға тырыштылар. «Бүтән саралар үҙ һөҙөмтәһен бирмәне, пикеттарҙа, митингыларҙа ҡуйылған талаптар үтәлмәй. Беҙ ошо юлға барырға мәжбүр булдыҡ. Беҙҙең хәрәкәткә ҡушылырға теләүселәр бик күп. ҡайһы берәүҙәр хатта радикаль саралар ҙа тәҡдим итә. Әммә беҙ уларҙы тыныс­ландырырға тырышабыҙ», – ти Флорид Багаев. Әйткәндәй, аслыҡ иғлан иткәндән һуң егеттәрҙе уҡыуҙарында тергеҙгәндәр.
Әммә был проблемаларҙы йәштәр генә сисергә тейеш түгел, тигән фекерҙә өлкән йәштәгеләр. «Аслыҡты туҡтатырға кәрәк. Был эшкә үҙ өлөштәрен индергән йәштәргә рәхмәт. Әммә быны улар башҡарырға тейеш түгел. Уны ниндәйҙер бүтән ойошмаға тапшырырға кәрәк. Әгәр ул юҡ икән, булдырырға кәрәк һәм ул ошо мәсьәләне хәл итергә тейеш», – тип белдерҙеләр. Татар йәштәре берлеге ветераны Мәжит Хужин, был хәлдән лайыҡлы рәүештә сығыр өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш-ҡарма комитетының сираттан тыш ултырышын үткәрергә кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе.
Конференция буйынса дөйөм һығымталар яһалһа ла, ниндәй­ҙер асыҡ ҡарарға киленмәне. Аслыҡты беҙ үҙебеҙ генә иғлан итмәнек, беҙ генә уны туҡтата ла алмайбыҙ, тип белдерҙе Фәнзил Әхмәтшин менән Флорид Багаев. Артабан ас тороуҙы дауам иткән йәштәрҙең һаулығы менән нимә булыры ла билдәһеҙ ҡала.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.