-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
8 Март 2011, 13:23

Тырышлыҡты ҡалҡан итеп

Заманында ике туған ағаһы менән бергәләп ер алып, фермер хужалығы булдырып, иген үҫтереү менән шөғөлләнә башлаған, бер үк ваҡытта икмәкхана асып ебәргән ҡарағужиндар менән Ғөбәйҙуллиндар тураһында Ейәнсура районы үҙәгендә һәр кем хәбәрҙарҙыр. Ер эше, иген үҫтереүҙең еңелдән түгеллеген ауыл халҡы үҙ елкәһендә татып белә. Белмәйем, яҙмыштарын ер менән бәйләгән был ике ағайлы-ҡустылы фермерлыҡ эшен күпме дауам иткәндер һәм ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшкәндер, әммә уларҙың «Импульс» исеме аҫтында ҡороп ебәргән икмәкханаһының, дөрөҫөрәге, ҡабарып уңып бешкән икмәктәренең даны Иҫәнғол һәм уға яҡын урынлашҡан ауылдар халҡының теленән һаман да төшмәй. «Импульс» икмәге 90-сы йылдар башында икмәккә ысынлап та ҡытлыҡ кисергән Иҫәнғолда сифат билдәһе булараҡ танылыу яулағайны. Район үҙәгендә урынлашҡан берҙән-бер икмәк заводының ғына продукцияһы урындағы бөтә халыҡты түгел, ә Иҫәнғол халҡының ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерә алмай ине. Бигерәк тә сифат яғынан. «Импульс» барлыҡҡа килеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡ күңелен яулап алған икмәкхананан, иртә тимәй, кис тимәй, һис кеше өҙөлмәне. Икмәк бешереүсе булып эшләп йөрөгән күршем Людмиланың, икмәкте эҫе мейестән сығарып та өлгөрмәйбеҙ, «һә!» тигәнсе таратып ала ла бөтәләр, тип көлөп һөйләгәне һаман да хәтерҙә.

Тырышлыҡты ҡалҡан итеп
Заманында ике туған ағаһы менән бергәләп ер алып, фермер хужалығы булдырып, иген үҫтереү менән шөғөлләнә башлаған, бер үк ваҡытта икмәкхана асып ебәргән ҡарағужиндар менән Ғөбәйҙуллиндар тураһында Ейәнсура районы үҙәгендә һәр кем хәбәрҙарҙыр. Ер эше, иген үҫтереүҙең еңелдән түгеллеген ауыл халҡы үҙ елкәһендә татып белә. Белмәйем, яҙмыштарын ер менән бәйләгән был ике ағайлы-ҡустылы фермерлыҡ эшен күпме дауам иткәндер һәм ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшкәндер, әммә уларҙың «Импульс» исеме аҫтында ҡороп ебәргән икмәкханаһының, дөрөҫөрәге, ҡабарып уңып бешкән икмәктәренең даны Иҫәнғол һәм уға яҡын урынлашҡан ауылдар халҡының теленән һаман да төшмәй. «Импульс» икмәге 90-сы йылдар башында икмәккә ысынлап та ҡытлыҡ кисергән Иҫәнғолда сифат билдәһе булараҡ танылыу яулағайны. Район үҙәгендә урынлашҡан берҙән-бер икмәк заводының ғына продукцияһы урындағы бөтә халыҡты түгел, ә Иҫәнғол халҡының ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерә алмай ине. Бигерәк тә сифат яғынан. «Импульс» барлыҡҡа килеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡ күңелен яулап алған икмәкхананан, иртә тимәй, кис тимәй, һис кеше өҙөлмәне. Икмәк бешереүсе булып эшләп йөрөгән күршем Людмиланың, икмәкте эҫе мейестән сығарып та өлгөрмәйбеҙ, «һә!» тигәнсе таратып ала ла бөтәләр, тип көлөп һөйләгәне һаман да хәтерҙә.

Шулай шул, эштән төшкө ашҡа ҡайтып барғанда икмәкханаға һуғылып, эҫе генә икмәк алып ҡайтып китер инек. Уңған икмәкте ни, оҙаҡҡа һуҙып буламы ни: бер ултырғанда ике буханкаң юҡҡа сыға ла ҡуя. Шунлыҡтан кисен балалар­ҙы тағы ла икмәккә йүгертәһең. Улар ни, хуш еҫ бөркөп, быуы сығып торған эҫе икмәктең ылыҡтыр­ғыс көсөнән арына алмайынса, өй менән икмәкхана арауығында ап-аҡ, йомшаҡ буханканың тирә-яғын кетерләтеп кимереп алып ҡайтып еткерер ине. Был ҡылыҡтары өсөн әрләү ҡайҙа ти, сөнки ҡайһы саҡ үҙең дә балалар­ҙан ары китә алмайһың – ҡырынан семтеп өҙә һалып, икмәк киҫәген ауыҙыңа оҙатыу яғын ҡарайһың...
Ун биш-егерме йылдан һуң «Импульс»ҡа таныш һуҡмаҡ буйлап юлланғанда ошоларҙы иҫкә алып, йылмайып ҡуйҙым. Ул саҡтағы икмәк еҫе ирекһеҙҙән танауыма килеп бәрелгәндәй булды. Мейестән яңы ғына сыҡҡан икмәкте полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, өйгә һис алып ҡайтып еткерермен тимә. ҡапсыҡ иреп, икмәктәреңдең ергә төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың – быныһы инде «Импульс» икмәге һөйәрмәндәренең һәр береһенең тип әйтерлек башынан үткәндәренән бер йылы хәтернамә...
Бына икмәкхана. Егерме йыл элек нисек булған, һаман да шул килеш. Тик бер айырма ғына күҙгә ташланды: ғәҙәттә, һыу буйы сират тороп, икмәк һатып ала торған элекке тәҙрә генә юҡ. Ул сағында эстәге хәл-күренеш нисек булғандыр инде, уны элекке икмәк бешереүселәр һәм Хоҙай үҙе генә белә. Әле иһә ике ҡатлы ишекте шаҡылдатып эскә үтеүемә танауға тағы ла йылы икмәк еҫе килеп бәрелде. Стена буйындағы кәштәләрҙә тоҡсайға һалынған буханкалар теҙелеп киткән. Иҙән уртаһында – өҫтө сепрәк менән ҡапланған өс-дүрт ҙур чан. Күрәһең, киләһе партия икмәк өсөн ҡамыр ҡуйғандар – эргәһендә бер ҡатын өйөрөлә. Танышып та өлгөрмәнек, ҡатын шылтыраған кеҫә телефонын алып, кем менәндер һөйләшә башланы. Һөйләшеүҙәренән теге оста икмәкхананың хужабикәһе үҙе икәнлеген аңланым да, ҡатынға, аҙаҡ миңә бирерһегеҙ, тип ымланым.
Венера минең менән өйөндә осрашыуҙы яйлыраҡ күреп, үҙенә саҡыр­ҙы. Тик ваҡытының бик тар булыуы, ауылдарға машинала икмәк таратыр­ға сығырға йыйыныуы тураһында иҫкәртте.
Тимер ҡойма уратып алған ҙу-у-ур өй ҡаршы алды. ҡапҡаны асып инеүемә солан тупһаһында хужабикә үҙе лә күренде. Элекке нескә генә кәүҙәле, ғәҙәттә, сәстәрен яурындарына төшөрөп йөрөгән аҡ ҡына йөҙлө йәп-йәш Венера урынында бер аҙ ҡалыная төшкән, сәсен ҡыҫҡа итеп ҡырҡтыр­ған, оло сырайы ингән ханымдың ҡаршы алыуы уны һуңғы күреүемдән байтаҡ ҡына ваҡыт үтеп китеүе тураһында һөйләй ине...
Хәйер, ваҡыт ҡына беҙҙе шулай үҙгәртәме ни?! Бәлки, «өлөшкә төшкән көмөш» әҙәм балаһын нығыраҡ һығалыр ҙа бөгәлер. Һынау өсөнмө, әллә һабаҡ өсөнмө, тормош юлында кешене бит әллә күпме кәртә-һикәлтә, соҡор-артылыш көтә, бәлә-ҡаза, көйөнөс һағалай. Күтәрә алмаҫтайҙан артығын бирмәҫмен, тигән ти Хаҡ Тәғәлә. Шулайҙыр. Венераға ла бит яҙмыш тигәнең уйламаған ерҙән килтереп бәрҙе. Гөрләтеп донъя көтөп, балалар үҫтереп килгәндә, әйткәндәй, балаларына атай кешенең наҙ-иғтибары иң кәрәк саҡта кинәт кенә Шамилын юғалта ул. Бер ҡасан да сәләмәтлегенә зарланмаған ире бер көндө йөрәген тотоп ауа. Медицина хәҙер көслө, тиһәк тә, әжәл алдында уның көсһөҙлөгө күпмеләрҙең бәғерен өҙә һуң! Баш ҡала табиптары ла бына тигән ир-уҙамандарҙы алып киткән ҡәһәрле инсульт сиренән һаҡлап ҡала алмай Шамилын. Күпме яңы ғына башланған һәм әле башҡарып бөтә алмаған эш-хәстәрен үҙе ҡулында иркәләнеп-наҙланып ҡына йәшәгән ҡатыны иңенә ҡалдырып, ике ҡыҙын, бер улын аяғына баҫтырып өлгөрмәйенсә китергә мәжбүр булған көслө ир затының йәнгенәһе күктәрҙә лә үҙенә тынғы таба алмай интегәлер һаман. Донъя-ере арыу ғына ҡалһа ла, замананың ауыр сағына тура килде шул уның ваҡытһыҙ үлеме – Венераһы яңғыҙы ғына нисек итеп балаларын аяҡҡа баҫтырыр ҙа, нисек итеп бизнесын дауам итер?..
Күтәрә алмаҫтай ҡайғыһынан шаңҡып ҡалған ҡатынға дуҫтарының рухи, тел, ҡул ярҙамы теймәгән булмаһа, үҙенең бөгөнгөһөнөң нисегерәк булырын күҙ алдына ла килтерә алмай ул.
– Уларҙың ярҙамынан тыш бөгөлөп төшкән еремдән яҙыла алыр инемме икән? Юҡтыр, ахыры. Үҙҙәренең хәстәр-мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, дуҫтарым, күршеләрем Шамилһыҙ үткәрәсәк тәүге Яңы йыл төнөндә күмәкләп өйөмә килде, – ауыр хәтирәләренән Венераның күҙҙәрен йәш алды. – Унан һуң да мине үҙ ярҙамдарынан ҡалдырманы улар, һәр ерҙә терәк-таяныс булдылар. Өлкән ҡыҙымдың туйын үткәрешергә ярҙам иттеләр. Улыма кәңәштәрен йәлләмәнеләр һәм йәлләмәйҙәр. Әле бәләкәс ҡыҙым туғыҙынсы класта уҡый – уны артабан уҡытыуҙа ла ярҙам итәсәктәрен белдерҙеләр...
Ауыр юғалтыу кисергәндәр генә Венераның хәлен аңлар: һәр йәһәттән иренә таянып өйрәнгән ҡатындың иңенә көс еткеһеҙ бурыстар ята. Балаларынан тыш, Шамилының бизнесын да артабан алып китергә кәрәк бит. Быға тиклем бухгалтерия эшен генә башҡара барған кешегә тота килеп бөтә хужалыҡ-финанс эштәрен нисек атҡарып сыҡмаҡ кәрәк? ҡайҙан онон ташырға, нисек итеп кешеләрен ойошторорға, ҡайһылайтып икмәген магазиндарға, ауылдарға ташырға, нисек итеп һалым һәм башҡа түләүҙәр­ҙе түләргә, машиналарын, башҡа ҡорамалдарҙы йүнәтергә? Етмәһә, икмәкхананың ҡыйығын ҡайтанан ябырға кәрәк, башҡа ремонт эштәре...
– ҡурҡып, баҙап ҡалдым. Мин бит бизнеста бер нәмә лә аңламайым! Нишләргә? Ә ыңғай ғына барған эшкә ҡул һелтәп ҡарап та булмай. Етем тыуған бала үҙ кендеген үҙе ҡырҡыр, тиҙәр бит. Таянырҙай кеше булмағас, теш ҡыҫып, эшкә тотондом. Тағы ла шул уҡ дуҫтарымдың кәңәш-ярҙамы, икмәкхана хеҙмәткәрҙәренең аңлап ҡарауы һәм ауыр саҡта терәк-таяныс күрһәтеүе, район етәкселәре яғынан ыңғай ҡараш булмаһа, белмәйем. Шамилдың эшен атҡарып сыға алмаған булыр инем. Һәр яҡтан ыңғай һүҙ, ярҙам, булышлыҡ кисергәс, Шамилым һәйбәт, абруйлы кеше булмаһа, барыбер миңә артыҡ ярҙам итеп бармаҫтар ине, тип уйлап ҡуям. Бөтә йорт-еремә, икмәкханаға, ул биләп торған ер участкаһына, магазин­ға документтарҙы тиҙ генә юллай ҙа, башҡарып сыға ла алмаған булыр инем, – тип тағы ла бер тапҡыр үҙенең рәхмәтен белдерә ул үҙен уратып алған кешеләргә. – Беләһегеҙме, ғүмерҙә лә, машина йөрөтөрмөн, ир урынына үҙем йөрөрмөн, тип уйламағайным. Тик тормош барыһына ла өйрәтә, күндерә икән. Мотлаҡ шоферлыҡҡа уҡыу талабы килеп баҫҡас, булдыра алмаҫмын, тип ҡурҡтым, хатта төшөнкөлөккә бирелгәйнем. Тик дуҫтарым ярҙамында был эште лә еңеп сыҡтым. Хәҙер «Москвич»-пирожковоз»да елдереп кенә үҙем ауылдарға икмәк илтеп ҡуям. Онон да, яғыу­лығын да, башҡаһын да юллайым, эшселәремдең эшен ярайһы ғына ойошторорға өйрәндем.
Икмәк бешереү өлкәһендә беҙҙә конкуренция бигерәк көсәйҙе бит хәҙер. Кемдәр генә бешермәй әле икмәк-ҡалас-бәлештәрҙе! Бар, һәммәһен дә уҙҙырып ҡара! Тырышырға тура килә инде.
Венера әрһеҙлеге, шуҡлығы менән конкуренттарына бирешмәй. Иҫән­ғол, Ишемғол, Яңы Себенле, Ново-Николаевка, Үрге Муйнаҡ ауылдары халҡын көн дә йылы икмәк менән тәьмин итеп тора. Бынан тыш, район дауаханаһын, бер нисә мәктәпте, балалар баҡсаһын да икмәкле итә ул. «Магнит» магазинында ла уның икмәгенә ихтыяж ҙур.
... Телефон шылтырауҙары әңгәмәбеҙҙе артабан дауам итеү мөмкинлеген бирмәне – йә икмәкхананан, йә гараждан шылтыратып, Венеранан артабанғы күрһәтмәләрен көтөүҙәрен белдерҙеләр. Әңгәмәбеҙ өҙөлөүенә ғәфү үтенеп, уңған хужабикә һәр береһенә үҙ күрһәтмәһен бирҙе, тиҙҙән килеп етәсәге тураһында еткер­ҙе. Ә ҡапҡа төбөндәге «Москвич»-пирожковоз» хужабикәһен сабыр ғына көттө...

Рәшиҙә Мәхийәнова.