-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
5 Март 2011, 13:38

Ҡыҙымды һағынам

Һин хат яҙышырға яратаһыңмы? Ябай хат, почта аша? – Питерҙа йәшәгән Натальяның һорауына, әлбиттә, ыңғай яуап бирҙем. Сөнки һуңғы йылдарҙа гел интернет аша электрон хаттар, кеҫә телефонынан смс-хәбәр генә яҙып, ялҡытып кителде. Нисек кенә уңайлы, тиҙ булмаһын, улар барыбер ҡулдан яҙылған хаттарға етмәй. Конвертты (һалым инспекцияһынан, пенсия фондынан йәки башҡа инстанцияларҙан килгәндәрен түгел!) асып, дәфтәр биттәрен ҡулға алғанда яҙған кешенең күңел йылыһын тойғандай булаһың, мәрйендәй теҙелгән хәрефтәр кем менәндер рухи бәйләнеш тыуҙырғандай... Шундай йылы тойғоларҙы кисереүҙән нисек баш тартаһың? Һәм әхирәтем мине ҡарттар йортонда көн иткән Людмила С. менән таныштырҙы. Әйткәндәй, Наташа – волонтер. Иптәштәре менән улар ҡарттар йортонда йәшәүсе әбей-бабайҙар тураһында хәстәрлек күрә: концерт, тамаша ҡуялар, байрамдар айҡанлы бүләк тапшыралар, китаптар, кейем-һалым, ваҡ-төйәк әйбер йыялар (кер һәм еҫле һабын, бәҙрәф ҡағыҙы, ойоҡбаштар һ.б.).

Һин хат яҙышырға яратаһыңмы? Ябай хат, почта аша? – Питерҙа йәшәгән Натальяның һорауына, әлбиттә, ыңғай яуап бирҙем. Сөнки һуңғы йылдарҙа гел интернет аша электрон хаттар, кеҫә телефонынан смс-хәбәр генә яҙып, ялҡытып кителде. Нисек кенә уңайлы, тиҙ булмаһын, улар барыбер ҡулдан яҙылған хаттарға етмәй. Конвертты (һалым инспекцияһынан, пенсия фондынан йәки башҡа инстанцияларҙан килгәндәрен түгел!) асып, дәфтәр биттәрен ҡулға алғанда яҙған кешенең күңел йылыһын тойғандай булаһың, мәрйендәй теҙелгән хәрефтәр кем менәндер рухи бәйләнеш тыуҙырғандай... Шундай йылы тойғоларҙы кисереүҙән нисек баш тартаһың? Һәм әхирәтем мине ҡарттар йортонда көн иткән Людмила С. менән таныштырҙы. Әйткәндәй, Наташа – волонтер. Иптәштәре менән улар ҡарттар йортонда йәшәүсе әбей-бабайҙар тураһында хәстәрлек күрә: концерт, тамаша ҡуялар, байрамдар айҡанлы бүләк тапшыралар, китаптар, кейем-һалым, ваҡ-төйәк әйбер йыялар (кер һәм еҫле һабын, бәҙрәф ҡағыҙы, ойоҡбаштар һ.б.). Ололарға аралашыу етмәгәнен аңлап, бер-ике йыл элек хат алышыу кеүек эште лә ойошторалар: күңел йылыһы менән бүлешергә теләүселәр махсус сайттағы фотоальбомға инеп, үҙенә оҡшаған әбей-бабайҙы һайлай ҙа, уның адресын алып, хат яҙа. Хат эсенә үҙеңдең адресың яҙылған буш конверт һалырға ла онотмаҫҡа кәрәк – ҡарттар йортонда йәшәүселәргә конверт алып биреүсе кеше юҡ.
Яңы ғына тәүге хатты яҙып ебәргәндәй инем, етмеш биш йәшлек Людмила С. менән аралашыуыбыҙға бер йыллап ваҡыт үтеп тә киткән. Ошо арауыҡ эсендә бер-беребеҙҙең тормош хәле, көнкүреше менән яҡшы хәбәр­ҙар булдыҡ, дуҫлашып бөттөк, хаттарҙы һағынып көтөп алабыҙ. Эскерһеҙ мәрйә әбей, һин беҙҙең өсөн табыш булдың, күңелһеҙ һоро көндәребеҙҙе яҡтырттың, ти. Ә миңә ҡалһа, ул үҙе йәшәүемә тағы бер мәғәнә өҫтәгәндәй, башымда ҡайнаған уйҙарымды тәртипкә килтерергә ярҙам иткәндәй, яҡындарымдың ҡәҙерен белергә өйрәткәндәй. Бик иғтибарлы, кешелекле әбей булып сыҡты ул. Мәҫәлән, ҡайһы саҡ уларҙы байрамдар менән ҡотларға онотһам да, ул мине, ғаиләмде бер ваҡытта ла открыткаһыҙ ҡалдырмай – был мине шундай ныҡ тулҡынландыра, хатта күҙемдән йәштәр бәреп сыға. Ете-ят кеше һине, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, яҡын күрһен, уйлаһын әле...
Хатты һәр ваҡыт дүрт битте тултырғансы яҙып ебәрә Людмила С. Донъялағы глобаль хәл-ваҡиғаларға битараф ҡала алмай, киләсәк өсөн борсолоуҙарын белдерә, уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша... Әбейем ҡарттар йортонда яңғыҙы түгел, бабайы менән бер бүлмәлә йәшәй. Улар икеһе лә – хеҙмәт ветераны, хөрмәтле кешеләр. Блокаданы кисергән ире флотта хеҙмәт иткән, һуңынан иретеп йәбештереүсе булып төҙөлөштә эшләгән. Әлеге ваҡытта аяғынан яҙып, урынынан тормай ҙа тиерлек. Шуға ҡайһы саҡ Людмила С. үкенес белдереп ҡуя: «Женям аяғында булһа, икәүләп һеҙҙең яҡтарға барып сығыр инек, Көньяҡ Уралды бик гүзәл тәбиғәтле, тиҙәр». Минән хат алғанға тиклем башҡорт милләте тураһында ишеткән булған, тик иғтибар бирмәгән. Хәҙер иһә улар­ҙы, дүрт стенаға бикләнгән ҡарттарҙы, өлкән донъя менән бәйләгән телевизорҙан Башҡортостан, башҡорттар тураһында хәбәрҙе көтөп кенә йөрөй. Ишетһә, шунда уҡ ҡыуанып бабайына өндәшә һала икән. «Тик бик һирәк һөйләйҙәр бит һеҙҙең хаҡта, нишләп йышыраҡ түгел?!» – тип аптырауын белдерә.
Нисек итеп ҡарттар йортона эләгеүҙәрен һорарға батырсылыҡ итмәнем. Был хаҡта ул үҙе яҙҙы. Баҡтиһәң, бабайы атлай алмай башлағас, үҙе лә йыш сирләп ҡаңғырғас, аптырағандың көнөнән, фатир­ҙарын дәүләткә тапшырып, ошонда күскәндәр. Хөкүмәт йорто хөкүмәт йорто инде, үҙеңдең өйөңә етмәй, бар нәмәне лә режим буйынса эшләргә кәрәк, башҡалар ыңғайына ғына торор­ға тура килә, ти әбейем: «Бындағы тәртипкә өйрәнә алмай байтаҡ хитландыҡ, хәҙер инде күндек, ризабыҙ, сөнки, ни тиһәң дә, ҡараулыбыҙ. Күпме яңғыҙ ҡарт-ҡороно оятһыҙ әҙәмдәр алдаштырып, фатирһыҙ ҡалдырып, урамға ҡыуып сығара, йә үлтереп, берәй ергә тығып та китә. Ундай хәлдән Аллам һаҡлаһын!». Шулай ҙа юғалған ҡыҙҙарының табылырына, уларҙы үҙенә йәшәргә алырына өмөттәрен өҙмәйҙәр. Эйе, тәүге хатында уҡ Людмила С. ҡыҙҙары барлығын яҙҙы: «Берҙән-бер ҡыҙыбыҙ Грузияла, Руставели ҡалаһында. Тик 1993 йылдан унан бер хәбәр юҡ». Икенсе хатында ул, балаһын уйлап, көн дә илауын яҙҙы: «Әсә йөрәге һиҙә, унда уға еңел түгел, ыҙалана ҡыҙым! Тик нисек итеп уны табырға ла, нисек итеп кире ҡайтарыр­ға икән – белмәйем... Хаттарым уға барып етмәй, кире килә. Күңелһеҙ уйҙар көнө-төнө бәғеремде телә. ҡыҙым шунда грузиндарҙа ҡоллоҡта кеүек». Уның өҙгөләнеүҙәрен үҙ йөрәгем аша үткәрәм, хаттары килһә, төндәрен йоҡлай алмай сығам. Мин дә әсә бит, минең дә өлкән улым алыҫта уҡый, әммә һағыштарымды көнөнә өс-дүрт тапҡыр телефон аша һөйләшеп тороуыбыҙ бер аҙ баҫҡандай итә, айына бер тапҡыр булһа ла күрешеү мөмкинлегебеҙ бар. Ә Людмила С. оҙон ун ете йыл буйына берҙән-бер ғәзиз балаһын күреүҙән, уның тауышын булһа ла ишетеүҙән мәхрүм, билдәһеҙлек йөрәк итен ашай. «Балаларығыҙҙы күҙ ҡараһындай һаҡлағыҙ, янығыҙҙан алыҫ ебәрмәгеҙ, ғүмер күҙ асып йомғансы үтә лә китә, ҡартлығығыҙҙы яңғыҙ ҡаршыларға яҙмаһын», – әсәнең әрнеүҙәре ҡағыҙ битенә ҡара менән төшә. «Хоҙай бүләген – сабыйҙарын үҙ ҡулдары менән быуып үлтереп, сүп-сар йәшнигенә ташлап киткән, йә ҡышҡы һалҡында урамда ҡалдырған хәшәрәттәрҙе нисек ер йөрөтә икән? Үҙҙәрен әле яҡлай ҙа алмаған беҙҙең бәләкәстәрҙе уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алып, уларҙы һуңынан төрлөсә мыҫҡыл иткән, үлтергән американдарға ниңә балаларҙы бирәләр икән? Нишләп шундай ҙур илебеҙҙә шул балаларға урын да, яҡлау ҙа табылманы икән?» – һәр хатында балаларға ҡағылышлы һорау ята уның, үҙенең көсһөҙлөгөнә, эшлектән сығыуына йәне әсей...
Людмила С. ярлы ғына ғаиләлә тыуып үҫкән. Ныҡ баҫалҡы, оялсан ҡыҙ мәктәпте тамамлағас та, өҫ-башын йүнәтергә тип, магазинға һатыусы булып эшкә урынлаш­ҡан. Әммә тиҙҙән был һөнәрҙең үҙенеке түгеллеген аңлап, заводта хеҙмәт юлын дауам иткән (хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡара эштә бил бөктөм, ти). Буласаҡ ире менән танышҡанда, Люда уның моряк булыуына, һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүенә ышанмаған, шапырыналыр, тип уйлаған. Алдаҡсылар, маҡтансыҡтар менән һөйләшергә лә теләмәйем, тип ҡырт киҫкән, сөнки Женя граждан кейемендә булған. Ә икенсе көндө ялға ҡайтҡан моряк күҙ ал­ғыһыҙ матур парад формаһында алдына килеп баҫ­ҡас, ҡыҙ үҙе лә һиҙмәҫтән бейеүҙән һуң үҙен оҙатырға рөхсәт иткән. Өсөнсө көнөнә Женя, оҙаҡ оҙатышып йө­рөргә ваҡытым юҡ, сыҡ миңә кейәүгә, тигән. Уйларға бер генә төн ваҡыт бирһә лә, көтөлмәгән сәбәптәр арҡаһында, йәштәргә никахтарын бер йылға кисектерергә тура килә. Һыу аҫтынан бер ҡалҡҡан, бер батҡан мөхәббәтем – минең өлөшкә төшкән иң ҙур бәхет, тип атай бөгөн Люда әбей үҙҙәренең һөйөү тарихын:
– Тик шуныһы үкенесле – йәш ғүмерем иремде көтөп үтте, – яҙғанын уҡығанда, уның көлөмһөрәп уфтанып ҡуйғанын ишеткәндәймен. – Һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеү касафаты булдымы икән, бер генә тапҡыр ҙа унан ауырға ҡала алманым. Ғәйепте үҙемдән күреп, бер нисә йыл йәшәгәндән һуң, айырылышырға ғариза яҙҙым. Икенсегә кейәүгә сығып күп тә торманым, әсә булдым. Һуңынан Женя мине айыртып, бала менән барыбер үҙенә кире алып ҡайтты, сөнки яратыуыбыҙ көслө ине. Бына шуға ла беҙҙең бер генә балабыҙ бар.
Ошо берҙән-бер ҡыҙҙарының грузин егетенә кейәүгә сығырға теләүен әсәһе лә, үгәй атаһы ла өнәмәй: «Үҙебеҙҙең милләттән егеттәр бөткәнме?», «Сит ерҙә йәшәүе еңел тип беләһеңме?», «Ғөрөф-ғәҙәттәре беҙҙекенән ныҡ айырыла, ерегеп китә алырһыңмы?». Әммә нимә генә тимәһендәр, ныҡыш ҡыҙ үҙ һүҙен һүҙ итә, иренә эйәреп, Грузия Республикаһына сығып китә. Исмаһам, бер тапҡыр балам йәшәгән ҡалаға бара алманым, тип илай әсә: тәүҙән үк ҡыҙыу холоҡло, үҙһүҙле кейәүҙәре менән уртаҡ тел тапмағас, уларҙың килеүен өнәмәҫен беләләр, шуға аяҡтары ла тартмай. Етмәһә, ҡыҙҙары балаға уҙа алмай. Ире, уның яҡындары-туғандары вариҫ талап итә, йәш ҡатынды бөтә бәләләрҙә ғәйепләй. ҡыйырһы­тыуҙарға, кәмһетелеүҙәргә түҙеп, башын баҫа Людмила С.-ның ҡыҙы. Һирәк-һаяҡ ҡына шылтыратып һөйләшкәндәрендә уның зары ишетелеп ҡала. «Һуңынан Советтар Союзында боларыш башланды, элекке республикалар араһында сиктәр барлыҡҡа килде, ана ҡайтам-бына ҡайтам тигән ҡыҙыбыҙ әллә нишләп ҡайтыуын һуҙа килеп, һуңынан бөтөнләй юғалды. Зинһар, ярҙам итегеҙ уны табышырға, һеҙҙең мөмкинлектәрегеҙ беҙҙекенә ҡарағанда иркенерәк бит», – тип үтенгән Людмила С.-наға бер нисек тә юҡ, тип әйтә алманым. Ышандырмайым, шулай ҙа хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышып ҡарармын, тинем. Һәм һаман да интернет селтәре аша ҡыҙын эҙләүҙе дауам итәм. Бәлки, юҡҡа кешене өмөтләндерәмдер, тип ҡайһы ваҡыт күңелем төшә, төңөлә яҙғанда, «Көт мине» тапшырыуындағы тиҫтәләрсә йылдан һуң да табышҡан кешеләрҙе күреп, тағы ҡабынып китәм. Тере кеше эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел дә баһа! Бигерәк тә уны берәүҙәр өҙөлөп эҙләгәндә, көткәндә...

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.