-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
5 Март 2011, 13:42

Йөрәгенең йылыһы барыһына ла етерлек

ҡатын-ҡыҙ һәр ҡайҙа ла, хатта һайлаған һөнәрендә лә гүзәл булып ҡалырға тейеш. Үрге Йәркәй ауылындағы «ҡайынҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүсе Рәзифә Хам­матова ана шундайҙарҙан. Күҙҙәренән нур, йылылыҡ һирпелеп торған был мөләйем ханым 40 йылға яҡын ғүмерен балалар тәрбиәләүгә биргән. Ғаиләһе, туғандары, дуҫтары өсөн хөрмәтле кеше, эшендә оло тәжрибәгә эйә, алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр ул. Рәзифә Фаяз ҡыҙы Илеш районының Иғмәт ауылында тыуып үҫкән.

– Атай-әсәйем һигеҙ балаға тормош бүләк итте. Ғүмер буйына эштән бушамаһалар ҙа, һәр беребеҙгә яҡшы тәрбиә бирергә өлгөрҙөләр, – тип иҫкә ала ул.
Татыу ғаиләлә хеҙмәттә сынығып үҫә Рәзифә апай. Урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын вожатый булып башлай. Ошонда үҙенең ойоштороу һәләте барлығын аңлай. Сәймә һәм Фаяз Закировтар балаларының белемле булып үҫеүенә бар тырышлығын һала. Шуға ла Рәзифә апайҙы ла дүрт йыл вожатый булып эщләгәндән һуң Өфөгә уҡырға ебәрәләр. Рәзифә Фаяз ҡыҙы баянсылар­ҙың һигеҙ айлыҡ курсын тамамлай, һуңынан Өфө ҡалаһының 1-се педагогия училищеһына уҡырға инә. Ошо мәлдә яҙмыш уны Венер исемле егет менән осраштыра.
– Венер менән ғаилә ҡороуыбыҙға 33 йыл тулды. Иғтибарлылығы, сабырлығы менән үҙенә йәлеп итте, – ти Рәзифә апай. Йәш ғаилә тәүҙә Силәбе өлкәһендә йәшәй. Унда улар­ҙың игеҙ улдары Азат менән Салауат донъяға килә. Яҡын булһа ла торған ер, һағындыра тыуған ил. 1982 йылда Хамматовтар Илешкә ҡайтып төпләнә. Бында улдары Азамат тыуа. Әлеге көндә Азат менән Салауат Өфөлә үҙ ғаиләләре менән йәшәй, Азамат Нижневартовск ҡалаһында эшләй. Рәзифә Фаяз ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. Һыҙҙырып гармунда уйнауы менән бер рәттән, моңло тауышы менән дә әсир итә ул. Әйтергә кәрәк, ғаиләләге һигеҙ баланың алтыһы гармунда уйнай. Йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеменә лә лайыҡ булған. Райондың мәғариф бүлеге тарафынан биргән Маҡтау грамоталары ла бихисап.
– Балаларҙы, эшемде яратҡас, ауырлығы һиҙелмәй, – ти Рәзифә Фаяз ҡыҙы. Тәрбиәләнеүселәренә бар йөрәк йылыһын өләшә алыуына, туғандарына, дуҫтарына кәрәкле булыуына һөйөнөп, шунан көс алып йәшәүҙән дә ҙурыраҡ бәхет бармы икән донъяла?

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.