Бөтә яңылыҡтар
5 Март 2011, 13:48

«Ҡыҙ бала – ҡыҙыл гөл, Күҙҙәрең ҡыҙыр гел»

Ләйсән Абдуллина менән таныш­ҡас, шағир теленән тамған ошо һүҙҙәр иҫкә төштө. ҡуңырт йөҙлө, ҡыйғас ҡашлы, һомғол буйлы ҡыҙ менән аралашыу шундай ҡыҙыҡ, хатта күңелле. Ул үҙенең мөләйемлеге менән генә түгел, яҡшы әңгәмәсе булыуы менән дә күңелеңә яҡыная. Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуып үҫкән Ләйсән ике ҡыҙыл дипломға эйә. Сибай педагогия колледжын, ар­та­бан Башҡорт дәүләт университетының Юридик институтын (хәҙерге Хоҡуҡ институты) тамамлаған. Колледжда уҡығанында инглиз, немец телдәрен өйрәнһә, юғары белем алғанда, халыҡ-ара аралашыу телдәре булараҡ, инглиз, немец телдәрен төплө үҙләштергән. Гел «бишле»­гә генә өлгәшкән, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы көслө бул­ған студентты дүр­тенсе курстан һуң махсус программа нигеҙендә Америкаға ебә­реүҙәре лә шуға бәйле. АҡШ-тың Тенесси, Калифор­ния штаттарындағы дәүләт уҡыу йорттарында ике йыл ярым белем эстәгән ваҡытта политология, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе ныҡлап өйрәнеп, сертификаттар алыу­ға ире­шә. Үҙ теләге менән фото сәнғәте буйынса ла дәрестәр ала. Был шөғөлгә ул стипендияһынан арттырып йыйған аҡсаға уҡый.

«Ҡыҙ бала – ҡыҙыл гөл, Күҙҙәрең ҡыҙыр гел»
«Ҡыҙ бала – ҡыҙыл гөл, Күҙҙәрең ҡыҙыр гел»
Ләйсән Абдуллина менән таныш­ҡас, шағир теленән тамған ошо һүҙҙәр иҫкә төштө. ҡуңырт йөҙлө, ҡыйғас ҡашлы, һомғол буйлы ҡыҙ менән аралашыу шундай ҡыҙыҡ, хатта күңелле. Ул үҙенең мөләйемлеге менән генә түгел, яҡшы әңгәмәсе булыуы менән дә күңелеңә яҡыная.
Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуып үҫкән Ләйсән ике ҡыҙыл дипломға эйә. Сибай педагогия колледжын, ар­та­бан Башҡорт дәүләт университетының Юридик институтын (хәҙерге Хоҡуҡ институты) тамамлаған. Колледжда уҡығанында инглиз, немец телдәрен өйрәнһә, юғары белем алғанда, халыҡ-ара аралашыу телдәре булараҡ, инглиз, немец телдәрен төплө үҙләштергән. Гел «бишле»­гә генә өлгәшкән, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы көслө бул­ған студентты дүр­тенсе курстан һуң махсус программа нигеҙендә Америкаға ебә­реүҙәре лә шуға бәйле. АҡШ-тың Тенесси, Калифор­ния штаттарындағы дәүләт уҡыу йорттарында ике йыл ярым белем эстәгән ваҡытта политология, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе ныҡлап өйрәнеп, сертификаттар алыу­ға ире­шә. Үҙ теләге менән фото сәнғәте буйынса ла дәрестәр ала. Был шөғөлгә ул стипендияһынан арттырып йыйған аҡсаға уҡый.
– Фото төшөрөүгә ҡыҙыҡһыныуым атайымдан килә. Ул, һәүәҫкәр фотограф булараҡ, беҙҙе – дүрт балаһын төрлөсә ҡыландырып тө­шө­рөп, һәр беребеҙҙең фотоальбомын төҙөгән, хәҙер үҙебеҙ, ҡайҙа бар­һаҡ та, нимә күрһәк тә, обьективҡа үреләбеҙ, – ти ҡы­ҙыҡ­һыныусан Ләйсән.
Башҡорт ҡыҙы сит илдәр буйлап сәйәхәт итергә ярата, бер үк ваҡытта ошондай сәфәр­ҙәрҙә белемен камиллаштырыуҙы ла хуп күрә. Финляндия, Италия, Грузия, Төркиәлә ойошторолған халыҡ-ара йәштәр проекттарында ҡатнашыуға ирешкән. Әле лә эшлекле форумдарға үҙенең ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрен индереп, әле теге, әле был ергә ҡыҙыҡлы саҡырыуҙар алып тора. Шулай ҙа бер ил дә үҙеңдең тыуған илеңде алмаштыра алмай, ти ул.
Ысынлап та, Ләйсәнгә сит илдә ҡалырға киң мөмкинлектәр булһа ла, гүзәл башҡорт телен, башҡорт мөхитен һағынып, Өфөгә ҡайта. Әлегә ул нәҡ үҙ һөнәре – халыҡ-ара аралашыуҙар өлкәһе белгесе булып эшләмәһә лә, киләсәктә белемен тыуған илендә файҙаланыу теләге менән яна. Бөгөн ул – Наркотиктар әйләнешен контролләүсе федераль хеҙмәттең төньяҡ-көнбайыш институтының Өфө филиалында әйҙәүсе белгес.
Ләйсән тулы ҡанлы сәләмәт тормош менән йәшәй. Конькиҙа, саңғыла, роликта йөрөргә әүәҫ. Йүгереү – ярат­ҡан спорт төрө. Америкала уҡыған сағында ул ике тапҡыр марафонда ҡатнашып, 42-шәр саҡрым араға йүгергән. Форсаты тейгән һайын парашюттан һикереүгә лә ҡаршы түгел. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, һауанан ергә ошондай ун алты (!) осош яһаған.
Һәр гүзәл зат кеүек, Ләйсән – батырлыҡҡа ғына түгел, матурлыҡҡа ғашиҡ йән. Аш-һыу әҙерләгәндә, милли аштарыбыҙҙан тыш, итальян кухняһына өҫтөнлөк бирһә, кейем һайлағанда классиканы үҙ итә. ҡыҙ-ҡырҡынға хас төрлө биҙәүестәр, шарфтар, яулыҡтар ярата. Сәсем, ҡаштарым ҡара булғас, барлыҡ төҫ тә килешә, тип сағыу төҫтәргә ҡыйыу мөрәжәғәт итергә лә тартынмай. ҡатын-ҡыҙ ҡуп­шы, бөхтә булырға тейеш, килешле сәс кешене бик ыҫпай күрһәтә. Ә шулай ҙа ул, гүзәл заттың иң элек күңеле матур, уйҙары саф булыр­ға тейеш, тигән фекерҙә. Уның уйынса, инсафлыҡ, изгелек, әҙәп кеүек изге төшөнсәләр генә матурлыҡты бөтөн итә, камил яһай.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
Юлай КӘримов фотоһы.
Читайте нас: