-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
5 Март 2011, 13:41

Гүзәл заттың бөтмәҫ серҙәре

Йыш ҡына ирҙәр ҡатын-ҡыҙ менән һүҙ көрәштереүҙе файҙаһыҙ тип һанай. Һөҙөмтәлә күптәр шулай итә... гүзәл затты тыңлай ҙа, үҙенекен эшләй. Хәйер, ҡатын-ҡыҙ ҙа аптырап тормай. Теләһә, тиҫкәре ирҙе лә яҙа, күндерә ала, ҡурҡаҡты – батыр, ғәмһеҙҙе сәмле итә. Тимәк, ике яҡтың да көсө тигеҙ. Шулай ҙа барыбер ирҙәр гүзәл заттың уйҙырмаларына тиҙ бирелеүсән, яп-ябай ҡапҡанға ла тиҙ эләгеүсән. Ысын.

Йыш ҡына ирҙәр ҡатын-ҡыҙ менән һүҙ көрәштереүҙе файҙаһыҙ тип һанай. Һөҙөмтәлә күптәр шулай итә... гүзәл затты тыңлай ҙа, үҙенекен эшләй. Хәйер, ҡатын-ҡыҙ ҙа аптырап тормай. Теләһә, тиҫкәре ирҙе лә яҙа, күндерә ала, ҡурҡаҡты – батыр, ғәмһеҙҙе сәмле итә. Тимәк, ике яҡтың да көсө тигеҙ. Шулай ҙа барыбер ирҙәр гүзәл заттың уйҙырмаларына тиҙ бирелеүсән, яп-ябай ҡапҡанға ла тиҙ эләгеүсән. Ысын.
«Һин мине яратаһыңмы?». Ошо ябай фраза ҡатын-ҡыҙ хәйләкәрлегенең классикаһы, тип әйтергә мөмкин. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй­ҙер маҡсатына ирешә алмаһа, һин мине яратмайһың, ярат­һаң. теге йәки был теләгемде үтә, тип ультиматум ҡуйырға ярата. Ниәтенә ирешә алмаһа, «кәйефем юҡ», «башым ауырта» кеүегерәк һылтау уйлап сығара.
ҡатын-ҡыҙ һүҙен һүҙ итә алмаһа, көсһөҙлөгөн күрһәтеүҙе төп ҡоралына әйләндерә. Был осраҡта ирҙәр, ҡатын-ҡыҙ менән һүҙ көрәштереүҙе файҙаһыҙ һанап, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Шулай ҙа гүзәл затҡа тауыш күтәреүҙең кире һөҙөмтә биреүен дә оноторға ярамай. Ғәҙәттә, был ҡылыҡ үҙ-ара мөнәсәбәттәргә насар йоғонто яһай. Йәнә ҡатын-ҡыҙ ирҙе күҙ йәше менән дә еңә. Был саҡта ирҙәр уңайһыҙлыҡ кисерә башлай. Кемдең һөйгәне алдында үҙен йүнһеҙ итеп хис иткеһе килһен инде?! Ғәҙәттә, ирҙәр нимә тип йыуатырға ла белмәй, аптырап ҡала. Йәлләй башлай, илаған ҡатын-ҡыҙ яҡлаусыһыҙ ҡалған кеүек тойола. Шулай ҙа психологтар гүзәл заттарға был алым менән һирәгерәк эш итергә кәңәш итә. Сөнки туҡтауһыҙ илаулаған, мыжыған гүзәл зат тиҙ ялҡыта. Дөрөҫөрәге, ирҙәр күҙ йәшенә ҡарағанда мөләйем йылмайыуҙы өҫтөн күрә. ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙе йыш ҡына үҙ арбаһына ултыртырға тырыша. Мәҫәлән, гүзәл зат, әгәр үҙенең сираттағы теләген үтәтергә телә­һә, тәүҙә ире­нә ярамаҡсы булып берәй яҡшылыҡ эшләй.
Матур һүҙ – йән аҙығы. Гүзәл затҡа һөйөклөм, ҡәҙерлем, аҡҡошом, алтыным һ.б. тип өндәшеү тауыш күтәреүгә, бойороҡло талапҡа ҡарағанда ла һөҙөмтәлерәк тәьҫир итә. Ә ҡатын-ҡыҙҙың «зинһар өсөн», «рәхмәт» тиеүе ир-егетте һауаға күтәрә. Үкенескә күрә, был яғымлы һүҙҙәр ғаиләлеләр араһында һирәк ҡулланыла икән. ҡыҫҡаһы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн матур итеп һорай, үтенә белеү – иң отошлоһо. Көслө заттың да «Шуны әҙерлә», – тигән бойороғона ҡарағанда, «ҡәҙерлем, шул тәмле ашыңды бешерә алмаҫһыңмы?» – тигән үтенесе гүзәл зат тарафынан тиҙ үтәләсәк.
Р. НУРИСЛАМОВА әҙерләне.