Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы халҡы!
1 марттан 31 мартҡа тиклем «Газ- Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһында көнкүрештә газ менән хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса сираттағы айлыҡты үткәрә. Был сараның маҡсаты – газ йыһаздарын ҡулланғанда хәүефһеҙлекте пропагандалау, газ приборҙары менән файҙаланғанда хәүефле хәлдәр һәм авариялар булмаһын өсөн халыҡты иҫкәртеү.
Беҙҙең республикала газ хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса ошондай сараларҙы йылына ике тапҡыр үткәреү яҡшы традицияға әүерелде. Мәктәптәрҙә газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләре буйынса дәрестәр һәм лекциялар үткәрелә, хәтерҙә һаҡланыусы тематик листовкалар, календарҙар, китаптар, магниттар һ.б. таратыла. Идара итеүсе ойошмалар, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы предприятиелары менән дә үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ҙур иғтибар бирелә. Сөнки тәбиғи газ бөтә урында ла ҡулланыла. Шулай ҙа төп иғтибарҙы үҙебеҙҙең республика халҡына йүнәлтергә теләйбеҙ. Һәр ҡулланыусы газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәргә һәм газ приборҙарын төҙөк хәлдә тоторға тейеш.
Был ҡағиҙәләр бик ябай, әммә уларҙы үтәмәү ҙур хәүеф менән янай.
Газ ҡорамалдарын файҙаланғанда:
– форточканы асығыҙ;
– газ менән эшләүсе һыу йылытҡыстарҙы, йылытыу мейестәрен ҡабыҙыр алдынан һәм улар эшләгәндә төтөн юлдарындағы һәм елләтеү каналдарындағы тартыу көсөн тикшерегеҙ;
– газ мейесен ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асырға онотмағыҙ;
– елләтеү каналындағы рәшәткәне обой менән ҡапламағыҙ;
– ванна бүлмәһендә газ колонкаһынан файҙаланғанда ишек аҫтындағы екте ҡапламағыҙ – ул газдың тулыһынса янып бөтөүе өсөн кәрәкле һауа ағымын тәьмин итер;
– эшләп торған газ приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
– күп ҡатлы йорттарҙа шыйыҡ газ тултырылған баллондарҙы файҙаланмағыҙ;
– файҙаланғандан һуң газ приборҙарының һәм уларҙың алдындағы крандарҙы ябығыҙ. Төндә һәм фатирҙан сыҡҡанда газ приборҙарының ябылыуын мотлаҡ тикшерегеҙ.
Газ менән йылытыусы ҡаҙанлыҡтар йә һыу йылытҡыстар урынлаштырылған йорт һәм фатирҙарҙа йәшәүселәрҙең хәтеренә төшөрәбеҙ: яҙ башланыу менән төп иғтибарҙы төтөн юлдарының һәм елләтеү каналдарының торошона йүнәлтегеҙ. ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн тикшерегеҙ. Тартыу көсө булмағанда, һөрөмдән ағыуланыу хәүефе тыуа. Унан ҡасып та, күреп, тойоп та булмай. Тартыу көсөнөң боҙолоу сәбәбе торба зарарланыу йәки торба баштарына боҙ ҡатыуҙан булырға мөмкин. Төтөн юлын ремонтлау һәм таҙартыу өсөн махсус ойошмаларға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Һүҙ аҙағында шуны иҫкәртеү мөһим: фатирҙа, подъезда, подвалда һәм башҡа биналарҙа газ еҫен һиҙһәгеҙ, шырпы ҡабыҙмағыҙ, тәмәке тартмағыҙ, электр яҡтыртыу һәм электр приборҙарын ҡабыҙмағыҙ һәм һүндермәгеҙ, газды ябығыҙ, бинаны елләтегеҙ һәм газ таралған бинанан сығып, һаҡ ойоштороғоҙ, 04 телефоны буйынса авария газ хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.
Предприятиелар һәм төҙөлөш ойошмалары етәкселәре иғтибарына
Ер эштәре ҡәтғи рәүештә РФ Хөкүмәтенең 2000 йылдың 20 ноябрендәге 878-се законы менән раҫланған «Газ бүлеү селтәрҙәрен һаҡлау ҡағиҙәләре»нә ярашлы ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Был Закон ер аҫты коммуникацияларын функциялау нигеҙен билдәләй, ошо өлкәлә яуаплылыҡты һәм мөнәсәбәттәрҙе көйләй. Ер аҫты газ үткәргестәрен зарарламаҫ өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәгеҙ:
– «Газ-Сервис» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәтләндергән зонала ер эштәре үткәреү планлаштырылһа, филиалдарҙың район, комплекслы хеҙмәттәрендә ошо эштәрҙе яраштырырға кәрәк;
– ер эштәрен башлар алдынан газ үткәргестәрҙең ни рәүешле урынлашыуын теүәл белеү өсөн ошо урынға туранан-тура «Газ-Сервис» акционерҙар йәмғиәте вәкилен саҡыртығыҙ;
– ер эштәрен башҡарғанда газ үткәргескә туранан-тура яҡын йә уның өҫтөндә торғанда хәүефһеҙлекте һаҡлағыҙ.
Шыйыҡландырылған газ менән ҡулланыусылар иғтибарына
«Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте иғтибарығыҙға шуны еткерә: «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директиваһын үтәү йөҙөнән, шыйыҡландырылған углеводород газын транспортлау, һаҡлау һәм һатыу өлкәһендә активтарҙы консолидациялау буйынса саралар планы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында халыҡты һәм ҡулланыусыларҙы шыйыҡландырылған углеводород газы менән тәьмин итеү өсөн 2011 йылдың 1 апреленән «Сжиженный газ Уфа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тәғәйенләнә.
Баллондарға шыйыҡландырылған углеводород газы тултырыу һәм уны тейешле урынға илтеп ҡуйыу өсөн «Сжиженный газ Уфа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Үҙ сиратыбыҙҙа шуны хәбәр итәбеҙ: газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү эшен махсуслаштырылған ойошма хеҙмәткәрҙәре башҡарырға тейеш. Шыйыҡландырылған углеводород газы менән тәьмин ителеүсе абоненттар менән «Газ-Сервис» акционерҙар йәмғиәте араһында алдан төҙөлгән килешеүҙәр һәм газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү тәртибе үҙ көсөндә ҡала.
Онотмағыҙ!
Газлы бинала шартлау өсөн бер осҡон етә!
Газ ҡорамалдарын ремонтлау һәм монтажлау эштәрен үҙ аллы башҡармағыҙ. Был – хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен боҙоу һәм газ йәки яныу ҡалдыҡтары сығыуға сәбәпсе булыуы ихтимал.
Вайымһыҙ булмағыҙ! Һеҙ ваҡытында башҡарған саралар күңелһеҙ эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итер! Газ менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!