-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
1 Март 2011, 15:13

Ҡоролтай етәксеһенә ышаныс белдерелде

Үткән йомала бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты ағзалары БР Президенты менән осрашып, көн үҙәгендә торған мәсьәләләр хаҡында һөйләште. Ултырышта Рәсәй төбәктәрендә, сит илдә йәшәүсе ҡоролтай активистары ла ҡатнашты. Осрашыуҙа милли мәҙәниәт, донъяның төрлө тарафтарында йәшәүсе башҡорттар менән бәйләнеш, уларға ярҙам тураһында тәҡдимдәр һәм фекерҙәр әйтелде. – Был дуҫтарса ихлас күңелдән һөйләшеү булды, – тине, ултырыштан сыҡҡас, Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Беҙ артабан проблемаларҙы нисек берҙәм хәл итергә, бергә нисегерәк эшләү тураһында, бер телдә, тура һәм күсмә мәғәнәлә лә, аралаштыҡ, аңлаштыҡ. Ошондай осрашыу, тәү сиратта, миңә кәрәк ине – мин халыҡ тауышын тағы бер тапҡыр ишетергә, ватандаштар­ҙы нимә борсоғанын белергә тейешмен һәм был хаҡта ишеттем дә.

Ҡоролтай етәксеһенә ышаныс белдерелде
Үткән йомала бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты ағзалары БР Президенты менән осрашып, көн үҙәгендә торған мәсьәләләр хаҡында һөйләште. Ултырышта Рәсәй төбәктәрендә, сит илдә йәшәүсе ҡоролтай активистары ла ҡатнашты. Осрашыуҙа милли мәҙәниәт, донъяның төрлө тарафтарында йәшәүсе башҡорттар менән бәйләнеш, уларға ярҙам тураһында тәҡдимдәр һәм фекерҙәр әйтелде.
– Был дуҫтарса ихлас күңелдән һөйләшеү булды, – тине, ултырыштан сыҡҡас, Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов. – Беҙ артабан проблемаларҙы нисек берҙәм хәл итергә, бергә нисегерәк эшләү тураһында, бер телдә, тура һәм күсмә мәғәнәлә лә, аралаштыҡ, аңлаштыҡ. Ошондай осрашыу, тәү сиратта, миңә кәрәк ине – мин халыҡ тауышын тағы бер тапҡыр ишетергә, ватандаштар­ҙы нимә борсоғанын белергә тейешмен һәм был хаҡта ишеттем дә.
Республикалағы иң ҙур милли ойошманың рәйесенең эшмәкәрлеге лә (был юҫыҡта ҡайһы бер ризаһыҙлыҡтар бар ине) тауышҡа ҡуйылды, күпселек тауыш менән әлеге етәксе Илгиз Солтанморатовҡа ышаныс белдерелде.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ бөгөн мөһим проблемаларҙың береһе булған Башҡортостан юлдаш телеканалының перспективаларына ҡағылышлы фекерен дә әйтте:
– Эйе, тәнҡит һүҙҙәре булды һәм был ғәҙел тәнҡит. Каналды модернизациялайбыҙ тип, Бе­ренсе канал, Рәсәй, НТВ каналдары менән ярышырға кәрәкмәй. БСТ этник, башҡортлоҡ йөҙөн юғалтырға тейеш түгел. Бында Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн эшләү ҙә күҙ уңында тотола. Башҡорт халҡының та­рихы, мәҙәниәтен яҡтыртыу, башҡортса яңы тапшырыуҙар асыу тураһында һүҙ күтәрелде. Башҡортостандың үҙәк каналы етәкселеге мин ҡуйған бурысты атҡарып сығыр, хәл-торош яҡшыға үҙгәрер, тип ышанам.
Әйткәндәй, быйыл иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылында Халыҡтар дуҫлығы йортон уңайлы бинаға күсереү мәсьәләһе лә ҡарала. Президент фекеренсә, был, бәлки, Конгресс-холл булыуы ла мөмкин.

А. ЗИННУРОВА.