-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
1 Март 2011, 15:12

Иртәгә түгел, бөгөн йәшәйбеҙ!

– Йәш саҡта был турала уйланмаһаң да, олоғайғас, рух уяна, тел кәрәк, ә бөгөн үҙ-ара русса ғына аралашып үҫкән балаларыбыҙ иртәгә ни эшләр? Терһәктәрен тешләрҙәй булыр­ҙар, әммә ләкин... – Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, эшҡыуар Дамир Аллаяров залда улты­рыу­сыларға күҙ йүгертте, – киләсәк өсөн һәр беребеҙ яуаплы. Әйтәйек, ғаиләһендә балалары менән русса һөйләшкән ата-әсә милләткә хыянат итә, сөнки үҙ телен генә түгел, үҙ халҡын да башҡаларҙан кәм күрә. Бәлки, ҡаты итеп тә әйтәмдер, ләкин йәнем әрней, киләсәгебеҙгә битараф ҡалып булмай.

– Йәш саҡта был турала уйланмаһаң да, олоғайғас, рух уяна, тел кәрәк, ә бөгөн үҙ-ара русса ғына аралашып үҫкән балаларыбыҙ иртәгә ни эшләр? Терһәктәрен тешләрҙәй булыр­ҙар, әммә ләкин... – Өсөнсө бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, эшҡыуар Дамир Аллаяров залда улты­рыу­сыларға күҙ йүгертте, – киләсәк өсөн һәр беребеҙ яуаплы. Әйтәйек, ғаиләһендә балалары менән русса һөйләшкән ата-әсә милләткә хыянат итә, сөнки үҙ телен генә түгел, үҙ халҡын да башҡаларҙан кәм күрә. Бәлки, ҡаты итеп тә әйтәмдер, ләкин йәнем әрней, киләсәгебеҙгә битараф ҡалып булмай.
Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында бер Дамир Әнүәр улы ғына түгел, халҡының киләсәген хәстәрләп сығыш яһаусы һәр кем тыуған ер, туған тел һәм халҡыбыҙ тарихына ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡуҙғатты. Сөнки борон-борондан башҡорттар өсөн был төшөнсәләр изге, иң тәүге урында. Тотош халҡыбыҙға хас сифат – тоғролоҡ та бит еребеҙгә, телебеҙгә һөйөүҙән, тарихыбыҙға иғтибарҙан башлана. Һәр сараны башҡорт телендә үткәреү, дәррәү башҡорт матбуғатына яҙылыуҙы ойоштороу, төбәктең арҙаҡлы шәхестәренең исемен мәңгеләштереү кеүек матур эштәре менән маҡтауға лайыҡ әбйәлилдәр. «Йәшлек» гәзите уҡыусыларына шул да мәғлүм булһын: Урал батыр исемле урам ер йөҙөндә берәү генә – ул да Әбйәлил районында; мәктәп башҡорт ҡоролтайы ла башҡа бер уҡыу йортонда ла юҡ, тик Асҡар урта мәктәбендә генә эшләп килә; бында ил алдындағы бурысын үтәгәндә һәләк булған һалдаттар ҙа, репрессия ҡорбандары ла онотолмай, улар иҫтәлегенә таҡтаташтар ҡуйыла, һәйкәлдәр асыла. Тик ҡоролтай ағзалары район үҙәгенә ғорурланыр, бер-береһен маҡтар өсөн йыйылманы. Маҡсаттары – былтырғы эшкә йомғаҡ яһап, киләсәккә пландар ҡороу һәм, иң мөһиме, үҙәккә үткән проб­лемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү. Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мирхәт Рәжәпов, уның урынбаҫары Иштимер Ғүмәров, шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, Башҡорт йәштәре ҡоролтайы рәйесе Илфат Төлкөбаев, «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтен етәкләүселәрҙең береһе Марат Абдуллин һәм башҡа әүҙем кешеләр ҡатнашлығында үткән йыйында, урындағы ҡоролтай башҡарма комитеты тарафынан башҡарылған эш­тәр­ҙе ыңғай баһалап, быйыл да үрҙә аталған төп өс йүнәлештә (ер, тел һәм тарих) эште дауам итергә кәрәк, тигән һығымтаға килделәр. Милли эшҡыуарлыҡты үҫтереү (тимәк, йәштәргә өҫтәмә эш урындарын булдырыу), спортты киң йәйелдереү, пай ерҙәре буйынса халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, бөткән ауылдарҙың ерен билдәләү, йәштәр араһында шағир Рәмил ҡол-Дәүләт премияһын булдырыу кеүек һорау­ҙар ҙа ҡаралды. Әммә йыйында күтәрелеп сыҡҡан бөтә проблемаларҙы ла хәл итер өсөн иң тәүҙә эскелекте бөтөрөргә кәрәк, тип билдәләне Мирхәт Рәжәпов: «Күпме генә ошо хаҡта һөйләмә, әгәр ҙә эскелек сәскә ата икән, беҙҙең бер эшебеҙ ҙә алға бармаясаҡ». ҡырҙас ауыл хакимиәте башлығы Мәүҙиға Баймөхәмәтова ла уны йөпләне:
– Эскән кешеләргә илең ни ҙә, телең ни, уларға бер нәмә лә кәрәкмәй. Эскелек һаҙлығына батыу тиҫтәләрсә йыл дауам итә, шуға тиҙ генә был насар күренештән ҡотола алмаҫбыҙ. Ләкин күмәкләп тотонһаҡ, эшебеҙ һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ. Тик етәкселәр айыҡ тормошто үҙҙәренән башлаһын ине.
Әйткәндәй, «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәте иғлан иткән «Айыҡ ауыл» конкурсында Әбйәлилдән ҡырҙас ауыл хакимиәте биләмәһе ҡатнашасаҡ.
«Башлы башҡорт» конкурсын тергеҙеү маҡсаты менән янып йөрөгән Илдар Ғәбитов, Әбйә­лилдә зирәктәр­ҙең күп йәшәүенә ғорурланып, сканвордтарҙы дөрөҫ сискән һәр кемгә рәхмәтен еткер­ҙе, Марс Хәйбуллинға – Рәсүл ҡарабулатовтың, Фәнүзә Вәлишина, Йомабикә Хәйбуллина һәм Гүзәл Ирғәлинаға Рауил Бикбаевтың бүләктәрен тапшырҙы.
ҡайһы берәүҙәр (әйтерһең дә, үҙҙәре Алланың ҡашҡа тәкәһе!) юҡ-юҡ та халыҡты эш малы менән сағыштырып ҡуя, йәнәһе лә, нимә эшләһәк тә, ул башын баҫып, нимә бирһәк тә, шуға риза булып йәшәүен дауам итәсәк. Юҡ, бар нәмәне күрә, белә, аңлай халыҡ. Һәр бер ваҡиғаға үҙенең ҡарашы, уй-фекере бар. Халыҡты Башҡортостан юлдаш телевидениеһында телебеҙгә ҡаршы йүнәлтелгән үҙгәрештәр ҙә борсой, йәштәр араһындағы суицид та хафалар­ға һала, сәскә атҡан эскелек тә үҙәгенә үткән. Был хәлдәрҙән ялҡып, яҡтыға ынтыла кешеләр. Шуныһы мөһим. Әбйәлилдә үткән урындағы ҡоролтай ултырышы иһә быны раҫланы ғына.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.