Бөтә яңылыҡтар
1 Март 2011, 15:15

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларының асыҡ мөрәжәғәте

Ошо йылдың 5 февралендәге асыҡ ултырышынан һуң Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәт һөжүменә дусар ителде. Сираттағы киңәйтелгән йыйылышҡа (26 февралгә билдәләнгәйне) тиклем ҡоролтай акти­вис­тарына туранан-тура һөжүм дә башланды. Артур Иҙелбаевтың, Айрат Дилмө­хәмәтовтың ҡапыл ҡулға алыныу­ҙары, Фәнзил Әхмәтшиндан һорау алыу ошоға дәлил булып торған кеүек. Әхмәтшин, ҡоролтай рәйесе урынбаҫары булараҡ, ултырышта сығыш яһарға тейеш ине. Ә инде сара буласаҡ көндө билдәле шәхестәр Нияз Мәжитов, Рауил Бикбаев, Ләлә Биишева, Ниязбай Сәли­мовтарҙың фатирҙарына ла Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәр­ҙәре килеп киткән.БДУ-ның тарих факультеты студенты, уҡыу алдын­ғыһы, Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Флорид Багаев менән уның урынбаҫары Илгиз Таҡаловты уҡыу­ҙан ҡыуыу­ҙарын нисек аңларға? Йәштәр араһында юрый көсөргәнеш тыуҙы­рырға маташыумы был?Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эшенә ошондай законһыҙ ҡыҫылыуҙар күп милләтле Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡҡа аяҡ салыуға йүнәлтелгән.Был акциялар кешенең конституция хоҡуҡтарын һәм азатлығын боҙа һәм беҙ властан, БР буйынса Эске эштәр министрлығынан тикшереү эштәрен асыҡ алып барыуҙы талап итәбеҙ.

Ошо йылдың 5 февралендәге асыҡ ултырышынан һуң Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәт һөжүменә дусар ителде. Сираттағы киңәйтелгән йыйылышҡа (26 февралгә билдәләнгәйне) тиклем ҡоролтай акти­вис­тарына туранан-тура һөжүм дә башланды. Артур Иҙелбаевтың, Айрат Дилмө­хәмәтовтың ҡапыл ҡулға алыныу­ҙары, Фәнзил Әхмәтшиндан һорау алыу ошоға дәлил булып торған кеүек. Әхмәтшин, ҡоролтай рәйесе урынбаҫары булараҡ, ултырышта сығыш яһарға тейеш ине. Ә инде сара буласаҡ көндө билдәле шәхестәр Нияз Мәжитов, Рауил Бикбаев, Ләлә Биишева, Ниязбай Сәли­мовтарҙың фатирҙарына ла Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәр­ҙәре килеп киткән.
БДУ-ның тарих факультеты студенты, уҡыу алдын­ғыһы, Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Флорид Багаев менән уның урынбаҫары Илгиз Таҡаловты уҡыу­ҙан ҡыуыу­ҙарын нисек аңларға? Йәштәр араһында юрый көсөргәнеш тыуҙы­рырға маташыумы был?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эшенә ошондай законһыҙ ҡыҫылыуҙар күп милләтле Башҡортостандағы ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡҡа аяҡ салыуға йүнәлтелгән.
Был акциялар кешенең конституция хоҡуҡтарын һәм азатлығын боҙа һәм беҙ властан, БР буйынса Эске эштәр министрлығынан тикшереү эштәрен асыҡ алып барыуҙы талап итәбеҙ.
Читайте нас: