-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2011, 16:00

Тимер йыйғанда... хазина тапҡан

51 йәшлек Геннадий Зимин беҙҙең эраның IV – V быуатынан һаҡ­лан­ған дилбегә, ҡылыс һәм кинжалы булған ир­ҙәр портупеяһын Курск өлкәһе Фатеж­ский ра­йо­нының Волни­ковка ауы­лы эргәһендә табып ала.Эшенән яҙғас, нисек тә ғаиләһен туйындырыр өсөн ир металл һыныҡтары йыйып тапшырыу менән шөғөлләнә башлай. Үҙенең ауылы эргәһендә тимер ҡалдыҡтары бөткәс, металл эҙләү яйланмаһын алып, икенсе урын­ға бара.

Тимер йыйғанда... хазина тапҡан
51 йәшлек Геннадий Зимин беҙҙең эраның IV – V быуатынан һаҡ­лан­ған дилбегә, ҡылыс һәм кинжалы булған ир­ҙәр портупеяһын Курск өлкәһе Фатеж­ский ра­йо­нының Волни­ковка ауы­лы эргәһендә табып ала.
Эшенән яҙғас, нисек тә ғаиләһен туйындырыр өсөн ир металл һыныҡтары йыйып тапшырыу менән шөғөлләнә башлай. Үҙенең ауылы эргәһендә тимер ҡалдыҡтары бөткәс, металл эҙләү яйланмаһын алып, икенсе урын­ға бара.
«Баҫыу буйлап китеп барһам, тимер эҙләгесем «телгә килде», көрәк менән ҡаҙыуым булды, ниндәй­ҙер әйберҙәр килеп сыҡты. Яҡшылап ҡараһам, борон­ғо биҙәүестәр, – тип һөйләй ул саҡта боронғо хазинаға юлығыуын Г. Зимин. – Бының менән туҡтап ҡалманым, тағы ла берәй нәмә табылмаҫмы икән, тип, 30 кв. метр ерҙе ҡаҙып сыҡҡанмын».
Геннадий табышын һаҡ ҡына итеп ҡулъяулыҡҡа төрә лә алып ҡайта. Өйөндә тутыҡҡа ҡаршы шыйыҡса ме­нән биҙәүестәрҙе таҙартып, Желез­ногорскиға алып бара. Һатып алыусыларҙы оҙаҡ эҙләмәй ул. Иң башта иң ҡиммәтлеләре өсөн 35 мең һум бирәләр, һуңынан ҡалған биҙәүестәр «Поиск» боронғо ҡомарт­ҡылар йыйыу клубы ағзаһына 15 мең һумға һатыла.
Был әйберҙәрҙең Курск өлкәһенән Брянскиға килеүен Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре белеп ҡала. Тарихи ҡомартҡыларҙы һатып алыусыларға ҡаршы енәйәт эше асыла. Ген­надий Зимин суд та­ра­фынан административ яуап­лылыҡҡа тарттырыла. Проку­ра­­тура уны ур­та быуат­ҡа ҡа­ра­ған ар­хеологик объект­ты үҙ белдеге менән ҡа­ҙып сыға­рыу­ҙа ғәйепләй. Ғалим­дар, металл эҙләүсенең табышы ғәйәт ҙур әһә­­миәткә эйә, тип иҫәп­­ләй. Эксперттар, табылған әйберҙәр баҙар хаҡтары бу­йынса бер миллион долларлыҡ хаҡҡа торошло, тип билдәләгән.

Алексей КОВАЛЕВ, адвокат:
– Закон буйынса хазина табыусы кеше уның хаҡының 25 процентын үҙенә алырға хоҡуҡлы. Табышҡа юлыҡҡан кеше, нимәләр табыуын милиция, прокуратура, Федераль именлек органдарына хәбәр итергә тейеш. Хазинаны фотоға төшөр­һәгеҙ ҙә насар булмаҫ. Аҡсаны, ҡағиҙә булараҡ, төбәк йәки федераль бюджет түләй.