-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2011, 16:27

Көслө заттың абруйын күтәрәйек

Ғаиләгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә, ғәҙәттә, иң алғы планға әсә һәм бала темаһы ҡалҡып сығыусан була, ә атайҙар ниңәлер аҙаҡҡы урынға ҡала. Донъя дилбегәһенең ҡатын-ҡыҙ ҡулына күсә барыуы ир-аттың үҙ баһаһын белеп еткермәүенә лә бәйлелер.

Ғаиләгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә, ғәҙәттә, иң алғы планға әсә һәм бала темаһы ҡалҡып сығыусан була, ә атайҙар ниңәлер аҙаҡҡы урынға ҡала. Донъя дилбегәһенең ҡатын-ҡыҙ ҡулына күсә барыуы ир-аттың үҙ баһаһын белеп еткермәүенә лә бәйлелер.
Мәктәп күҙлегенән сығып фекер йөрөткәндә генә лә быға ярашлы әллә күпме миҫал табырға мөмкин. Мәҫәлән, балаға өйгә эшендә күпселек осраҡта әсәйҙәр генә ярҙам итә, дөйөм йыйылыштарға ла ҡатын-ҡыҙҙар ғына йөрөй, тиһәк, һис хата булмаҫ. Ир-ат эштән «арып» ҡайтыуға, йә бына-бына башланасаҡ хоккей матчын ҡарауға һылтаныусан. Ошо тәңгәлдә ирекһеҙҙән бер көләмәс иҫкә төшә. «Әгәр ҙә мәгәр мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамламаһаң, армияға ебәртәм!» – тип ҡурҡыта, ти, улын атай кеше. «Һин нимә, атай?! Хеҙмәттән ҡайтыуыма ике йыл бит инде!» – ти икән улы. Шулай, атай­ҙарҙы тәрбиә эшенә йәлеп итеүе анһат түгел.
Ғаиләлә атай роле, уның бала тәрбиәләүҙә тотҡан урыны, йәмғиәт өсөн атайлыҡтың әһәмиәте, ошо һәм башҡа һорауҙар нигеҙендә ойошторолдо ла инде мәктәбебеҙҙә атайҙар конференцияһы. Был көндө беҙгә тик атай­ҙар ғына рәхим итте. Мәктәп етәкселеге февраль айын Атайҙар айы тип иғлан иткәйне. Әлеге конференция ла тап шул айлыҡ барышында үткәрелде лә инде. Башта атайҙарға уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде. Артабан мәктәп етәксеһе Әлфиә Суфиянова улар­ҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләне, мәктәп тормошона яҡын булырға саҡыр­ҙы. Беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе Рауил Ғарифуллин Рәсәй армияһы тарихына бәйле ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр бирҙе. Ауыл биләмәһе башлығы Фәниә Вахитова атай кешенең үҙ ғаиләһенең һаҡсыһы, бағыусыһы булырға, бала тәрбиәләүҙә туранан-тура ҡатнашырға тейешлегенә баҫым яһаны. Конфе­рен­цияның һуңғы өлөшөн атай­ҙар менән малайҙар араһында спорт ярыштары дауам итте. Физкультура уҡытыусыһы Вәсил Мостафин уларҙы, ике командаға бүлеп, төрлө йүгереш эстафеталарында, кәрзингә туп ташлауҙа, мәргәнлеккә атышыуҙа, арҡан тартышыуҙа ярыштырҙы. Көс һынашыу волейбол уйыны менән тамамланды. Атайҙар конференциянан бик ҡәнәғәт булып, мәктәпкә артабан даими рәүештә килеп йөрөргә вәғәҙә биреп, таралышты.
Эйе, атайҙарҙы фәҡәт Ватанды һаҡлаусылар көнөндә генә иҫебеҙгә төшөрөп, ҙур хата ебәрәбеҙ. Айлыҡ ҡына түгел, бәлки, тотош йылды атай­ҙарға бағышлау кәрәктер. Ки­ләһе йылдарҙың береһе республикабыҙҙа Атайҙар йылы тип иғлан ителеп, көслө заттар өсөн әһәмиәтле ҡарарҙар ҡылынып, тәғәйен эштәр башҡарылһа, көндән-көн тиерлек бәҫе юғала барған ир-аттың абруйы бермә-бер күтәрелер ине.

И. САФИУЛЛИН.
Баймаҡ районы,
Үрге Яйыҡбай ауылы.