-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2011, 15:57

«Ирәндек айыуы» ҡышҡы йоҡонан уянды

2010 йылдың октябрендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова етәкселегендә, «Урал батыр» эпосының яҙып алыныу тарихын барлап, Иҙрис, Икенсе Этҡол ауылдарында экспедицияла булды. Төркөм миллионерҙар Рәмиевтар ғаиләһе менән дә ҡыҙыҡһынды. Иртәгәһенә беҙ БАМ юлынан (халыҡ уны Бәләкәй Амур магистрале тип атай) Ирәндек аша артылып, ҡасандыр Рәмиевтарҙың алтын приискылары булған Атанғол, Ишбирҙе, Күсей ауылдарында, Ирәндек буйҙарында булдыҡ. ҡайҙа ҡарама, был ерҙәрҙә Рәмиевтарҙың старателдәренән ҡалған ҡом өйөмдәре, соҡор-саҡырҙар һаҡланған.

«Ирәндек айыуы» ҡышҡы йоҡонан уянды
2010 йылдың октябрендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова етәкселегендә, «Урал батыр» эпосының яҙып алыныу тарихын барлап, Иҙрис, Икенсе Этҡол ауылдарында экспедицияла булды. Төркөм миллионерҙар Рәмиевтар ғаиләһе менән дә ҡыҙыҡһынды. Иртәгәһенә беҙ БАМ юлынан (халыҡ уны Бәләкәй Амур магистрале тип атай) Ирәндек аша артылып, ҡасандыр Рәмиевтарҙың алтын приискылары булған Атанғол, Ишбирҙе, Күсей ауылдарында, Ирәндек буйҙарында булдыҡ. ҡайҙа ҡарама, был ерҙәрҙә Рәмиевтарҙың старателдәренән ҡалған ҡом өйөмдәре, соҡор-саҡырҙар һаҡланған.
Байҙар башҡорт ерҙәрендә алты тоннанан ашыу алтын сығарған. Шул заман аҡсаһы менән иҫәпләгәндә, алты миллиард һум! Ул ваҡытта иң яҡшы һомғол өйөр айғыры – 25 һум, ә ябай йылҡы малы 3 һум торған.
Бындай табыш менән Рәмиевтар башҡорт ауылдарын гөл-баҡсаға күмеп, бынамын тигән юлдар төҙөй алған. Закир Рәмиев «Ваҡыт» гәзитен, «Шура» журналын сығарып, халыҡҡа аң-белем таратҡан, ә Шакир бай башҡорт ауылдарында 50-гә яҡын мәсет һалдырған.
Экспедиция Ирәндек буйында йөрөгәндә Күсей ауылына ла туҡтаны. Бында байҙарҙың төп контораһы булған. Ауыл тирәһендә лә алтын йыуғандар, уларҙан ҡалған өйөм-өйөм ҡом-таш күҙгә салына.
Беҙҙең иң ҡыҙыҡһындырғаны 1992 йылда Ирәндек буйында ата алтын (самородок) тапҡан Радик Ишбулды улы Үтәғолов ине. Уны тиҙ эҙләп таптыҡ. Радиктан ошондай алтын киҫәген нисек табыуы тураһында һорағас, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына һөйләне. Һуңынан был тапшырыуҙы бөтә республика халҡы ҡарап хайран ҡалғандыр.
– 1992 йылдың яҙында тракторҙа ер һөрөп йөрөгәндә, һабанға эйәреп, бер таш киҫәге килеп сыҡты. Тәүҙә иғтибар итмәнем. Ер башынан кире урап килгәндә әллә ҡайҙан ялтырап ята ине. Миндә был ялтырауыҡ ҡыҙыҡһыныу уятты. Туҡтаным да, әлеге «таш»тың тупраҡтарын һөрткөләп кабинаға ташланым. Берәй кәрәге тейер әле, тип уйланым. Кабинала ул минең менән бер нисә көн сәйәхәт итте. Бер ҡайтҡанымда урамға ла ырғытып киттем. Минең телевизор ҙа, радио ла насар күрһәтә, тауышы ла йүнле сыҡмай. Шул саҡ, туҡта әле, ана шул ауырлыҡты антенна итеп ҡуйып ҡарайым әле, тип, уны антеннаға тоташтырғайным, телевизорым асыҡ күрһәтеп, яңғыратып һөйләп тә ебәрҙе.
Был ғәжәп «таш»ты атайым күреп, миңә терегөмөш табырға ҡушты. Термометрҙы онтап, терегөмөш алдым. Атайым «таш»ты ышҡып ебәргәйне, ул бөтөнләй икенсе төҫкә инеп, ялтырап китте. Ул: «Был алтын бит!» – тип шаҡ ҡатты. Атайым 30-сы йылдарҙа, совет дәүерендә алтын йыуыу эшендә эшләгән.
Алтын киҫәге 5 грамдан артһа, самородок тип иҫәпләйҙәр. Иң ҙур алтын киҫәге боронғо башҡорт ерендә Мейәс эргәһендәге Ташҡутарған тауы битләүендә табыла. Уның ауырлығы 36,2 килограмм була. Өсмөйөш формаһында булғанға ул тарихҡа «Өсмөйөш» исемендә инеп ҡалған.
Рәмиевтарҙың старателдәре лә, ваҡытында ат башындай алтын киҫәге тапҡас, Шакир һәм Закир байҙар үҙҙәренең эшселәре өсөн Талҡаҫ күле буйында өс көн, өс төн байрам ойоштора, төрлө бәйгеләр, ярыштар үткәрә. «Улар еңгәндәренә лә, еңелгәндәренә лә мул ғына ҡиммәтле бүләктәрен йәлләмәне», – тип яҙып ҡалдырған был байрамды үҙ күҙҙәре менән күргән Муллаҡай мәҙрәсәһен тотоусы Әнүәр мулла.
– Ауылда хәбәр тиҙ тарала. Кемдер был турала район эске эштәр бүлегенә хәбәр итеп тә өлгөрә. Күп тә үтмәй, Тимербулат Фәхрисламов етәкселегендә милиционерҙар килеп, алтын киҫәген тартып алыу тураһында акт төҙөп, алып та киттеләр. Оҙаҡ ваҡыт алтын тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр булманы.
Һуңынан, Өфө эксперттары билдәләүенсә, был 30 сантиметрға 15 сантиметр ҙурлығындағы тигеҙ булмаған пластинканы хәтерләткән юғары пробалы 4 килограмм 788 грамм тарт­ҡан саф алтын булған. Ул нәҡ айыуға оҡшаған, етмәһә, Ирәндек буйында табылғанға уға «Ирәндек айыуы» тигән исем бирҙеләр. Уның үҙҡиммәте – 6 миллион һум. Хазина табып байыҡҡанһыңдыр, тип күптәр ҡыҙыҡһына. Бер нисә йыл үткәс кенә, миңә «бүләк» итеп халыҡ телендә «копейка» тип йөрөтөлгән иҫке «Жигули» машинаһы бирҙеләр. Алтын хаҡының 25 проценты миңә тейешле икәнен белмәгәнмен.
«Ирәндек» совхозы был ваҡиғанан һуң файҙа ғына күрҙе. Механизаторҙар, беҙ ҙә шундай байлыҡҡа юлыҡмаҫбыҙмы, тип, ерҙе ҡат-ҡат сифатлы итеп һөрөп, тырматып, иген сәсте, нисек кенә тырышмаһындар, уларға «серле таш» тап булманы. Шулай ҙа тырышлыҡ бушҡа китмәне, ул йылдарҙа совхоз мул ғына уңыш йыйып алды.
Минең ҡулдан ат башындай алтын ысҡын­ғас, төрлө имеш-мимештәр ҙә таралды. Йәнәһе, ул «айыу» сит илгә сығып барғанда беҙҙекеләр тотоп алған да, кире Башҡортостанға алып килгән. Артабан «тайыш табан» аяҡланмаһын өсөн Дәүләт банкыһына бикләп ҡуйғандар. Ул унда 19 йыл бер кемгә күренмәй, үҙ «өң»өндә «табанын ялап» ята биргән, – тип һөйләй Радик.
Быйыл 20 ғинуар көнө «Ирәндек айыуы»н «ҡышҡы йоҡоһо»нан уятып, тағы ла сит илгә сығып китмәһен тип, милиционерҙар оҙатыуында республиканың Милли музейына бронялы «өң»гә «йоҡларға» һалғандар. Хәҙер инде ҡыҙыҡһыныусылар булһа, донъяның ете мөғжизәһенең береһе булған «Ирәндек айыуы»н күрергә форсат тыуҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, «Ирәндек айыуы»н «йоҡоһо»нан 2010 йылдың октябрь айындағы телетапшырыу уятты. Шул тапшырыуҙан һуң Р. Үтәғоловҡа бик күп шылтыратыу, хат килә.
ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң ул алтын? Халыҡ төрлөсә һөйләй: имеш, 1557 йылда башҡорттар Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылғас та, улар батша Иван Грозныйға бүләк итеү өсөн ошо алтынды алып барғанда, юлда юлбаҫар­ҙар һөжүм итә, шул саҡ алтын киҫәге төшөп ҡалған. Һөҙөмтәлә ул ерҙә 435 йыл ятҡан. Рәмиевтар приискыларында эшләүсе алтын йыуыусылар шундай ҙур табышҡа юлығып, уны хужаларына күрһәтмәй күмеп ҡалдыра, һуңынан эҙләп таба алмайҙар.
20 – 30-сы йылдарҙа ла был ерҙә алтын йыуғандар. Бәлки, шул саҡта «таш киҫәге» тип уны ситкә ташлағандарҙыр. Фараздар күп, ҡайһыһы дөрөҫ икән?
«Ирәндек айыуы»ның төп һыҙаттары:
Ауырлығы – 4 килограмм 788 грамм.
Оҙонлоғо – 31 сантиметр.
Киңлеге – 18,5 сантиметр.
ҡалынлығы – 1,5 сантиметр.
Күләме – 310 кубсантиметр.
Бындай самородоктар тәбиғәттә бик һирәк осрай. Фән өсөн ул бик ҡиммәтле. Уның тәбиғи рәүештә табылыуы алтынына ҡарағанда күп тапҡыр ҡиммәтлерәк.
Закон нигеҙендә бындай алтын киҫәктәре илдең Алмас фондында һаҡланырға тейешле. Уны боҙорға, киҫкеләргә, иретергә ярамай. Геологтарҙың иҫбатлауынса, «Ирәндек айыуы» бынан 300 миллион йыл элек Ирәндек тауҙарының барлыҡҡа килеү осоронда формалашҡан. Тимәк, уға 300 миллион йәш!

Азамат ТАЖЕТДИНОВ.
Баймаҡ районы.