-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2011, 16:12

Был аҙнала беҙҙе...

Хайран итте...Шотландияның Локерби ҡалаһы өҫтөнән «Лондон – Нью-Йорк» рейсы буйынса осҡан самолетты шартла­тыу­ға Ливия лидеры Муаммар Каддафи бойороҡ биргән була. 1988 йылда булған авиаһәләкәттә 270 кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Был хаҡта Ливияның элекке юстиция министры Мостафа Әбел- Джәлих белдергән.

Хайран итте...
Шотландияның Локерби ҡалаһы өҫтөнән «Лондон – Нью-Йорк» рейсы буйынса осҡан самолетты шартла­тыу­ға Ливия лидеры Муаммар Каддафи бойороҡ биргән була. 1988 йылда булған авиаһәләкәттә 270 кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Был хаҡта Ливияның элекке юстиция министры Мостафа Әбел- Джәлих белдергән.

ҡайғыға һалды...
Яңы Зеландияның Премьер-министры, ер тетрәү сәбәпле, илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итте. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, емереклектәр аҫтында ҡалып, 75 кеше һәләк булған, 300 кеше хәбәрһеҙ юғалған. 80 йыл эсендә Яңы Зеландияның Көньяҡ утрауында был – иң көслө ер тетрәү.

һөйөндөрҙө...
Премьер-ми­нистр Владимир Путин 2012 йылда Рәсәй хәрбиҙәренең пенсияһы 1,5 тапҡырға артасағы хаҡында белдергән. Шулай уҡ ки­ләһе йылдан улар­ҙың эш хаҡы ла һиҙелерлек артасаҡ.

Аптыратты...
Рәсәйҙә сыға­рыл­ған тәмәке ҡаптарына уның ағыулы булыуы һәм тәмәке тартыуҙың ниндәй һөҙөмтәләргә килтереүе тураһында һү­рәттәр баҫыласаҡ. Сөнки илебеҙ тәмәке тартыусылар һа­ны буйынса донъяла лидерҙар рәтендә. Беҙҙә 44 миллион кеше даими рәүештә көйрәтә.

Уйланырға мәжбүр итте...
«Левада-үҙәк» социологтары РФ Эске эштәр министрлығындағы ре­фор­маларға ҡарата граждандарҙың ниндәй ҡарашта булыуын асыҡлау өсөн һорау алыуҙар үткәргән. Халыҡтың өстән ике өлөшө (65 проценты) милицияның полиция тип үҙгәртелеүенә кире ҡарашта булыуын белдергән, 18 проценты ғына реформаларҙы хуп­лай.

Өмөт уятты...
Мәскәү метроһында йөрөйәсәк яңы поездар электрон ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Пассажирҙар баш ҡала маршруттары менән танышып барһын өсөн экрандар, хәүефһеҙлек камералары ҡуйыласаҡ.