-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
12 Февраль 2011, 14:16

Был аҙнала беҙҙе...

Хәүефләндерҙе...Находканан Тая­ма Шинкай пор­­тына юллан­ған 12 кешенән торған «Алек­сан­дра» судноһы Көнь­яҡ Корея яр­ҙа­ры буйында фа­жи­ғәгә тарыған. Бер моряк ҡына иҫән ҡалған, ҡал­ған­­дары һәләк бул­­­­ған. Фаразлау­ҙа­рынса, ул башҡа судно менән тө­көшкән.

Был аҙнала беҙҙе...
Хәүефләндерҙе...
Находканан Тая­ма Шинкай пор­­тына юллан­ған 12 кешенән торған «Алек­сан­дра» судноһы Көнь­яҡ Корея яр­ҙа­ры буйында фа­жи­ғәгә тарыған.
Бер моряк ҡына иҫән ҡалған, ҡал­ған­­дары һәләк бул­­­­ған. Фаразлау­ҙа­рынса, ул башҡа судно менән тө­көшкән.

һағайтты...
АҡШ-тың Флорида штаты университеты алып барған статистика буйынса, һуң­ғы 10 йылда акулаларҙың кешегә ташланыу осраҡтарының иң күбе 2010 йылда теркәлгән.
79 ваҡиғала 6 кеше үлгән. Фажи­ғә­ләрҙең күбеһе АҡШ, Австралия ярҙарында теркәлгән.

Аптыратты...
РФ Эске эштәр минис­трлығы, милицияны по­ли­цияға үҙгәртеү 2,2 миллиард һумға төшәсәк, тип белдергәйне.
Һуңынан Финанс ми­нистрлығында 2011 йылға реформа положениеларының бер нисәһе өсөн сығымдар бүленмәгән бу­лып сыҡты. Дөйөм ал­ғанда, Эске эштәр ми­нис­трлығында барған үҙ­гәрештәр илгә 217 миллиард һумға төшәсәк.

Тетрәндерҙе...
Тәфтишселәр «Домодедово» аэропортында үҙ-үҙен шартлатҡан кешенең Ингушетиянан 20 йәшлек Магомед Евлоев булыуын асыҡлаған.
Уның менән бергә теракт актын ойоштороуҙа ҡатнашҡан Аджам Ганжиев та ҡулға алынған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары, терроризм, үлтереү, ҡорал һәм шартлатҡыс һаҡлауҙа ғәйепләп, Евлоевтың туғандарын – 16 йәшлек Фатиманы һәм 15 йәшлек Әхмәт Евлоевты, 23 йәшлек Умар Аушевты һаҡ аҫтына алған.

Уйға һалды...
Дәүләт Думаһы юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеген үтәмәгән һәм автотранспорт хә­рә­кәтенә ҡама­сау­­­ла­ған өсөн штраф­тар күләмен арттырыу мәсь­ә­лә­һен тикшерҙе.
Светофорҙың ҡыҙыл утына үткән, тротуарҙа машина­һын ҡуйған водителдәргә штраф 1 мең һум буласаҡ.